Ҡалабыҙҙың Ижад йортонда “Пионер” балалар телестудияһы бик тә уңышлы эшләй. Етәкселәре Зөлфиә Шихова, Учалы телерадиостудияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә торалар.
Быйыл көҙ “Орленок” үҙәгендә үткән “Бумеранг” асыҡ фестиваль-форумында ҡатнаштылар. Ошо сарала Бөтә Рәсәй йәш кинематографистар питчингы һөҙөмтәләре барлана. Беҙҙең “Пионер” бәтә ил масштабында иң яҡшы бишәү исемлегенә ингән. Йәш хәбәрселәр Мәҙәниәт инициативаларының президент фонды тарафынан тос суммаға сертификат менән бүләкләнә. Был аҡсаға камера, ноутбук, штатив, яҡтыртыу һәм тауыш яҙҙырыу ҡорамамлдары алып шатландылар ҙа инде.
Питчинг – презентация, телепроекттарҙың “исем туйы” булһа, хәҙер тағын да яуаплыраҡ бурыс тора: форумда бер өлөшө генә реклама рәүешендә күрһәтелгән (быныһы – “тизер” тип атала икән) “Уҡытыусы булды, бар һәм буласаҡ” проекттарын аҙағынаса еткереү. Был әҫәрҙәре тулы күләмдә тағын да юғарыраҡ баһа алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ – балалар ифрат һәләтле, улар менән үҙ эшенә мөкиббән бирелгән педагогтар шөғөлләнә, хәҙер иһә, заманса техникалары ла етерлек. Хәйерле сәғәттә!