Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь , 13:49

Атанан күргән –уҡ юнган

Йәш яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Улар янына Рәсәй Геройы дәрәжәһен дә юллау –бар учалыларҙың  изге бурысылыр тигән фекерҙәбеҙ.  Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәтйәнов,  Хәкимйән Әхмәтғәлин, Жәүҙәт Сөнәғәтуллин,  Дан ордендарының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдиновтар Альберт Рәил улын үҙҙәренә тиң тотоу ғына түгел, “Рубин” позывнойы йөрөткән  бүләләре менән ғорурланырҙар ине!

Атанан күргән –уҡ юнган
Атанан күргән –уҡ юнган

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ Рәил Таяр улы Ҡорамшинға “Ватан һаҡсыһы атайы” тигән миҙал тапшырылды.

Бөтә йәмәғәт ихтирамын һәм рәхмәтен кәүҙәләндергән миҙал  яңы барлыҡҡа килде, инициаторҙары – “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” һәм “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан филиалдары. “Бындай награда Рәсәйҙә тәүләп беҙҙә булдырылды. Һәм бик дөрөҫ, сөнки Ватанға һөйөү, ҡаһарманлыҡ, үҙ иңеңә яуаплылыҡ  япһара белеү  кеүек сифаттар тәү сиратта  атайҙан улдарға күсә килә”, - тип билдәләй тантанала сығыш яһаған БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Рәсми церемониянан һуң батырҙарҙың  аталары Совет майҙанында М.Шайморатовтың һәйкәленә гөлләмәләр һалды . Был бик тә тәрән мәғәнәгә эйә – тап  данлыҡлы генералыбыҙ ҡан ҡойған тарафтарҙа бөгөн уландарыбыҙ күкрәктәре менән Ватанды ҡаплап тора, дошмандар ҙа элеккеләр бит әле, шул уҡ фашистарҙың вариҫтары!

 Рәсәй Геройҙары аталары менән бер хөрмәтле  сафта яҡташыбыҙ тороуы бер ҙә осраҡлы түгел!  Улының хәрби иҫәбендә  яндырылған 6  танк, 16 башҡа төр техника, йөҙәрләгән дошман һалдаты, тип хәбәр ителде. Ысынбарлыҡта бынан да күберәк икәнлегенә саҡ ҡына ла шөбһә юҡ, һуғыш шарттарында  иҫәп-хисапты рәсмиләштереп барыу  бик ҡатмарлы мәсьәлә бит, ҡырҡыу шарттарҙа уның ҡайғыһы булмай торған...

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының  социаль координаторы,  Рәил Таяр улының яуҙашы Артур Ғайназаров  иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:

-Иптәш Ҡорамшин  был миҙалға иң лайыҡ кешеләрҙең береһе! Альбертты кесе йәшәтән   үҙе менән һунарға йөрөтә (бына ҡайҙан килә дошманды дер һелкеткән мәргәнлеге!), техника менән ҡыҙыҡһындыра (быныһы ла фронтта үтә ныҡ талап ителәсәк),  спортҡа ылыҡтыра, ә иң мөһиме  - яманды яҡшынан айырырға, ысын ир нисек булырға тейеш икәнлегенә төшөндәрә. Улы өсөн атаһы донъяла иң юғары авторитет булды. Икеһе лә тыныс холоҡло, әҙәпле,  хатта, баҫалҡы,  булһалар ҙа,  һуғыш башланғас, оҙаҡ уйлап тормайынса берсә ҡарарға киләләр – бындай саҡта өйҙә ултырып ҡалыу килешмәйәсәк.  Альбертты шундуҡ алһалар,   Рәил Таяр улы менән байтаҡ хәрби комиссариат тупһаһын тапарға тура килде, беҙҙең йәштәгеләрҙе лә алырға  рөхсәт иткәс кенә МХО зоннаһына юлландыҡ. Рәил Таяр улы үҙен бик тә батыр һәм оҫта яугир итеп таныта, улы менән алыҫ яҡтарҙа осраштылар.  Бөгөнгө көндә ул бар көсөн фронттағыларға ярҙам ойоштороуға йүнәлтә, үҙе нисәмә тапҡыр инде гуманитар ылау оҙата барҙы.

