Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь , 09:56

Мәғрифәтсе иҫтәлегенә

Барый Ғәли улы Нажия Әхмәтвәли ҡыҙы менән матур тормош ҡороп, һигеҙ бала үҫтерәләр. Улдары Вил,  Нил һәм Ғалип - химия һәм физика фәндәре профессорҙары.

Мәғрифәтсе иҫтәлегенә
Мәғрифәтсе иҫтәлегенә

Ахун ауылы мәсете эргәсендәге «Дәрвит хәзрәт” исемендәге мәҙрәсәлә ауылдашыбыҙ, оҙаҡ йылдар Ахун мәктәбендә математика, география укытыуыһы, укытыу бүлеге мөдире вазифаһын башкарыусы Барый Ғәли улы Ғәлиевтың иҫтәлегенә арналган сара үтте. Осрашыуға  Өфө калаһында йәшәүсе йәшәүсе ҡыҙы Ильза Барый ҡыҙы, ейәндәре килгән Барый Ғәли улы Ғәлиевты,  белемле, кешелекле, тип иҫкә алдылар. Ул 1916 йылда Троицк калаһындағы Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһендә укыган. Казанда булғанында ук, һуңынан яҙыусы булып киткән Нәкый Исәнбәт, Фәтхи һәм Вафа Бурнаш менән бергә уҡып, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан. Матур йырлаган, гармунда, мандолинала уйнаган. Зайнулла Рәсүлевтың улы Ғабдрахмандың Рәүф исемле улы менән бергә уҡып, яҡын дуҫ булгандар.

Барый Ғәли улы Нажия Әхмәтвәли ҡызы менән матур тормош ҡороп, һигеҙ бала үҫтерәләр.

Балаларына яҡшы тәрбиә биреп, үҙҙәре лә ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәнеләр. Улдары Вил,  Нил һәм Ғалип - химия һәм физика фәндәрепрофессорҙары, күп ғилми китаптар авторҙары. 

Галип Ғәли улы ҡатыны Фәриҙә менән атайҙарының барлыҡ эштәрен туплап, рус теленә тәржемә итеп донъяға сығарҙылар.

Ҡала, район һәм республика кимәлендәге әҙәби саралар үткәреүҙә ,  йәмғиәт эштәрендә актив ҡатнашыусы  Әҡлимә Ғәзи кыҙы Сафина, Ахун ауылы мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡытыусылары Зилиә Ғилметдин ҡыҙы Әхмәтова, Хәзимә Исмәғил ҡыҙы Кусәрбаева, Лина Фәйзулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрова тырышлығында үткән кисә  бик йәкмәткеле булды.

Барый Ғәли улының Өфө калаһынан килгән ҡыҙы Ильза Барый ҡыҙы, ейәне аталары, олаталары тураһында матур иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Бөтә белгәндәр   Барый Ғәли улын уҡымышлы, белемле уҡытыусы,аҡыллы тәрбиәсе, үҙ ваҡытының алдынғы мәғрифәтсеһе, тип баһаланы.

 Кисәне музыкаль яҡтан Нажметдиновтар ғаиләһе биҙәне. Әҡлимә Ғәзи кыҙы Б.Ғ.Ғәлиевтың яҡындарына, кисәлә әүҙем ҡатнашҡан иптәшәтәрг, шулай уҡ махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Р.Г. Мөхәмәтшинға үҙенең китаптарын да бүләк итте. Осрашыуҙың аҙағында Барый Ғәли улын балалары ҡунаҡтарҙы ҡорбан ите менән һыйланылар.

 

Фәнисә Садиҡова, Ахун  моделле китапханаһының өлкән китапханасыһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: