Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь , 08:14

Хикәйә "Инә бүре"

“Ғәфү ит, Һороҡайым-йәрәштәшем, бәхил бул, көсөктәрҙе һаҡлай алманым”, - тигән кеүек ине ата бүренең күҙҙәре.

Хикәйә "Инә бүре"
Хикәйә "Инә бүре"

Гәзит уҡыусы ижады

Инә бүре

Һороҡай күҙҙәрен йомоп ята бирҙе. Уға көсөк сағынан уҡ күпте күрергә тура килде. Тәүҙә һунарсылар ата бүрене атып алды, инәһе тоҙаҡҡа эләгеп үлгәс, өс көсөк тере етем ҡалды.

Унан өсөһө өс тарафҡа таралды һәм икәүһе аслыҡтан һәләк булдылар. Сос Һороҡай ғына тере ҡалды, буй еткерҙе һәм үҙенең йәш, көслө йәрәштәше — ата бүрене осратты. Көсөктәре ата бүрегә оҡшап тыуҙы.

Ата бүре Һороҡайын-йәрәштәшен һәм көсөктәрен бик яратты, сит януарҙарҙан һаҡланы, аҙыҡ ташыны, уларҙы асыктырманы. Сираттағы аҙыҡ эҙләп сығып китеүенән ул ҡайтманы. Инә бүре - Һороҡай ҙа, көсөктәре лә асыҡтылар, бәләкәстәре инәһенең һөтһөҙ имсәктәрен сыйылдаша-сыйылдаша һурҙылар. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән, ҡоро һөйәккә ҡалған инә бүре аҙыҡ эҙләп сығырға мәжбүр булды. Тәүҙә ул сысҡандар, ҡуян балаларын тотоп ашатты балаларына, үҙенең дә, бәләкәстәрҙең дә тамағы туймағас, алыҫыраҡ ергә китте һәм көтөүҙән айырылап ҡалған ҙур ғына бәрәнде эләктереп, туйғансы ашаны. Итле генә киҫәкте тешләп, көсөктәре янына ашыҡты, ләкин бер көсөгө лә ояһында юҡ ине. Кеше еҫе лә, дары еҫе лә, ят януарҙың еҫе лә һиҙелмәне.

Инә бүре киткәс, асыҡҡан көсөктәр ояларынан килеп сыҡҡайнылар, уларҙы үткер күҙле тау бөркөттәре тибеп алып китте, аҙна буйы йөрөнө шул аҙыҡ эҙләп. Һороҡай алып ҡайтҡан аҙығын тешләп ояһына бер инде, бер сыкты. Тирә-йүнде еҫкәп байтаҡ ваҡыт олой-олой көсөктәрен саҡырҙы.

Етмәһә, һөт тулышып тирткән елене һулҡылдап һыҙланы, уны яланы ла тирә-яҡҡа ҡарап торҙо һәм ояһын ташлап сығып китте. Йәй буйы, көҙ буйы урман-тауҙарҙы яңғыҙ гиҙҙе, унан ҡышҡа табан үҙенең ояһына әйләнеп ҡайтты.

Мырҙаҡай ауылының бер яҡ осонда, Рәхәт араһы, тип тә йөрөтәләр уны, Бикәнәй, икенсе осонда Таш башы шишмәһе бар. Бикәнәй шишмәһе, Рәхәт араһы тигәне ауылдан өҫтәрәк, туғайҙа урғылып сығып ята. Һыуы бик тә йомшаҡ, тәмле, үтә һалҡын да түгел. Ә Таш башы шишмәһенең һыуы теште ҡамаштыра, һалҡын, үҙе ауылдан байтаҡ алыҫта урынлашҡан. Йәш килендәр Бикәнәй шишмәһенә баралар, сөнки ул әллә ни алыҫ түгел, ә ҡыҙҙар Таш башы шишмәһенә барыуҙы хуп күрә. Сөнки улар шишмәгә барып еткәнсе серләшеп, йырлашып алалар, барып еткәс, шишмә һыуы менән ҡулдарын, биттәрен йыуғас, өләсәйҙәре өйрәткәнсә теләктәр теләйҙәр, ултырып “үгеҙ йөҙөк” уйнайҙар, унан күнәктәренә һыу тултыралар ҙа “юрта-юрта” ҡайталар. Ошолай итеп ҡайткас, һыуҙың тамсыһы ла сайпылмай ҙа, түгелмәй ҙә.

****
Таш башы шишмәһенән өҫтәрәк иген баҫыуы, унан ҡуйы урманлыҡ менән ҡапланған бейек ҡаялар күккә олғашҡан. Текә ҡаяның аҫтында, шырлыҡта инә бүре - Һороҡайҙың ояһы. Ояны бейек таштар, ағастар, ҡыуаҡтар ышыҡлай. Бында бүре ояһы барлығын бер кем дә белмәй.

Һороҡай ояһына ҡайтыуын ҡайтты, ләкин яңғыҙына ауыр. Быйыл көҙө әсе елдәр, ҡышы ыжғыр бурандар менән башланды, япа-яңғыҙына аҙыҡ табыуы ла ҡыйын. Һороҡай асыкты, өшөнө. Астың - асыуы яман, яңғыҙлыҡтан йонсоғанға һәр төн ояһынан сығып, үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп олой башлаһа, тауышы Мырҙаҡайға ишетелә. Шул тиклем һағышлы итеп, күктәге тулған айға ҡарап олой ул. Өсөнсө төн инә бүрегә бәхет йылмайҙы. Һороҡайҙың үҙе кеүек яңғыҙ, уны яҡларлыҡ, һаҡларлыҡ, тапҡан табышы менән уртаҡлашырлыҡ ата бүре килеп тапты уны.

Янында ата бүре булғас, ел-дауылы ла, ыжғыр бураны ла ҡурҡыныс булманы, улар ҡышты иҫән-аман сыҡтылар. Икәүләп һунарға йөрөнөләр, ҡурҡаҡ ҡуянды ла, хәйләкәр төлкөнө лә тоттолар, һирәкләп булһа ла ҡоралайҙы ла тамаҡланылар.

Һалҡын ҡыш үтеп, яҙ яҡынлашты. Төндәрен һалҡынайтһа ла, көндөҙ ҡояш йылмайҙы. Ап-аҡ, бейек булып өйөлгән ҡарҙар шиңде, йылы елдәр иҫте, сылтырап ҡар һыуҙары аҡты, умырзаялар баш ҡалҡытты.

Инә бүре - Һороҡай икенсе тапкыр әсә булыу бәхетен татыны. Ике көсөк теремек кенә булды, тик, ни эшләптер, өсөнсөһө үле тыуҙы. Һороҡай көсөктәренең өсөһөн дә яланы, һис ҡыбырламай ятҡан көсөгөн дә ҡуйынынан сығарманы, уға йән өрөргә теләгәндәй, моронон ҡат-ҡат еҫкәне. Үле көсөк һаҫый башлағас, ипләп кенә тешләп ояһынан алып сығып, алыҫ булмаған ергә күмде.

Тәүҙә ата бүре Һороҡайына ашарға ташыны, уларҙы асыҡтырманы. Хәл кергәс, инә бүре лә һунарға йөрөй башланы. Икәүләп аҙыҡ тапҡас, үҙҙәре лә, көсөктәре лә туҡ булдылар. Йәмле йәй еткәндә көсөктәр йүгерешеп уйнай башлағайны инде. Ата бүре хәүеф-хәтәр юҡмы тип тирә-йүнде күҙәтә, һәр ҡыштырлаған тауышты ҡолағын ҡарпайтып тыңлай...

Ата бүре бер көн һунарҙан ҡайтҡас, көсөктәренә ашҡаҙанында йомшарған итте ҡоҫоп ашатты ла ҡәнәғәтләнеп һуҙылып ятты, көсөктәренең һикереп уйнағанын күҙәтте. Уйнап туйған көсөктәр өңдәренән йыраҡ түгел инештән һыу эсергә йүнәлделәр, ә ата бүре йоҡомһорап ятып ҡалды. Көсөктәр һыуһындарын ҡандырғас, ҡайтмай уйнарға, тешләшергә, ерҙә тәгәрәргә керештеләр. Шул саҡ бер көсөк йәйпәк таш янындағы соҡорҙа мыжғып ятҡан йыландарҙы күреп ҡалды.

Йыландар шундай күп, оҙон, һәр йән эйәһенең ҡотон алырлыҡ ҡап-ҡара үҙҙәре. Бүре балаларының йыландарҙы тәүләп күреүе ине, шуға ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтә башланылар. Бүре балаһының береһе, бигерәк тә тиктормаҫы, яҡыныраҡ барып, тәпәйен йыландарға һуҙыуы булды, ҙур ҡара йылан башын кинәт күтәрҙе лә уҡтай атылып тикормаҫтың тәпәйен, икенсе көсөктөң моронон саҡты һәм: “Ниңә ҡамасаулап йөрөйһөгөҙ, өлөшөгөҙҙө алдығыҙмы? Ҡыҙыҡһынып йөрөгәндәрҙе көслө ағыуыбыҙ менән юҡ итәбеҙ!” - тигәндәй үҙ өйөрөнә ҡушылды. Бәләкәй бүре көсөктәре бер генә әсе итеп сыйылданылар ҙа йән бирҙеләр.

Йоҡомһорап ятһа ла сос ҡолаҡ ата бүре көсөктәренең тауышын ишетеп ырғып торҙо һәм еҫ буйлап көсөктәре киткән яҡҡа һә тигәнсә килеп етте. Ул ҡыбырламай ятҡан көсөктәрен саҡырҙы, улар тормағас, яндарына килде. Йәнһеҙ кәүҙәләрҙе шыңшый-шыңшый мороно менән әйләндерҙе.

“Көсөктәрем, һеҙгә ни булды? Тороғоҙ, хәҙер инәйегеҙ ҡайтыр”, - тине булһа кәрәк.

Көсөктәре тормағас, тирә-яғын ҡарай башланы һәм ҡайнашып ятҡан йыландарҙы күрҙе: “Шуларҙың ғына эше! Бер ғәйепһеҙ көсөктәремде харап иткәндәр. Барығыҙҙы ла юҡ итәм”, - тигәндәй, ажарланып, тештәрен шаҡылдатып, ҡайнап ятҡан йыландар өҫтөнә ташланды. Һәм... алаптай ауыҙына йыландарҙы ҡабып, ҡырҡма тештәре менән сәйнәп, өҙгөсләне, йыртҡысланып ҡыйратты яуыз хәшәрәттәрҙе. Мөхәббәт уйыны менән мауыҡҡан йыландар аңғармай ҙа ҡалдылар ата бүренең ырғығанын. Арлан бөтә сослоғон, таҫыллығын һалып йыландарҙың муйындарын сәйнәне. Ҡара йылан баштары ағыуҙарын сәсә алмай ян-яҡҡа осто. “Ҡырҙым, барыһын да юҡ иттем, тамырҙарын ҡороттом”, - тип йыландарҙың мәйеттәре араһынан сығырға ынтылғанда, йәшенеп, үлгәнгә һалышып ятҡан оло ҡара йылан, кинәт башын күтәреп, ағыу тулы тештәре менән ата бүренең аяғын тешләне һәм шырлыҡҡа шыуышты. Ата бүре сайҡалды, ләкин йығылманы, дошманын һә тигәнсе ҡыуып етеп, ҡойроғонан һөйрәп сығарҙы. Ҡара йылан күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсеп: “Әле һин үлмәнеңме ни? Ағыуымды әҙерәк ебәргәнмен, күрәһең, хәҙер үлерһең”, - тигәндәй ыҫылданы. Сағыр өсөн башын күтәреп, уҡтай атылырға ынтылғайны, ата бүре йыландың алҡымынан эләктереп өлгөрҙө һәм муйынын сәйнәне лә ергә ауҙы. Ул ҡара йыландарҙың ояһын туҙҙырып, тар-мар итеп үлде.

Йылан үлһә лә, йылан булып ҡала инде... Ҡандары сәсрәгән, үле кәүҙәләре ятҡан ерҙә үләндәр ҙә, сәскәләр ҙә шиңде, һулынылар...

Һороҡай ата бүренән айырым аҙыҡ эҙләп күп йөрөнө, кире боролоп ояһына ҡайтырға ла булғайны, шул саҡта Мырҙаҡай яғынан моронона емтек еҫе килеп бәрелде һәм инә бүре еҫ килгән тарафҡа юлланды. Мырҙаҡай ауылынан байтаҡ йыраҡта, урман эсендә үгеҙ быҙауҙың эсе күбеп үлеп ятҡанын күрҙе. Һороҡай туйғансы быҙау итен ашаны. Ул туйҙы, эсе кәпәйҙе, ләкин бүренең үҙе туйһа ла, күҙе туйманы. Шул тирәнән китмәне, быҙауҙы ашап бөттө. Елене туптай шешеп һыҙлағас, бар көсөнә балаҡайҙары янына уҡталды. Ояһына килеп етәрәк шомланды Һороҡай, сөнки моронона емтек еҫе түгел, ҡан еҫе бәрелде. Ул тирә-яғына ҡарай-ҡарай, һаҡ ҡына ояһына яҡынланы. Бер тауыш та юҡ, үле тынлыҡ... Һороҡай көсөктәрен саҡырҙы, улар йүгерешеп сыҡманылар. Ата бүре лә юҡ. Һороҡай еҫкәнеп эҙләй торғас, инеш буйында кәүҙәләре ҡатып бөткән, ҡорттар йырмыслаған ике көсөгөнөң һәм ата бүренең кәүҙәләрен тапты. Ҡабат-ҡабат еҫкәп, мороно менән төрткөләһә лә улар торманылар. Оҙаҡ ултырҙы Һороҡай көсөктәренә һәм йәрәштәше - ата бүрегә ҡарап.

“Ғәфү ит, Һороҡайым-йәрәштәшем, бәхил бул, көсөктәрҙе һаҡлай алманым”, - тигән кеүек ине ата бүренең күҙҙәре. Елене үҙәгенә үтеп һыҙлай, түҙер әмәле ҡалмағас, ботон күтәреп еленен ялай башланы. Унан мороно менән көсөктәре кеүек төрткөләне. Имсәктәренән һөтө ағып китте, еленендәге һөт байтаҡ бүҫкәрҙе, һыҙлауы ла кәмене. Башын күтәреп тирә-яғына күҙ һалды һәм ата бүренең кәүҙәһенән саҡ ҡына арыраҡ кипкән ҡара йылан баштарын, йыландарҙың өҙгөләнгән кәүҙәләрен күреп, барыһын да аңланы.

Һороҡайҙың күҙҙәренән йәштәр аҡты ла аҡты... Һуҙып бер олоно, ояһына ҡайырылып бер ҡараны ла юлға сыҡты. Билдәһеҙ юлға...

                      Таңһылыу ҒҮМӘРОВА, Рәсүл ауылы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: