-Салауат Юлаев үҙе лә, уның һәйкәле лә беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле, әммә айыҡ аҡыллы кешеләр булараҡ аңлап торабыҙ – бер нәмә лә мәңгелек түгел, һәйкәл артабан да быуаттар буйына ғорур тора алһын өсөн талап ителгәндә ремонт башҡарыу зарур. Төрлө имеш-мимештәргә бөтөнләй иғтибар бирмәйбеҙ. Минеңсә, күңелдәребеҙҙә гел Салауат-батыр рухы балҡыһын, ә Башҡортостан символына әйләнгән мөһабәт һыбайлы һыны, яңыртылғас тағын да нығыраҡҡа әйләнер! –ти Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров.
Был һорау менән Мозафар Харис улына мөрәжәғәт итеүебеҙҙең сәбәбе – оҙаҡламай Өфөләге милли батырыбыҙҙың һәйкәленә реставрация, йәғни яңыртыу эштәре башланасаҡ. Ошо сәбәпле республика мәғлүмәт саралары тарафынан хәбәрнамә әҙерләнде, бер аҙ ҡыҫҡартып бирәбеҙ.
Реставрация быйыл ноябрь айында башланасаҡ, ошо маҡсатта Өфө бюджетынан 300 млн һум бүленгән.
Һәйкәл торошон тикшереп үткәргән экспертизалар икеләнергә урын ҡалдырмай: ҡойолма элементтар ҡубып, ярыҡтар пәйҙә булған, металл тутыға бара; постамент плиталарында ла сатнау күҙәтелә, хатта, һәйкәл торған ҡурған яйлап Ағиҙел ярына ҡарай шыуа, ти, ашығыс саралар күрмәгәндә, һәйкәл йә ҡолаясаҡ, йә ишеләсәк, йә сатнап тарҡаласаҡ. Хоҙай һаҡлаһын!
Реставрация проекты ике ҡат экспертиза үткән, тип хәбәр ителде, әле “Главгосэкспертизала” баһалана, ти.
Ниҙәр үҙгәрәсәк? Элек булып, һуңынан юғалтылған элемент - күмелдерек таралғыһы йәнә тегеҙеләсәк (аттың түше аша тартылған эйәр ҡайышы тураһында һүҙ). 2005 йыл ниңәлер һыбайлы йәшкелт төҫкә буялһа, яңынан күгелйем-һоро төҫ ҡайтарыласаҡ. Байтаҡ һәм төп эш күҙгә лә күренерлек түгел, мәҫәлән, һәйкәлдең эстән тотҡан каркасын тулыһынса алмаштырыу. Постамент иһә ҡара гранит менән йөҙләнәсәк (әлеге постаментта эстән бетон да ныҡ таушалған икәнлеге асыҡлана), ҡурғанды нығытыу ҙа байтаҡ көс һәм ваҡыт талап итәсәк.
Һәйкәлдәрҙе һүтеп яңынан ҡороу – киң ҡулланылған алым. Мәҫәлән, барыбыҙға ла яҡшы таныш “Рабочий и колхозница” тутығып саҡ ҡына бөтөнләй юҡҡа сыҡмай ҡала. 2004 йыл 40 өлөшкә киҫеп ремонтларға тура килгән, әле иһә – Мәскәүҙең төп символдарының береһе. Шул уҡ баш ҡалала, Ҡыҙыл майҙандағы Минин һәм Пожарскийҙарға һәйкәл менән дә оҡшаш хәл була. Эйе, Волгорадта “Родина-мать зовет!” һәйкәле торған урынында реставрациялана. Әммә ул бит бетондан ҡойолған һәм тышҡы өлөшө генә ипкә килтерелә, беҙҙә иһә эске конструкцияларҙы тулыһынса алмаштырыу талап ителә. Әйткәндәй, тап Волгоградтағы реставрацияла ҡатнашҡан фирма беҙҙең һәйкәлде яңартыу проектына йәлеп ителгән. Мөмкин булһа, улар ҙа еңеллерәк вариантты тәҡдим итерҙәр ине буғай.
- Постаментты яңыртыу, ҡурғанды нығытыу кәрәклеге хаҡында онотоп торғанда ла, цех эсендә һәйкәлгә реставрацияны сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә сифатлыраҡ итеп башҡарырға мөмкин, -тип иҫәпләй билдәле скульптор Салауат Щербаков.
Аҙаҡта Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосоповтың фекерен килтерәйек: “ Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең, һәйкәл ҡайтанан кире ҡуйыласаҡмы, тип борсолоуҙарын аңлайбыҙ. Әммә реставрация кәрәклеге һис тә шик уятмай, белгестәргә ышаныр кәрәк. Шул уҡ ваҡытта күҙәтеү советында Ҡоролтай киңерәк ҡатнашыуын юллайбыҙ, ошондай әһәмиәтле реконструкция барышына етди йәмәғәт контроле башҡарыу бер ҙә артыҡ түгел”.
P.S. Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл Сосланбек Тавсиев тарафынан 1967 йыл яһала. Суйындан, ауырлығы 40 тонна, бейеклеге 10 метр.