Башҡортостандың ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары араһында «КЛУБ’оk XXI века» конкурсы һөҙөмтәләре йомғаҡланды. Районыбыҙҙан ике учреждение ҡатнашҡайны: Илсе (мөдире Рәмил Ильясов) һәм Ҡәйепҡол (Гөлнур Вәлиуллина). “Ике мөдир ҙә маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Үҙ эштәрен белеп һәм һөйөп башҡарған ижади кешеләр. Нисәмә йылдар инде урындағы халыҡҡа файҙалы һәм күңелле ял, төрлө мәҙәни саралар ойошторалар, һәләтле яҡташтарына таланттарын асырға булышлыҡ итәләр, кешеләрҙе берләштерәләр”, - тип юғары баһа бирәләр уларға район мәҙәниәт бүлегендә.
Башҡортостан буйынса өлгөлө эшләгән мәҙәниәт усаҡтары бихисап, көсөргәнешле конкуренция шарттарында лаҠәйепҡол ауыл клубы үҙ номинацияһында 2-се урын яулай алды. Ҡәйепҡолдар башҡорт милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланһын өсөн күп көс һала, был конкурста ла боронғо йола – “Бәпәй һатып алыу” йолаһын сәхнәләштереп күрһәтәләр.