7 декабрь “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Башкорт йыры-2024» телевизион фестиваль-конкурсының гала-концерты үтте.
Учалы филармонияһы йырсыһы Фәриҙә Ишемйәрова “Юғары артист оҫталығы” номинацияһында диплом менән билдәләнһә, Илтабан мәҙәниәт йорто мөдире Марсель Нәжметдинов 1-се урынға сығып уҡ шатландырҙы. Быйыл конкурсанттар 3 этапта көс һынашты: эстрада, халыҡ һәм ретро йырҙары.
-Башҡорт йыры конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм шунда уҡ беренсе урын эләкте. Әлбиттә мин сиҡһеҙ шатмын. Бындай конкурс бик кәрәкле тип уйлайым , сөнки хәҙерге йәштәр башҡорт телен, башҡорт йырҙарын онотоп баралар. Ә бындай саралар Башкорт йырының баһаһын күтәрә, йәштәргә өлгө бирә. Халыҡ йыры номинацияһында “Абдрахман”, ретро- “Яҙмыштарҙан уҙмыштар”, эстрада йырына үҙебеҙ ижад иткән “Әсәкәйем”де башҡарҙым ( Дания Нәжметдинова һүҙҙәре, Марсель Нәжметдинов көйө), -ти дан тауышлы яҡташыбыҙ.
Әйткәндәй, үҙенең ҡыҙы Дарина ла саҡ ҡына алдараҡ “Йондоҙ ямғыры” төбәк-ара конкурсында 1-се урын алғайны, шулай уҡ Белоретта үткән “Соловушка” йырсылар конкурсында Гран-при менән билдәләнә. Моңло тауышлы ҡыҙсыҡ ҡаланың 1-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә, уҡытыусыһы -Любовь Галанова.
Ә халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад иткән яҡташыбыҙ Ирек Ноғоманов "ЮлдашХит - 2024" йыр фестивалендә “"Юлдаш” радиоһының халыҡ артисы” исеменә лайыҡ булды. Социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреп тамашасылар үҙҙәре һайланы, “Яйыҡ” гәзитенең төркөмө аша беҙ ҙә хәлдән килгәнсә булышлыҡ итергә тырыштыҡ. Ирек Шамил улына рәсми рәүештә лә “БР халыҡ артисы” дәрәжәһен алырға яҙһын!