Күңелле осрашыуҙарға, тәьҫораттарға бай яңы йыл байрамдары үтеп тә китте. Оҙайлы каникулдар балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл. Районыбыҙҙың мәҙәниәт усаҡтарында төрлө саралар уҙғарылды. Баттал клубынан да оҙайлы ялдарҙа һәр ваҡыттағыса халыҡ өҙөлмәне.
Батталдар ауыл халҡын берләштереп төрло саралар ойоштороусы клуб мөдире Идия Ғәлимоваға ҙур рәхмәттәрен еткерә. Байрам ялдарында бик күп үҙенсәлекле осрашыу-кисәләр уҙғарғандар. Шуларҙың береһе - ҡомартҡы хәтирәләргә бай булған “Яулыҡ” байрамында ауылдың иң әүҙем ағинәйҙәре, килендәре ҡомартҡы итеп кенә һаҡлаған әсәйҙәренең, ҡәйнәләренең бүләк итеп ҡалдырған ысын кәшимир шәл-яулыҡтарының хәтирәләре менән уртаҡлашҡандар. Бынан тыш гүзәл заттар яулыҡ ябыныуҙын нескәлектәрен һөйләп, уның тәртибе тураһында мәғлүмәт еткергән. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүсе Ләлә менән Зилара ханымдар бик килешле, заманса, хәҙерге ваҡытта йыш, еңел генә итеп яулыҡ бәйләү ысулдарын өйрәткән. Ә Әлфиә апай тарих төпкөлөнә төшөп, бер быуатлыҡ иҫтәлекле риүәйәттәр һөйләгән. Зилара апайҙың бөгөнгө көндә иң ҡәҙерле бүләге тип һаҡлаған ҡәйнәһенең шәле 60 йыллыҡ тарихҡа эйә. Ҡәйнәһе ике ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, суҡлы ҙур шәлде үҙ ҡулдары менән яратҡан килененә тапшыра.
Гөлсәсәк апай иһә әсәһенең, иң якын туғандарының бирган шәл-яулыҡ бүләктәрен артабан ҡыҙына аманат итеп тапшырып, һаҡсыл ҡараш
менән иҫләр, тигән ышаныс белдереп үҙенең тәҫьораттары менән уртаклашты. Ошондай тәрбиәүи сараларҙы йышыраҡ үткәрергә тигән фекергә килеп таралыштылар гүзәл ханымдар.
Каникул осоронда махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугир ауылдаштары менән осрашыу кисәһе лә фәһемле уҙған. Сара тәрбиәүи-патриотик темаға арналды. “Бабай” ҡушаматлы яугир оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан МХО-ға үҙ ирке менән юллана. Хәрби заданиеларҙың береһендә яралана, оҙайлы дауаланып һалдат, йәнә, яу ҡырына юл тота.
-Илемә булған һөйөү тойғоларын йәшермәйем. Һуңғы көнөмә, сәғәтемә тиклем көрәшеп, еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, - тине ул.
Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Хаттар яҙҙылар, фотоһүрәттәр эшләнеләр. Яугир үҙенең хезмәт юлы, иптәштәре тураһында һөйләне. Кисә аҙағында балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, шәхсән үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Уҡыусыларҙың яҙған хаттарын, рәсемдәрен иптәш егеттәренә алып барып тапшырырға вәғәҙә бирҙе. Күҙ йәштәре аша дуҫ егеттәрен, мәрхүм булып ҡалған яуҙаш дуҫтарын иҫкә алып, йәш быуынға тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, яҡшы уҡығыҙ, тигән изге теләктәрен еткерҙе. Ауыл халҡы ауылдаштарын ҙурлап оҙатып ҡалды.
-Тән яраһы уңалмаһа ла, күңел яраһын уңалтып, изге теләк доғаларыбыҙҙы уҡып, оҙон юлға оҙатып ҡуйзык яугир якташыбыззы. Йорт, күңел йылыһын һалып ойоҡбаш-бейәләй бәйләп биргән апайҙарыбыҙға зур рәхмәт! Хәйерле имен юлдар һалдаттарыбыҙға, - ти Идия Миҙехәт ҡыҙы.
Ҡыштың ҡарлы һыуығы ла бер ни түгел дәртле Баттал ауылы халҡына. Каникулдарҙа спорт саралары ла гөрләп торған ауылда. Быйылғы Ғаилә йылын иғлан итеп, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр менән берлектә “Күңелле старт” үткәргәндәр. Саранан өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмаған. Йәштәр, балалар менән бер рәттән уйындарҙа ихлас ҡатнашҡандар.
-Һәр беребеҙҙең иҫендә ҡалырлыҡ сара үтте, алтмышты уҙһаҡ та, тағын йәш саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булдыҡ, йәштәр рәтендә ярыштарҙа ҡатнашып, бөтә донья мәшәҡәтен оноттоҡ. Ауыртҡан һыҙланған ерҙәр ҙә онотолдо, тышта бешерелеп торған йыуасалар менән самауыр сәйҙәрен эскәс, ун йәшкә йәшәрҙек. Ойоштороусы Идия Миҙәхәт ҡыҙына, тәмле күстәнәстәре менән һыйлап, йор һүҙҙәре менән беҙҙең күңелебеҙгә йылылыҡ өҫтәп ҡыуандырыусы Нурзилә Бирғәлинаға ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе ҡыуандырғанда, хоҙай үҙҙәрен икеләтә ҡыуандырһын, ныҡлы һаулыҡ тормоштарында эштәрендә уңыштар бирһен, - ти Гөлдәр Таһирова.
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫып йыуаса конкурсынан береһе лә ситтә ҡалмаған. Ҡайнар самауыр янында бейеп, йырлап, кетерләп торған йыуасалар менән барлык ауылдаштарын һайлағандар. Конкурста 13 ханым ҡатнашып, үҙҙәренең оҫталыҡтары менән уртаҡлашҡан. Барыһының да йыуаса-ҡабартмалары иҫ китмәле тәмле, телде йоторлоҡ булды, тиҙәр батталдар. Жюри ағзалары ғәзел баһа биреп, барыһына ла иҫтәлеккә бүләктәр тапшырғандар. Быйылғы Ғаилә йылының тик уңышлы булып, ауылдарҙың батталдар кеүек бер ғаиләләй берҙәм, татыу йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.