Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан ЬБашлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында һөйләне.
– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәттә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк.
Һуңғы тапҡыр яугирҙар менән алғы һыҙыҡта осрашҡанда, ғәжәп хәл, тип әйтер инем – егеттәр бер ни ҙә һорамай. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, тиҙәр. Был хәл миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Ысын ир-аттарса. Бер генә үтенестәре бар, һәм был хаҡта командирҙар менән һөйләшеү булды – ул радиоэлектрон көрәш саралары һәм FPV-дрондар менән тәьмин итеү.
Бер яугир Рәсәй Президенты менән Германияла бергә хеҙмәт иткән һәм уға сәләм тапшырыуҙы һораны. Мин был хаҡта Владимир Владимировичҡа әйттем. Президент: «Уға ла сәләм еткер», – тип яуап бирҙе.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәрҙән үтенестәр күп булырға тейеш кеүек, әммә яугирҙар бары тик рәхмәт әйтә. Бына шундай һуғышсан рух уларҙа, - тип билдәләне Башлыҡ.
Йәштәр йортонда “Донъя әсә һөйөүе менән матур” тип аталған матур осрашыу үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындары һәм әсәләре, шулай уҡ күп балалы әсәйҙәр һәм ҡала-районыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡатнашты. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, унда улар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Баш һүҙ менән район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина сәләмләп, Ватанын һәм ғәзиз тыуған ерен яратҡан, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөн ышаныслы һаҡлаған һәм дөрөҫ тәрбиә алған улдары өсөн әсәйҙәргә, күп бала үҫтергән әсәләргә - уларҙың хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтте.
- Һуңғы ваҡытта илһөйәрлек тойғоһо беҙҙең районда йәшәүселәрҙә генә түгел, бөтә ил буйынса көсәйә. Илебеҙ яҙмышына битараф кеше, моғайын, ҡалмағандыр, тип уйлайым. Өлкән йәштәгеләр посылкалар йыйып, маскировка селтәрҙәре әҙерләп, гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индерһә, балалар инде ҙур тырышлыҡ менән окоп шәмдәре эшләйҙәр, яугирҙарға бар күңелен һалып хаттар яҙалар. Һәм былар барыһы ла беҙҙе берләштерә, ә берҙәмлектә беҙҙең көс. Әлеге ваҡытта иң мөһиме - ныҡ булырға һәм беҙҙең егеттәргә, һеҙҙең улдарға, беҙҙең Еңеүгә ышанырға кәрәк. Беҙҙең егеттәр ысын геройҙар, улар менән ғорурланабыҙ һәм барыһының да иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, уңыштар, һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем! - тине Гүзәлиә Ишбай ҡыҙы.
“Әлеге сара хәрби хеҙмәттә булғандарҙың әсәләре аша ғаиләләрендәге проблемаларға иғтибар биреүгә, үҙ Ватанына тоғро патриоттар тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙ-әсәләрҙең баһаһын күтәреүҙә төрлө яҡлы ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө осрашыуға килгәндә, һеҙҙең дә әйтер, уртаҡлашыр һүҙҙәрегеҙ барҙыр, бәлки, ярҙам, кәңәш кәрәктер. Ошолай аралашыу һеҙгә һәйбәт тәьҫорат биреп, файҙаға булһын”, - тип билдәләне сараның төп инициаторҙары - “Ғаилә” үҙәге һәм Йәштәр сәйәсәте комитеты хеҙмәткәрҙәре лә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда.
Матур сарала шулай уҡ күп балалы әсәләр тәбрикләнде. Ә Ҡунаҡбай ауылынан Аида Ямаловаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Тормош иптәше менән улар биш бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Арсланға - 16, төпсөк Мәҙинәгә өс йәш. Өсәүһе спорт менән шөғөлләнә - Арслан кикбоксинг буйынса спорт мастеры кандидаты, уртансы ҡыҙҙары ла ошо спорт төрөн һайлаған, кинйә улдары ҡул көрәше менән мауыға. Камилә ҡыҙҙары ата-әсәһенән күреп, дингә ултырған.
- Мин элек ҙур ғаилә, күп балалар тураһында уйланғаным да булманы. Ә хәҙер тормош иптәшем менән ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Балаларыбыҙ үҙ-ара дуҫ, татыу. Уларҙы тәүфиҡлы, игелекле, лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бала саҡтан алып эш һөйөргә өйрәтәбеҙ. Ҙурҙары бәләкәстәрен ҡарашырға ла ярҙам итәләр. Ғаиләбеҙҙә милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана, милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ, - тип һөйләне бәхетле әсә.
Балалары ла әсәләре менән ғорурлана. 12 йәшлек Усман һөйләүенсә, әсәләре егәрле, бөтә эштә лә өлгөрә. “Бишбармаҡты әсәйем кеүек тәмле бешергән кеше юҡтыр!” - ти ул.
Был осрашыуҙа әсәйҙәр үҙҙәренең борсолоуҙары, уйланыуҙары тураһында ла һөйләнеләр. Ә программаның икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө майҙансыҡтар эшләне - ароматерапия һәм талисман эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, сәй һәм ҡәһүә менән һүрәт төшөрөү, психологик тренингтар һәм фотоссесия. Оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү өсөн ҡатнашыусылар биш командаға бүленде, был бөтә ҡунаҡтарға үҙҙәрен төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарарға һәм саранан файҙа алырға мөмкинлек бирҙе.
Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә айырыуса иғтибар бүленде. Улар “Ватанды һаҡлаусылар” фонды проекты сиктәрендә булдырылған “Ҡунаҡ бүлмәһе”ндә аралаша алды. Был майҙансыҡ уларға ҡайғы уртаҡлашырға, юғалтыуҙы кисерергә, ярҙам тойоу маҡсатынан булдырылған.
- Бындай осрашыуҙар әсәләргә үҙҙәрен юғалтмаҫҡа ярҙам итә, ҡатнашыусылар үҙҙәре бер-береһенә психологик ярҙам күрһәтә, шулай уҡ психологтар ярҙамы бар. Яугирҙар өсөн дә, уларҙың яҡындары өсөн дә булдырылған ярҙам саралары тураһында һөйләйбеҙ. Улар даими яңырып тора, әлеге ваҡытта 42 төр ярҙам ҡаралған, - тип аңлатты “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Юлиә Шәһәбетдинова.
Ҡунаҡтар өсөн сәй табыны ойошторолғайны, С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының студенттары һәм “Звонница” рус халыҡ йыры ансамбле сығыш яһаны.
Сара һуңында барыһы ла бер тауыштан, бындай сараны ҡалала һәм бөтә районда үткәреүҙе дауам итергә кәрәк, донъялар тыныс булып, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, тигән теләктә таралышты.