Өфөлә, М.Кәрим исемендә Йәштәр театрында йәш йырсыларҙың “Сулпылар – 2024” телеконкурсы һөҙәмтәләре йомғаҡланды.
Көсөргәнешле ярышта яҡташыбыҙ Арслан Ғарипов 3-сө урын яуланы. “Көсөргәнешле” тип юҡҡа әйтмәйбеҙ: Башҡортостанда моңло балалар иҫ киткес күп бит, хатта, 1-се турға ғына ла 137 һәләтле бала һайлап алына! Бәғзе юғарыраҡ кимәлдәге конкурстарҙа ла ҡатнашыусылар аҙыраҡ була торған.
Арсланға 10 йәш, Учалы ауылындағы Башҡорт гимназияһының 4-се класында белем ала. Башта ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнһә, хәҙер – Учалы ауылдағыһында, уҡытыусыһы –Дилә Санъяр ҡыҙы Абдуллина. Тәүге турҙа “Урал-тау”ҙы башҡарһа, икенсе этапта “Эх, егеттәр!” йыры менән алҡыштарға күмелә, ә пъедесталдың 3-сө баҫҡысына “Атайымдың уң ҡулы” менән күтәрелә.
-Йырсы булыр тип кем уйлаған, зат-зәүерҙә ундайҙар юҡ! – тип көлә әсәһе Гөлнара Ишдәүләт ҡыҙы.- Тик бына кес кенә сағынан автомобиль радиоһынан отоп, бала өсөн ғәжәйеп көр тауыш менән “Эх, дороги”, “Любите, девушки, простых романтиков” кеүек йырҙарҙы йырлап тик йөрөй. Ҡыҙыҡ күреп, 4 кенә йәшендә сәхнәгә лә сығарҙыҡ. Күпмелер ваҡыттан үҙе лә туҡтар, тип уйлағайныҡ, юҡ, ҡыҙыҡһыныуы арта ғына бара. Шуға ла музыкаль мәктәпкә бирҙек, унда хәҙер 3-сө класта.
Гөлнара ханым үҙе хореограф-режиссер, сәхнә кешеһе. Азат Азамат улы – “Кровля” предприятиеһы хеҙмәткәре, Арсландың ағаһы Арсен хоккей менән мауыға икән.
-Конкурста ҡатнашыу – үҙенә күрә һынау, байтаҡ мәшәҡәттәр менән бәйле. Аранжировка, йырҙы яҙҙырыу буйынса ихлас булышлыҡ иткәндәре өсөн Илнур Ҡәләмовҡа, Динар Нәсибуллинға (“Динар Борода” псевдонимы аҫтында билдәле) ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт! Арсланыбыҙ шул тиклем шатланып, илһамланып, төрлө оҫталыҡ нескәлектәрен отоп ҡайтты. Йырсы булып китәме, юҡмы, әммә хыялымды тормошға ашырырға форсат сыҡманы, тип үкенестә ҡалмаһын!
Бындай һүҙҙәрҙән һуң, Арсендың үҙенә лә, ғаиләһенә лә афарин әйтерлек!