- Беҙ башҡорттар ҡоролтайын көтәбеҙ. Был милләт, республика өсөн бик етди ваҡиға буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. - Ҡоролтайҙы беҙҙең өсөн дә, Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн дә бик ауыр ваҡытта йыябыҙ. Ҡоролтай бик мөһим буласаҡ. Ул нисек үтәсәген һәм унда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителәсәген күрербеҙ. Мин был өлкәлә башлыҡ булараҡ башҡарған эшемде "өс" билдәһенә баһалайым, дөрөҫөн әйткәндә. Мин һәр ваҡыт приоритет принцибы буйынса йәшәйем. Минең өсөн приоритет - Башҡортостан.
Мөһим ваҡиға республикала, донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерәсәк. Сара барышында ғилми-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ижади лабораториялар, яңы проекттар, туған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар көтөлә.
Учалы районынан делегаттар быйыл май айында уҡ һайланды, бына улар: Заһир Таһир улы Вәлиев, Зариф Ғадинан улы Ғарипов, Айҙар Нәжәт улы Заһиров, Салауат Хәйретдин улы Рәсүлев, Мозафар Харис улы Ҡадиров, Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Илнур Флүр улы Лоҡманов, Фәнүр Фәнит улы Шаһиев, Зилә Ғизетдин ҡыҙы Шәрәфетдинова, Мәрзиә Сәғитйән ҡыҙы Солтанбаева, Илфат Әғләм улы Янбаев, Марс Харис улы Камалов. Үкенес, байтаҡ лайыҡлы яҡташтарыбыҙ был исемлектә юҡ, сәбәбе ябай – билдәләнгән лимит эсенә һыйыр кәрәк. Шуға өҫтәп, һәр кандидаттың ниндәй өлкәлә мәшғүл булыуын иҫәпкә алырға тура килә – бының буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында һәр кемдең ниндәй секция эшендә ҡатнашасағы билдәләнә (“Башҡорт теле”, “Мәғариф һәм кадрҙар”, “Тарих һәм берҙәйлек (идентичность)” һәм башҡа.
- Учалы районы ҡоролтайының киңәйтәлгән ултырышында тауыш биреү асыҡ рәүештә үтте, һәр кем үҙ фекерен белдерҙе, - ти башҡарма комитет рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадиров. - Әйткәндәй, күрше Белорет районынан ни бары 7 делегат, беҙҙә байтаҡҡа күберәк әле. Һәр кем үҙ урынында инде, мәҫәлән, Заһир Вәлиев – МХО ҡаһарманы, ә махсус хәрби операция тормошобоҙға ныҡлап үтте; Зилә Шәрәфетдинова – бар ғүмерен балаларға туған телде өйрәтеүҙе ойоштороуға арнаған кеше, кем унан да яҡшыраҡ был сетерекле мәсьәләне аңлата алһын; Мәрзиә Солтанбаева –ул етәкләгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ниндәй әүҙем эшләүе тураһында барыһына ла мәғлүм; заманында милли ойошманың төп тарихсыһы Спартак ағай Ильясов булһа, хәҙер уның байрағын Фәнүр Шаһиев ышаныслы күтәреп алды; власть органдары, матбуғат саралары, дин ойошмаларынан да вәкилдәребеҙ булырға тейеш. Бына, мәҫәлән, Эльвира Айытҡолова Яңы Байрамғол ҡыҙы икән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе фәҡәт тыуған төйәгенән һайланыуы бар яҡташтарының намыҫ эше. Зинһар, берәйһе ярамһаҡланыу тип ҡабул итмәһен, ундай холҡом бөтөнләй юҡ, әммә Эльвира Ринат ҡыҙы был яуаплы йәмәғәт вазифаһын биләгәне бирле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге һиҙелерлек дәрәжәлә үҙгәрҙе, бихисап конкрет эштәр башҡарыла, Учалы районы өсөн айырыуса ҡалтырап ҡына тора ул.
- Район ҡоролтайы составына нисек инергә мөмкин, тип һораусылар бар.
- Башта шуны аныҡ аңларға кәрәк – бөтә ҡоролтай ағзалары тик үҙҙәренең күңел ҡушыуҙары буйынса ғына берләшә. Беҙ иреархия баҫҡыстары буйынса инстанцияларға бүленгән рәсми структура түгел, хатта, ҡулыбыҙҙа документ рәүешендә таныҡлыҡтарыбыҙ ҙа юҡ, бының кәрәге юҡ. Ниндәйҙер өҫтәмә хоҡуҡтар, льготалар тураһында ла һүҙ ҙә юҡ, кеше ирекле рәүештә үҙ өҫтөнә ниндәйҙер йөкләмәләр генә ала. Һәм, берәй яҡшы эш атҡара алаң икән - рухи ҡәнәғәтлек! Хатта, айырым бүлмә лә биләмәйбеҙ бит, бар координация социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәр аша алып барыла. Шөкөр, ултырыш үткәрергә кәрәк булһа, район хакимиәтендә ҡуй тигәндәре юҡ. Эйе, район ҡоролтайының төп эшмәкәрлеге фәҡәт координациянан ғибәрәт: төрлө өлкәләрҙә (мәҙәниәт, милли спорт, хәйриә һәм башҡа күп) милләтебеҙгә тоғро төрлө кешеләр ниндәйҙер кәрәкле эш башҡара, башҡарма комитет иһә дөйөм йүнәлеш бирергә, булышлыҡ итергә ынтыла. Милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, үҫештереү тураһында һүҙ барғанда, был – һинеке, был – минеке, быныһы – һинең вазифа йөкләмәһе, быныһы – йәмәғәт башланғысында, тип тартҡылашыусылар арабыҙҙа бөтөнләй юҡ, тип ғорурлыҡ менән билдәләй алам. Йәмәғәт ойошмаһының сафтары киңәйә икән, бик шат буласаҡбыҙ, бының өсөн берәй ҡоролтай ағзаһына (улар һәр ауыл Советында бар) йә миңә һәр кем тура мөрәжәғәт итә ала – эш һәр кемгә табылыр. Әлбиттә, аҙып-туҙып йөрөгән, яман даны сыҡҡандарға юл ябыҡ, ундайҙар үҙҙәре лә тома манҡорт, йәмәғәт эшенә бер ҙә тартылып тормайҙар.
- V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылда үткәйне, уҙған дәүерҙә ниндәй эштәрҙе айырыуса билдәләй алаһығыҙ?
- Үҙем саҡ ҡына һуңыраҡ, 2020 йылда район башҡарма комитеты рәйесе итеп һайландым, әммә икеләнмәй әйтә алам - ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалманы. Һанай башлаһаң, күп килеп сыға. Республикабыҙҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән дә гранттар бар. 2019 йылда республикала I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, «V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы» халыҡ-ара йәштәр форумы ойошторолдо, шағир һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа баш ҡалабыҙҙа һәйкәл ҡуйылды. Уларҙың барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика етәкселеге ярҙамында ойошторолдо. 2019-2020 йылдарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Татарстан Республикаһында, Пермь крайында, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре» проекты тормошҡа ашырылды. Ҡоролтай тарафынан күтәреп алынған Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант республикала ғына түгел, донъяның бар тарафтарында йәшәгән милләтәштәребеҙҙе берләштерә.
Ныҡ популярға әйләнгән Милли кейем көнө лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. 2019 йылда башланған «Шайморатов вариҫтары» проекты башҡорт яугирҙарының исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Дивизияның 3100 яугирының исеме һәм биографияһы аныҡланды, улар «Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» биографик белешмәһенә индерелде. Интернетта сайт булдырылды (http://112bkd.ru/). «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы, Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы, «Туған тел — изге аманат» ата-әсәләр форумы кеүек саралар ҙа сағыу ваҡиғалар булды. Республиканың милли киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен берләштергән, «Медиайыйын» форумы ла 2021 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән үткәрелә башланы һәм бөгөн республика етәкселеге ярҙамында ҙур сараға әйләнә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» төбәк-ара конкурсы ла — ҡоролтай тәҡдиме менән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылдан башлап тематик йылдар иғлан итә. Мәҫәлән, 2020 йыл Башҡорт теле йылы булды. 2021 йыл - Башҡорт тарихы йылы (22 башҡорт ырыуы съезы уҙғарылды, башҡорт ырыуҙарының тәүге тапҡыр үҙ геральдикаһы — гербтары, гимндары ла барлыҡҡа килде, башҡорт ырыуҙарының картаһы төҙөлдө). 2022 - Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ, 2023 – Фән һәм мәғариф йылдары, быйыл иһә беҙ Йәштәр йылын билдәләйбеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә популярлыҡ яулаған «Айыҡ ауыл» конкурсын айырыуса билдәләргә кәрәк.
Ошо сараларҙың барыһында ла тиерлек Учалы башҡорттары теге йә был кимәлдә ҡатнаша. Ҡабатлап әйтәм, “һинеке-минеке” тип бүлешеү юҡ, бына, мәҫәлән, ағинәйҙәребеҙ берәй милли йола йә кәсеп буйынса фольклор байрамы үткәрә икән, мәҙәниәт бүлеге, урындағы ауыл Советы, уҡытыусылар, бөтә йәмәғәтселәр әүҙем ҡушыла – һәр кем үҙ урынында. Йә, әйтәйек, район ҡоролтайы эшмәкәрлегенең бик мөһим өлөшө – МХО яугирҙарына, ғаиләләренә булышлыҡ итеү. Үкенес, бына минең 15 кенә хеҙмәткәр иҫәпләнгән крәҫтиән-фермер хужалығынан ике кеше (Ринат Фәттәхов, Нәзир Моратшин) яу ҡырында баштарын һалдылар, ғаиләләренә утын менән булһа ла ярҙам итәбеҙ. Бөтә ҡоролтай ағзалары ла үҙ урындарында был эш менән мәшғүл. Минең уйлауымса, ҡоролтайҙа тормаған осраҡта ла ситтә ҡалмаҫтар ине, сөнки выжданлы һәм әүҙем кешеләр! Дин тәнгәлендә лә оҡшаш хәл, бына мин үҙем мөмкинлеккә ҡарап мәсеттәргә булышлыҡ итергә тырышам – башҡарма комитет рәйесе булған өсөн генә түгел, үҙем Иман юлына баҫырға ынтылам, әммә ҡоролтай форматында бағыусылыҡ ҡылыу дөрөҫөрәктер тип уйлайым. Әйткәндәй, район ҡоролтайы составында – дүрт хәҙрәт бар. Уларҙың инициативаһы буйынса ике йыл рәттән район һабантуйында үҙебеҙҙең айырым тирмә ҡуйып, милли йолаларҙы күрһәтеү менән сикләнмәйбеҙ, һуғыш тиҙерәк бөтһөн, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тип ҡорбан салабыҙ.
- Мозафар Харис улы, тап Учалы ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ҡағылған тағы ниндәй ғәмәлдәрҙе айырым билдәләр инегеҙ?
- Милли төр спортты үҫтереүгә көс һәм ваҡыт йәлләмәгән Илдар Исхаҡовҡа, Александар Шумковҡа айырыуса рәхмәтлемен. 2020 йылда ойошторған, 9 төбәктән вәкилдәр йыйған “Табындар йыйыны” Башҡортостан кимәлендә лә бик тә әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде. 2016-2022 йылдарҙа үткәргән “Барын-табын йыйындары” күңелле ҙур байрамдарға әйләнә килә ине. МХО башланғас туҡтаттыҡ, һуңғыһында ҡулдарына повестка тотҡан уландарыбыҙҙы тантаналы рәүештә яу ҡырына оҙаттыҡ, һеҙ еңеү менән ҡайтҡас, был байрамдарҙы тағы ла ҙурыраҡ һәм сағыуыраҡ ойошторорбоҙ, тип һүҙ биреп ҡалдыҡ. Эйе, махсус хәрби операция пландарыбыҙға киҫкен коррективалар индерҙе. Ләкин, яугирҙарға, ғаиләләренә һәр яҡлап булышлыҡ итергә тырышыу менән бер рәттән, Учалыларға ғына хас фольклор, спорт һәм башҡа байрамдарҙы артабан да үткәрер кәрәк тигән фекерҙәмен, төптән ҡараһаң – егеттәребеҙ, нәҡ һәр халыҡ үҙ телендә һөйләшә алһын, һәр милләт милли асылына тоғро ҡала алһын өсөн, барыбыҙ өҫтөндә лә күк йөҙө аяҙ булһын өсөн ҡан түгә.
- Ә был ҡоролтайҙан ни көтәһегеҙ?
- Был хаҡта ниҙер фаразлайһы килмәй, сөнки бындай мәртәбәле йыйындарҙың бар мәғәнәһе шунда - бөтә халыҡ вәкилдәренән оло ҡор йыйып, кәңәшләшеп, фекер алышып, милләтебеҙҙең үҫеш юлдарын билдәләү. Әммә төп асыл алдан мәғлүм, рәсми документтарыбыҙҙа ҡара менән аҡҡа яҙылған: “Туған телде һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтте, милли тамырҙарҙы һәм үҙаңды һаҡлау, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың ижтимағи һәм рухи-мәҙәни үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итеп, башҡорт милләтен бергә туплау”. Быға тап әлеге заман шарттарында нисек ирешеү юлдары фәҡәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында аныҡланыр тип өмөт итәм. Әңгәмәнең аҙағында күңелемә иң яҡын ике башҡорт мәҡәлен телгә алғы килә: “Берҙәмлектә – көс” һәм “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ”, тап шулай!
Илфат ЯНБАЕВ.