Туймазы районында бөгөн төндә ҡурҡыныс авария теркәлгән. 13 йәшлек үҫмер бала идара иткән “ВАЗ-2110” автомобиле юлдан оса һәм түңкәрелә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала авария урынында һәләк була. Уның янында тағы 15 һәм 17 йәшлек үҫмер ултырған була, уларҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр. Асыҡланыуынса, малайҙар машинаны урлап ҡыуып алып киткәндәр. Руль артындағы үҫмер балалар йортонда тәрбиәләнгән һәм ПДН-да иҫәптә торған, шулай уҡ 15 йәшлек иптәше лә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе. 17 йәшлеге - студент. Өсәүләшеп Туймазы урамдары буйлап йөрөгәндә, 13 йәшлеге ишеге асыҡ торған машинаны күреп ҡала, эстә машинаның асҡысы ла була. Балалар күп уйлап тормай автомобилгә ултыра һәм йөрөргә сығып китә. 13 йәшлек үҫмер ҡапыл руль менән идара итеү һәләтен юғалта һәм кюветҡа оса, түңкәрелә. Иҫән ҡалған балаларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, улар төрлө йәрәхәттәр алған.
Инцидент менән Башҡортостан прокуратураһы шөғөлләнә башланы. Күҙәтеү ведомствоһы бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: МЧС.