Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь , 11:14

Китаптың исем туйы

Рәүеф Вәли улынан һорашып белештек – нәшер ителгән тираж шундуҡ алынып бөткән, әммә, ыхтыяж бар икән, өҫтәмә рәүештә лә баҫылыуы мөмкин, ти

Китаптың исем туйы
Китаптың исем туйы

 

Үткән йома үҙәк район китапханаһында  “Рухи асылыбыҙ – ырыуҙар тарихында” китабының исем туйы ойошторлдо.

Район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, урындағы ижадсылар, китапханасылар, китап һөйөүселәр йыйыла.  Ҡәҙимге ваҡиға түгел бит, Учалы ерлегендә быуаттар буйына ғүмер иткән табын, барын-табын, ҡара-табын, аҡ-табын, ҡыуаҡан, күбәләк, тиләү ырыуҙары тарихы  ташҡа баҫылды, шулай уҡ  урындағы ер-һыу атамалары (топономика), тарихи шәхестәр, үткән һәм хәҙерге замандың арҙаҡлы шәхестәре бирелгән.

Авторҙарға  (филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая, шағирә Фәнүзә Зөлҡәрнәева) һәм китаптың донъя күреүен тәьмин иткән ҡоролтай рәйесе Мозафар  Ҡадировҡа  бик ҙур рәхмәт!

 Китапты ҡайҙан һатып алырға мөмкин тип гәзит редакцияһына ла мөрәжәғәт итәләр, Рәүеф Вәли улынан һорашып белештек – нәшер ителгән тираж шундуҡ алынып бөткән, әммә, ыхтыяж бар икән, өҫтәмә рәүештә лә баҫылыуы мөмкин, ти.  Бирһен Хоҙай.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: