Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2024, 09:17

Рәсәйҙең төп сәхнәһендә!

Рәсәйҙең иң яҡшы, иң сағыу  22 ижади коллективтары араһында  - беҙҙең “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле.  

Рәсәйҙең төп сәхнәһендә!
Рәсәйҙең төп сәхнәһендә!

Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында VII “Танцуй и пой, моя Россия!” Бөтә Рәсәй фестиваленең Гала-концерты үтте.

Фестивалдең төбәк этаптарында еңгән  Рәсәйҙең иң яҡшы, иң сағыу  22 ижади коллективтары араһында  - беҙҙең “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле.  Киң билдәле “Ҡороҡсолар” бейеүен башҡаралар, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Динира һәм Ғәлимйән Хилажевтар соло  башҡаралар.

 Быйыл  “Ләйсән” ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй, хәҙер инде 6-сы быуын бейеүселәре сәхнәгә күтәрелә. Юбилейға  үҙҙәренә үҙҙәре оло бүләк яһаны: Кремль залында алҡыштарға күмелеүҙән дә  да юғарыраҡ баһаны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: