Кисә Парижда Франция президенты Эммануэль Макрон һәм Владимир Зеленский менән осрашыу уҙғарған Американың яңы президенты Дональд Трамп, Украинаның килешеү төҙөргә теләүе хаҡында белдерҙе һәм кисекмәҫтән хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға саҡырҙы. Был турала Дональд Трамп Truth Social социаль селтәрендә яҙҙы. Уның һүҙҙәренсә, Украина властары бәхәсте туҡтатыу өсөн Рәсәй яғы менән килешеү төҙөргә теләй.
“Утты туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр башларға кәрәк. Бик күп ғүмер юҡҡа сарыф ителә, күп ғаиләләр емерелә, әгәр был дауам итһә, бының тағы ла ҙурыраҡ һәм күпкә насарыраҡҡа нәмәгә әйләнеүе ихтимал”, – тип яҙҙы Дональд Трамп.
Уның посы Сүриәләге ваҡиғаларға бәйле, унда исламсылар илдә власты баҫып алған. Трамп яҙыуынса, Сүриә президенты Башар Асад “үҙ иленән ҡасҡан”, ә “уның ҡурсалаусыһы Рәсәй... уны яҡлау менән ҡыҙыҡһынмаған”. Рәсәй властары “Украина арҡаһында” Сүриәгә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтты, тип иҫәпләй Трамп.
“Әле Рәсәй һәм Иран хәлһеҙләнгән торошта, бер ил Украина һәм иҡтисады насар булыу сәбәпле, икенсеһе Израиль һәм уның хәрби уңыштары арҡаһында. Зеленский һәм Украина ла килешеү төҙөп, аҡылһыҙлыҡты туҡтатырға теләй”, - тип яҙған ул. Уның хәбәре “Владимирҙы яҡшы беләм. Хәҙер уның эш итергә ваҡыты. Ҡытай ярҙам итеүе бар. Бөтә донъя көтә”, – тип тамамлана.
Рәсәй Президенты Владимир Путин күп тапҡырҙар тыныс һөйләшеүҙәр кәрәклеге тураһында әйтте, тик ул Рәсәй шарттарында булырға тейеш. Украина ғәскәрҙәре сығарыла башлау һәм Киев НАТО-ға инмәү тураһында хәбәр итеү менән Мәскәү утты туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр башларға тигән приказ бирәсәк.
Фото: gazeta.ru