Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь , 08:36

Рамай Ҡаһир - "Учалымдың аҫылташы"

Мәүлит ағайыбыҙ  Ямалетдиновтың вафатына бөгөн,  8 ноябрь, дүрт йыл да тулды. "Алыштырғыһыҙ кешеләр юҡ", - тигән булалар, бар икән шул ундайҙар ҙа.... Яҡшы итеп иҫкә алайыҡ!

Рамай Ҡаһир - "Учалымдың аҫылташы"
Рамай Ҡаһир - "Учалымдың аҫылташы"

Яҡташым, билдәле шағир Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде “Өлкәр” альманахын сығарарырға йөрөгәндәрендә, улы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Туҡһанынсы йылдар башында ул, Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән саҡта, билдәле яҙыусы Таңсулпан Гарипова апай менән икәүләп улар исеменә хат яҙып, бер шәлкем шиғырҙарымды ебәргән инем. Ул саҡтарҙа мин Иркутск ҡалаһында, йәшлек хатаһы менән ҡылған ауыр енәйәтем өсөн яза мөҙҙәтен үтәй инем. Шуға ҡарамастан улар  миңә, белмәгән-күрмәгән, шикле тотҡонға ышаныс белгертеп, үҙҙәренә башҡалар яғынан һүҙ булыуынан да ҡурҡмайынса, минең ике шиғырымды альманахҡа индереп, етмәһә заказной хат менән миңә һалып та ебәрҙеләр. Бындай аҙымға барыу өсөн, минеңсә, бик ҙур ихтияр көсө, алдан күрә, кешегә ышана белеү һәм бик изге, ярҙамсыл күңелле кеше булыу кәрәктер ул!
Сөнки берәй гәзит-журналда шиғырҙарым баҫылып сыҡһа, мине күрә алмаған кешеләр исеменән юғарыға ялыу хаттары яуырға тотонор ине. Тимәк, Мәүлит ағай менән Таңсулпан апай минең маҡсатлы шағир булып үҫәсәгемде һиҙеп-тойомлағандарҙыр инде, ышаныс белгертеп, ете тапҡыр үлсәп, бер тапҡыр киҫкәндәрҙер, тип һығымта яһарға була.
Шундай ышаныс белдергәндәре өсөн бик рәхмәтлемен уларға. Иркутскиҙан ҡайтҡас, 1995 йылдың аҙағында булһа кәрәк, Мәүлит ағайға рәхмәт әйтәйем тип, Учалыға яҙыусылар ойошмаһына барған инем, уны дауаханала ята тигәстәре, кире ауылға ҡайтып, инәйемдән күстәнәскә, тип бер банка бал, кипкән мәтрүшкә алып, яңынан ҡалаға юлландым. Мәүлит ағай эргәһенә кереп, хәлен белешеп, күстәнәстәремде ҡалдырҙым. Рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, эй ҡыуанып ҡалғайны.
Йор һүҙле, киң күңелле, ипле, һәйбәт кеше булды Мәүлит ағай. Халыҡ уның ижадын ныҡ яратты, әле лә ярата, ҡәҙерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы шағир булараҡ, үҙенә тейешле булған дәрәжә-исемдәрҙе алып өлгөрмәне. Әлеге лә баяғы, арабыҙҙа йәшәүсе, көнсөл йәнле, яҡташ, ҡәләмдәштәре ҡамасауланы, аяҡ салды.
Шуға ҡарамаҫтан, үҙенең затлы, аҫыл ир, ысын шағир икәнлеген иҫбатлап, ул яҡты ижад донъяһында үҙенең алтын бағанаһын ултыртты, халыҡ хөрмәтен яуланы.
Аллаһ бирһә, Мәүлитбай Байгилде улының нурлы ижады, яҡты рухы мәңге халыҡ күңелендә, халыҡ хәтерендә һаҡланасаҡ!

Учалымдың аҫылташы

Арабыҙҙа һинең абруй,
Шундай ныҡлы, шундай дәү бит.
Учалымдың аҫылташы, -
Ҡурайсы һәм шағир Мәүлит.

Һине халыҡ хөрмәт итә,
Был һүҙҙәрҙә юҡтыр бер шик.
Нурлы күңелеңә тулған, -
Һөйөү, илһам, иман, тәүфиҡ.

Шөкөр, кеше айырманың
Барыһын да күрҙең бер тиң.
Ярҙам һорап килгәндәргә
Өрҙөң һулыш, ҡуйҙың бит иң!

Кешеләргә ярҙам итеү
Булды һинең бар маҡсатың.
Киң күңелле, аҫыл ир һин,
Данлы һинең ырыу-затың!

Рухың тере. Һинең абруй
Шундай ныҡлы, шундай дәү бит.
Учалымдың бер йәме һин, -
Ҡурайсы һәм шағир Мәүлит!

P.S. Ысын, тулы  мәғәнәлә халыҡ шағиры Мәүлит ағайыбыҙҙың вафатына 8 ноябрь дүрт йыл да тула. Барыбыҙ ҙа иҫкә алайыҡ уны, иҫ киткес һәләтле, ҡайнар йөрәкле һәм киң күңелле кеше ине ул!

Рамай Ҡаһир, Өргөн ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: