Башҡорт бейеүҙәренең “Байыҡ” республика телевизион конкурсының быйылғы миҙгеле тамамланды.
15 ноябрь Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бөтә республикабыҙҙың иң оҫта бейеүселәре сығыш яһаны. Учалылар бик тә юғары баһаларға иреште.“Парлы ансамбль” номинацияһында Гран-при – район мәҙәниәт йортоноң “Ҡалҡан” ансамблендә (етәкселәре Фәнис Кәримов), “Соло” номинацияһында иң юғары баһаға Гөлфинә Йомағужина лайыҡ булды. Ҡунаҡбай клубының “Аҡ теләк” халыҡ фольклор ансамбле (етәкселәре – Гөлфинә Йомағужина) 2-се урынға күтәрелде, ә Иманғолдан Роза Юлбирҙина (етәксеһе Гөлсәсәк Муллағәләмова) – хөрмәтле 3-сө урында. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлап, халыҡ рухына һәм мәҙәниәтенә тоғролоҡ, ҡатмарлы мәлдәрҙә күңелдәргә йылылыҡ бөрккән, кәйефтәрҙе күтәргән өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!