Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь , 10:23

Ырыуығыҙ - шундай данлы!

Эргәлә шундай ышаныслы ауылдаштарҙың йәшәүе - һоҡландыра, күңелгә йәм өҫтәй.

Ырыуығыҙ - шундай данлы!
Ырыуығыҙ - шундай данлы!

Учалы районы, "Совет" колхозының, Өргөн ауылы бригадаһының билдәле механизаторҙарының береһе, Мөхәмәтйәнов Хәниф Хәким улы йәш сағынан уҡ тырыш, ипле, изге күңелле егет була. Эшенән буш саҡтарында халыҡҡа бесән, утын ташып, ауылдаштарын ҡыуандыра, ихтирам яулай.
Ауылдашы Мөхәмәтйәнова(Әйүпова) Сәкинә Әхмәҙулла ҡыҙына өйләнеп, бик матур донъя ҡоралар, өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Хәлил, Венер, Динар ата-әсәһенә оҡшап, эшкә егәрле, ауылда үткәрелгән өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусы, һәр береһе матур ғаилә ҡороп, өлгөлө, маҡсатлы тормош алып барыусы егеттәр. Эргәлә шундай ышаныслы ауылдаштарҙың йәшәүе - һоҡландыра, күңелгә йәм өҫтәй.

Ауылдың бер йәме булды
Тракторист Хәниф ағай.
Уның ДТ-һына ҡарап,
Һоҡланды күпме малай!
Ҡыштарын кәбән ташыны,
Яҙ, көҙөн - баҫыу эше.
Егәрле һәм ипле булды,
Хөрмәткә лайыҡ кеше!
Эшкә етеҙ, уңған ине,
Кешелекле, аҫыл ир.
Донъя йөгөн тарта бөгөн
Өс улы, өс баһадир!
Хәҙер үҙҙәре атайҙар,
Техника һөйгән халыҡ.
Изге ғәмәлдәрен күреп,
Йөрөйөм хайран ҡалып.
Улар һәр саҡ күрһәтәләр
Үҙҙәрен яҡшы яҡтан.
...Сөнки ырыу - нәҫелдәре,
Бик затлы, аҫыл заттан!

   Рамай Ҡаһир, Өргөн ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: