Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2024, 11:05

Мутлашыусылар йоҡламай

Алданыусылар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, шулай уҡ халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барған ведомство вәкилдәре лә бар.

Мутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай

Хоҡуҡ даирәһе

Мутлашыусылар яҡташтарҙы һемәйтә...

Урындағы полиция мутлашыу ҡорбандарының арта барыуына борсолоу белдерә, алданыусылар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, шулай уҡ халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барған ведомство вәкилдәре лә бар.

Учалыла ғына өс көн эсендә мутлашыусылар халыҡтың 3 миллион һумын “сәлдергән”. Учалы эске эштәр бүлегенә 1979 йылғы ҡатын интернет аша 1 миллион һум аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был юлы ла яҡташтарыбыҙ бер ҡатлылығы арҡаһында төпһөҙ кәмәгә ултыра. Был ханым да интернет киңлектәрендә криптобиржала аҡса эшләү тураһында реклама күреп ҡала һәм үҙе тураһында анкетаға мәғлүмәт тултырып, шикле сайтҡа теркәлеүгә ебәрә.

Күпмелер ваҡыттан “Скайп” ҡушымтаһы аша үҙҙәрен биржа хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, мутлашыусылар шылтырата. Еңел рәүештә аҡса эшләү мөмкинлеге барлығын хәбәр итәләр. Ҡатын уларға ышанып, төрлө банктарҙан 1 087000 һум кредит алып, улар иҫәбенә күсерә һәм аҡсанан ҡолаҡ ҡаға.

Икенсе көнөнә тағы бер 1976 йылғы яҡташыбыҙ 1 800000 һум аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡтым, тип ғариза яҙа. Асыҡланыуынса, бер ҡайҙа ла рәсми рәүештә эшләмәгән ир интернетта “Газпром” платформаһында аҡса эшләү тураһында рекламаға ышана.  “Инвестиция компанияһы хеҙмәткәренең” алдағын ысынға алып, шикле сайтта үҙенең шәхси кабинетын аса һәм 1,8 миллион һумдан ашыу аҡсаһын елгә осора. Ул да төрлө банктарҙан кредиттар алып, мутлашыусыларға күсереп барған.

Ошо көндәрҙә йәнә бер енәйәт теркәлгән, яҡташыбыҙ шулай уҡ интернетта инвестиция рәүешендә килем алырға хыялланып 2 934000 һумын юғалта.   

Интернет аша мутлашыу осраҡтары тураһында әленән-әле яҙып торабыҙ, әммә халыҡ араһында һаман да алданыусылар кәмемәй. Белгестәр әйтеүенсә, бәйләнештең теге осонда бик оҫта психологтар эшләй. Шуға күрә шылтыратыу мәлендә ниндәйҙер “еңел табыш” хаҡында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ бәйләнеште өҙөргә тәҡдим итәләр.

Әйткәндәй, шылтыратыуҙарҙың күбеһе Украинанан килә тигән статистика ла бар.

Һалым түләү ваҡыты яҡынлаша, шуға бәйле Федераль һалым хеҙмәте интернетта һалым хеҙмәте исеменән мутлашыусыларҙың хаттары тураһында иҫкәртә. Билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте исеменән һалым бурысын түләү талабы менән хәбәр ебәрә. Бурысты инспекцияға шәхсән килеп йәки һылтанма буйынса үтеп түләргә һәм ошо белдереү ҡағыҙын ебәргән инспекторға түләү тураһындағы чек күсермәһен ебәрергә тәҡдим итәләр. Мутлашыусылар был бурыстың 2021 йылғы булыуын билдәләй, шуға күрә, ул дәүләт хеҙмәттәрендә һәм түләүсенең шәхси кабинетында сағылыш тапмай, тип аңлата. Аферистар, пассив килем ойошторорға саҡырып һәм был функцияға һалым түләүсенең шәхси кабинетынан тоташыу мөмкинлеге биреп, хатты электрон почтаға ебәрә. Шул уҡ ваҡытта, үҙҙәренең сайттарына күсеү өсөн һылтанмалар күрһәтә. Ышандырыр өсөн хатҡа инспекция реквизиттарын беркетәләр.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте бындай хаттар ебәрмәй һәм был хаттарға уларҙың ҡағылышы юҡ. Иҫәпләп сығарылған һалымдар тураһында белдереү шәхси кабинетҡа йәки почта аша килә. Һалым түләүселәрҙең электрон адресына һалым органдары өҫтәмә рәүештә бер нәмә лә ебәрмәй.

Мутлашыусыларҙың Дәүләт хеҙмәттәре һәм Рәсәй банкы исеменән шылтыратып юғары процент, өҫтәүенә, кешбэк менән аҡса вәғәҙә итеүҙәре йыш күҙәтелә. Уларға эре банктарҙың вкладтар буйынса ставкаларҙы арттырыуы ла сәбәп булды.

Схема шулай, аферистар үҙҙәрен дәүләт хеҙмәттәре вәкиле тип таныта һәм аҡса туплауҙы арттырырға тәҡдим итә. Ышаныслыраҡ яңғыраһын өсөн банктағы ставкаларҙың артыуы хаҡында хәбәр итәләр һәм, «Үҙәк банк»ҡа шәхсән барып, ошо хаҡта белешергә ҡушалар. Улар, йәнәһе лә, регулятор хеҙмәткәре менән тоташтыра, уныһы аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә урынлаштырырға, хатта аҡса йыйыуҙан кешбэк бирергә вәғәҙәләй.

Артабан клиенттан шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүҙе, артабан СМС менән килгән кодты, банк ҡушымтаһына инеү өсөн логин йәки паролде хәбәр итеүҙе һорайҙар. Шул рәүешле, мутлашыусылар клиенттың иҫәбенә инеү мөмкинлегенә эйә була һәм иҫәптән аҡса алып юҡҡа сыға.

Һиҙгер булығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй банкы хеҙмәткәрҙәре (шул уҡ Үҙәк банк) бер ҡасан да кешеләргә шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәр һорамай һәм иҫәп менән ниндәй ҙә булһа операция эшләргә тәҡдим итмәй. Ниндәй генә һорау булһа ла, банкҡа үҙ аллы шылтыратыу йәки барыуығыҙ яҡшыраҡ.

Нурия ШӘРИПОВА.


 

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: