Һөйөндөк ауылының Мәҙәниәт йортонда «Бәрәкәтле ашъяулығым» тип аталған ҙур фольклор байрам ойошторолдо.
Ашъяулыҡ сигеү, аш-һыу әҙерләү оҫтабикәләре ярышты, оҫталыҡ дәрестәре лә бирелде: борон-борондан килгән милли сәнғәт юғалып ҡалмаҫҡа тейеш, быуындан-быуынға түкмәй-сәсмәй бирә барыу бурысы тора. Юҡҡа ғына түгел, был бәйгелә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, район башҡорттары ҡоролтайы ихлас ҡатнаша. Жюри рәйесе – район “ Ағинәйҙәр” ойшмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, ағзалары – район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров, Илсеғол ауыл ултырағы башлығы Зәлифә Абшаһитова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Аверьянова.
-Аллы-гөллө биҙәктәрҙән мәҙәниәт йорто балҡып торҙо. Ҡул эштәрен сигеү, нағышлау бик борондан килә. Шуның бер миҫалы - Мулдаҡайҙан Лейә Талип ҡыҙы алып килгән ашъяулыҡҡа хәҙер 120 йыл! Уның биҙәктәре, этнографтар билдәләгәнсә, “иҫәпле сигеү”( “счетная вышивка”) менән һалынған. Балбыҡ, Көсөк-Маяҡ ауылдарында ла үткән быуаттың урталарында сигелгән ашъяулыҡтар һаҡланған икән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сигеү сәнғәтен ҡайтанан терелтеп, дөрләтеп ебәрҙе ағинәй ойошмаһы. Мәңге балҡыһын! – ти Мәрзиә Сәғитйән ҡыҙы.
Иҫке Байрамғолдан, Миндәктән, Балбыҡтан, Бөйҙөнән, Һөйөндөктән, Илсеғол һәм Рысайҙан 17 оҫтабикә, 5 команда ҡатнашты. Һәр оҫтабикә, һәр эш һоҡланыу һәм ихтирамға лайыҡ, әммә ярыш ярыш инде, урындар билдәләнә. Шулай итеп Гран-при – Римма Байрамғоловала (Иҫке Байрамғол). 1-се урын – Рәзилә Ибраһимова (Балбыҡ), 2-се урын – Гөлемеш Рәҡипова (Миндәк), 3-сө урындар – Дилә Сәйфетдинова (Иҫке Байрамғол) һәм Зифа Әсфәндийәрова (Бөйҙө).
-"Бәрәкәтле ашъяулығым" исемле сара тураһында ағинәйҙәр ойошмаһының етәксеһе Мәрзийә Сәғитйән ҡыҙының ниәтен ишетеүем булды, үҙебеҙҙә, Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрергә теләк белдерҙем.
Һинең клубың бәләкәй, тип тә әйтеүселәр табылды, мин шаяртып яуап таптым "Күңел киң булһын, тере кешегә урын етә!" Байрам булғас бүләге лә, аш-һыуы ла, биҙәлеше лә - бөтә кәрәк. Ойоштороу эштәре ла баштан ашҡансы күп. Мәҙәниәт бүлегенән методист ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт бар яҡлап ярҙам итеүҙәренә. Илсеғол ауылы хакимиәте башлығы Зәлифә Азамат ҡыҙы ла, ныҡ талапсан ғына түгел, ниндәй сара уҙмаһын, ярҙам итергә генә тора. Кәңәш ярҙамы өсөн яҙыусы Әнисә Фәррәховаға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортоноң "Шәп килендәр" фольклор төркөмө артистары Земфира , Зәйтүнә Рәхмәтуллиналар, Вилә Мырҙағолова, Жанна Иҫәнгилдина, Вафия Әхмәрова сараның “тере биҙәктәре” булдылар. Тормош иптәшем Рәис Камаловҡа ла ҙур рәхмәт - ниндәй сара үткәрһәм дә, ҙур табынға тел йоторлоҡ тәмле ашты фәҡәт ул бешерә, ҡулы ла оҫта, күңеле лә киң
Еңеүселәр бик тә ғәҙел билдәләнде, ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ! Шулай ҙа, минән ҡалһа, Лейә Һағынбаеваның ашъяулығына ла нисектер урын бирер инем: бигерәк тә оҫта апай, таҫтамалдар ҙа сигә. Әйткәндәй, Мәрзиә Сәғитйән ҡыҙы үҙе тәҡдим иткәс, үҙе лә ашъяулыҡ сигеп килтереп күрһәтте, конкурстан тыш шарты менән. Бик матур! –тип һөйләп үтте беҙгә
клуб мөдире Гөлсара Ғилман ҡыҙы Камалова (Йәшелбаева).
Ул үҙе сығышы менән Кәрим ауылынан. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу училищеһынан 1991 йыл Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортона практика уҙырға килә лә, һаман бында “практика уҙа” . Үҙ эшен белә һәм ярата, ҡатын- ҡыҙҙар советы рәйесе, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, ныҡ әүҙем йәмәғәтсе булғас,“ Мужсовет та, женсовет та, йәштәрҙең советы ла һин!” –тип мәрәкәләйҙәр үҙен. Ауылда бер ағай, хата, уның килгәнен күрһә, ҡапҡаһын дөңкөлдәтеп ябып инеп китә, ти, әбейенә төрлө йомоштар йомошлап, кәңәштәр, ярҙам һорарға килгәнен аңлап бөткән.
Тормош иптәше Рәис Ситдыҡ улы менән Гөлшат, Әлмирә исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр, кейәүҙәре - Рифат(Бөрйән районы, Килдеғол ауылы егете), Марсель(Һөләймән ауылынан). Матурҙан-матур Диана, Мәликә, Алтынай исемле ейәнсәрҙәренә һөйөнөп бөтә алмайҙар. Һәм рухи яҡтан да камил булыуҙарын ныҡ теләйҙәр, ошо маҡсатта, шул иҫәптән, милли халыҡ ижады һәм сәнғәте ынйыларын һаҡлап ҡалыуға көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәс, Гөлсара ханымдың төрлө диплом-маҡтау ҡағыҙҙары бихисап, ике йыл элек республика кимәлендә субсидия менән дәртләндерелеүе тураһында гәзиттә яҙғайныҡ. Ә был сара барышында Башҡортостан Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлфийә Янбаеваның Рәхмәт хаты тапшырылды.
P.S. Заман билдәһе – ниндәй генә күңелле байрам гөрләмәһен, бер минутҡа ла тап әле яу барыуы тураһында иҫтән сыҡмай. МХО-лағы уландарыбыҙға аҡса һалды хөрмәтле оҫтабикәләр һәм ҡунаҡтар. Ә Һөйөндөк ағинәйҙәре иң күркәм сигелгән ашъяулыҡты һайлап, һалдаттарыбыҙға ебәрергә ҡарар итте. Иншаллаһ, алдарында табындар гел мул торһон, ә иң мөһиме – бар егеттәрҙең фани донъяла килер ризыҡтары киң булһын, оҙон-оҙаҡ йылдар дауамында..... Ашъяулыҡ борон-борондан муллыҡ, бәрәкәт, ҡунаҡсыллыҡ символы бит, ә шартына килтереп нағыштар ҙа һалынған икән – ҡурсалау, һаҡлау көсөнә лә эйә!