Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь , 15:55

“Ҡусҡар” етеҙ елә

Бишенсе тапҡыр мәктәп телестудияларының “Телесеть Тамыр”  республика фестивале уҙғарылды.

“Ҡусҡар”  етеҙ  елә
“Ҡусҡар” етеҙ елә

Өфөлә хәҙер инде бишенсе тапҡыр мәктәп телестудияларының “Телесеть Тамыр”  республика фестивале уҙғарылды.

Йыл дауамында тапшырыуҙары БСТ һәм “Тамыр” каналдарында күрһәтелгән  ижади коллективтар ғына һайлап алынһа ла,  көс һынашыусылар 13 команда булып китә.

Учалы ҡалаһынан “Ҡусҡар” балалар медиастудияһы тураһында яҙғаныбыҙ булды, был тапҡырҙа ла һынатманылар – 2-се урынды ышаныслы  яулап  алдылар.

 Балалар фестиваль тураһында ла видео төшөрә һалып, интернетҡа ҡуйҙылар. Саф башҡортса, һутлы һәм  телдәре телгә йоҡмай һөйләгән һөйкөмлө балаҡайҙарҙы күреү үҙе генә лә күңелгә кинәнес бирә, үҙегеҙ ҡарағыҙ - https://vk.com/wall-219820247_336

-Дәртләнеп, илһамланып, тәжрибә арттырып ҡайттыҡ. Балалар оҫталыҡ дәрестәре үтте: видеоны нисек дөрөҫ төшөрөргә, ҡорорға, таратырға. Командаларҙың эштәрен белгестәр тикшереп, кәңәштәрен бирҙе. Ҡулдарына оҫталыҡ курсын үтеү тураһында таныҡлыҡтарҙы алып бик ҡыуандылар ҡыҙҙар-егеттәр. Шулай уҡ улар “Тамыр” студияһы буйлап экскурсияны бик оҡшатты. Тапшырыуҙар әҙерләү студияларын ҡарап сыҡтылар, телесуфлер менән эшләп тә ҡаранылар, ҡайһы берәүҙәре БСТ  хәбәрселәренә интервью ла бирҙе

Фестивалде ойоштороусыларҙан тыш, беҙгә ышанған, һәр яҡлап булышлыҡ иткән 9-сы полилингваль мәктәп директоры Эльвира Мөхәмәтйәроваға, Учалы телерадиостудияһына, мәғариф бүлегенә ныҡ рәхмәтлебеҙ! –ти тәүләп ғаиләһе нигеҙендә ойошторолған, һуңынан масштабы  уғата киңәйтелгән  “Ҡусҡар” студияһы етәксеһе, күп балалы әсә  Альбина Ғәлиева.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: