Борон-борондан башҡорт ир азаматтары Тыуған илен, Ватанын һаҡлап яу сапҡан. Әле лә нәҡ шулай. Бына беҙҙең ҙур булмаған Озерный ауылынан да 31 уланыбыҙ Украина яҡтарында Бандера ҡалдыҡтары, нацист шәрәмәттәренә ҡаршы ҡыйыу алыша, бишеһе батырҙарса баштарын һалды....
Һәм шулай уҡ борон-борндан бөтә башҡорт халҡы яу сапҡан һуғышсыларҙы, уларҙың яҡындарын хәстәрләргә ғәҙәтләнгән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында Башҡорт полктары төҙөлә, халыҡ уларҙы ат, ҡорал, кейем-һалым менән тәьмин итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла 112-се кавалерия дивизияһы төҙөлөп, һыбайлыларҙы икешәр ат менән оҙаталар, аҙағынан да һәр яҡлап булышлыҡ итәләр.
Бөтә Башҡортостан менән бер рәттән Озерный ауылы халҡы был данлы ла, сауаплы ла йоланы дауам итә. Әйтәйек, маскировка селтәрҙәре үреүгә дәррәү тотондолар. Бик тә мәшәҡәтле һәм оҙайлы эш. Йорт эштәрен ҡалдырып та торорға тура килә. Тырыша торғас, бөгөнгө көнгә 11 селтәр әҙерләнде. Әнисә Әхмәҙуллина, Гөлсөм Сәғитдинова, Рәйлә Лотфуллина, Шәүлиә Юнысова, Нурдидә Вәлиева, Нәйрә Ишмәхәмәтова, Әлфиә Фәйзуллина, Эльвира Ниғмәтуллина, Сәғиҙә Собханғолова, Рәйфә Шаһимарданова, Фатима Мөжәүирова, Рита Фәррәхова, Эльза Ғиниәтуллина, Катерина Килмөхәмәтова, Рима Шаһимарданова, Рәзимә Лоҡманова, Флүрә Шәйәхмәтова, Рүзилә Абдрахманова, Резеда Насретдиновалар көстәрен дә, ваҡыттарын да, күҙ нурҙарын да һис йәлләмәй. Озерный мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ныҡ булышлыҡ иттеләр, фәҡәт әлеге көндә улар бетеү яһау менән мәшғүлдәр.
- Ошо арала сираттағы гуманитар ылау оҙата алдыҡ. Селтәрҙәр ебәрелде, уландарыбыҙҙы ышаныслы ҡурсалаһын, тип күп теләндек, иншаллаһ! Бынан тыш, байтаҡ башҡа әйбер тупланды. Шәүлиә Маратовна, Нәйрә Сайфулловна, Рүзилә Нәжиповна, Дания Латифовна, Нәзилә Наилевнаға айырыуса рәхмәт. Һеҙ ебәргән ҡайнатмалар, ойоҡбаштар, сәй-кофе, кәнфиттәр, сало (һуғыш юлында һис тә харам түгел!) егеттәребеҙгә барып етһен, әҙ булһа ла өй йылыһын еткерһен. Ял минуттарында мунсала миндек менән сабынып, тәндәре ял итһен. Һуңынан апайҙар ебәргән ҡайнатмалар менән тирләп-бешеп сәй эсерҙәр тип ышанып ҡалабыҙ!
Айырыуса шәхси эшҡыуар Руслан Нәзир улы Әйүповты, Айгиз Иштған улы Азаматовты билдәләр кәрәк: биш кубметрҙан ашыу ҡырҙары киҫелгән таҡта тейәп оҙаттылар, - ти староста Нәҡип Әйүпов.
Ылауҙы туплауҙа ҡатнашыу бер эш булһа, уны фронт һыҙығына еткереү, егеттәребеҙгә тапшырыу тағын да ҡатмарлыраҡ. Ошо йәһәттә һәр яҡлап булышлыҡ иткән (йә үҙҙәре үк хәүефле сәфәргә сыҡҡан) район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа, ДОСААФ начальнигы Алексей Вәлиевҡа, райондаштарыбыҙ Рәил Ҡорамшин менән Марат Йомабаевтарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Берҙәмлектә – көс!
– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәттә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк, - тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә.
Нәҡип ӘЙҮПОВ,
Озерный ауылы