Миңә килгәндә,  МХО зонаһында Альберт менән осрашыу ғына түгел, бергә хәрби задание үтәргә лә яҙҙы. Яҡташыбыҙҙың танкы төндә алғы һыҙыҡҡа сыҡты, ә беҙ техникаға арттан һөжүм итмәһендәр  өсөн хәрби  ҡарауыл башҡарҙыҡ. Бик етеҙ позиция биләп,  биш снаряд осорҙо, ә иртәгеһенә хәбәр килде – дошмандың терәк пункты юҡ ителгән, позицияны беҙҙҙең һалдаттар биләп тә алған.  Бындай эпизодтары баштан ашҡансы күп була  уның.  Альберт бер яҡтан ауан,  арыҫлан йөрәкле булһа, икенсе яҡтан -  айыҡ аҡыл, һалҡын ҡан менән эш итте. Взвод командиры булғас, подразделениеһына һоҡланып ҡайттым, техника өсөн капонирҙар шартына килтереп ҡаҙылған, маскировка яҡшы ойошторолған, һалдаттар өсөн бик тә уңайлы көнкүреш шарттары хәстәрләнгән. Йәш яҡташыбыҙ иһә, тағын  да нисек эффектлыраҡ дошманды дөмөктөрөү алымдары тураһында гел баш  вата, пландар төҙөй. Иманым камил, генерал дәрәжәһенә етерлек кеше ине!  Әткәндәй, Рәил Таяр улы өлгөлө атай ғына түгел, миҫал алырлыҡ олатай ҙа.  Ике ҡыҙҙарынан 3 ейән, 2 ейәнсәрҙәре бар, бер ейәне хәрби летчик булырға әҙерлек үтһә, икенсеһе ҡотҡарыусы, ғәҙәттән тыш хәлдәр менән көрәшеү белгесенә уҡый.

Альберт Рәил улы Ҡорамшин  1997 йыл тыуған. Учалы ҡалаһында 10-сы мәктәпте тамамлай, 2013-2015 йылдарҙа  тау сәнәғәте колледжында уҡый,  һуңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Бурысын үтәп ҡайҡас, Өфө автотранспорт техникумында “техник-механик” һәнәрен үҙләштерә.  Украина яҡтарында сыуалыштар башланғас, 2022 йылдың май айында  РФ Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөй. Техниканы яҡшы белгәс, сроклы хеҙмәтен икенсе ғәскәрҙәрҙә үтһә лә, танкист итеп тәғәйенләнә. Һәм үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә,  тиҙ арала взвод командиры вазифаһына  үрләтелә . Броняға “Учалы” тип яҙылған был  танк дошмандың ҡотон осорғас, фәҡәт ошо машинаны сафтан сығарыусыларға аҡсалата айырыуса тос  бүләк тә вәғәҙә итеп ҡарайҙар. Ҡат-ҡат яралана,  һауығып тә өлгөрмәйенсә гел алғы һыҙыҡҡа ынтыла.  Үҙенең оҫта яугиргә әйләнгәнен тоя, шуға ла тәжрибәһеҙерәк яуҙаштарын һис тә яңғыҙы ҡалдырырға теләмәй. 2024 йылдың 7 апрелендә, ҡаты алыш барышында батырҙарса һәләк булды.  Йәш яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Улар янына Рәсәй Геройы дәрәжәһен дә юллау –бар учалыларҙың  изге бурысылыр тигән фекерҙәбеҙ.  Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәтйәнов,  Хәкимйән Әхмәтғәлин, Жәүҙәт Сөнәғәтуллин,  Дан ордендарының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдиновтар Альберт Рәил улын үҙҙәренә тиң тотоу ғына түгел, “Рубин” позывнойы йөрөткән  бүләләре менән ғорурланырҙар ине!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: