Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Ҡоролтайға республиканан – 318, Рәсәйҙең 34 төбәгенән – 171 һәм сит илдәрҙән 38 вәкил килгән. Шулай уҡ почетлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылған.
Эш башланыр алдынан Радий Хәбиров менән Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов Силәбе рәссамы Михаил Воронов-Кушаковтың 1814 йылда Рәсәй ғәскәрҙәренең Парижды алыуына 210 йыл тулыуға арналған һәм башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашыуына арналған “Юҡҡа ғына бар Рәсәй хәтерләмәй” күргәҙмәһен ҡараны.
Радий Хәбиров менән Игорь Баринов республиканың Милли архивында һаҡланған архив документтары менән танышты. Бынан тыш, күргәҙмәлә “Китап” нәшриәтенең яңы китаптарын, Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған “Салауат Юлаев: батырҙан легендаға тиклем” күсмә экспозицияһын, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын йондоҙ” миҙалын, шулай уҡ легендар начальниктың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған “Генерал Шайморатов” экспозицияһын күрергә мөмкин.
Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаев ҡатнашты.
Пленар ултырыш матур йола буйынса “Урал” халыҡ көйө менән башланды. Уны Башҡортостандың Дәүләт ҡурай ансамбле башҡарҙы. Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры иһә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын уйнаны.
Тәүге һүҙ аҡһаҡалға, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға бирелде.
– Бөгөн дөйөм йортобоҙ – Башҡортостанда мөһим ваҡиға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы башланды. Бишенсе ҡоролтайҙан һуң республикала, илдә һәм донъяла күпме үҙгәрештәр, һынауҙар һәм көтөлмәгән ваҡиғалар булды. Тик был һынауҙарҙа беҙ яңғыҙ түгел. Беҙҙең донъяла дуҫтарыбыҙ күп. Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта, Украинала үҙебеҙҙең тарихи ерҙәребеҙҙе фашизмдан һаҡлайбыҙ, ошо биләмәлә элек-электән йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итәбеҙ. Оҙаҡламай беҙ еңәсәкбеҙ, – тине ул.
Аҡһаҡал белдереүенсә, ҡоролтай – халыҡҡа иң яҡын торған йәмәғәт ойошмаһы. Кешеләрҙең нисек йәшәүе, кәйефтәре – барыһы ла урындағы ҡоролтайҙарға билдәле булырға тейеш.
– Туған тел, тарихи хәтер һәм йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү милләтебеҙҙең артабанғы үҫешен һәм ышаныслы киләсәген тәьмин итәсәк. Матди һәм рухи тормошто берләштереп, дәүләт структуралары һәм бөтә йәмәғәт ойошмалары бергәләп эшләһә, был Башҡортостандың үҫеше, шулай уҡ күп милләтле республикала тыныс һәм гармониялы йәшәүе өсөн ныҡлы нигеҙ буласаҡ, - тип билдәләне аҡһаҡал.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы 1995 йылдың июнендә тәүге тапҡыр тупланды. Ул съезда ҡатнашҡан почетлы ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Улар араһында Рәсәй Халыҡтар йорто директоры Анна Полежаева, Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов, Саха (Яҡут) Республикаһының Фәндәр академияһының тыуған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге етәксеһе Феодосия Габышева, Удмурт Республикаһы Дәүләт Советының фән һәм мәҡариф буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Ғәйнуллин, билдәле скульптор Салауат Щербаков, Сосланбәк Тавасиевтың ейәне, рәссам һәм дизайнер Ростан Тавасиев, РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
– Президиум һәм Башҡарма комитет ағзалары исеменән биш йыл дауамында, ҡайҙа йәшәүенә һәм эшмәкәрлек алып барыуына ҡарамаҫтан, өҙлөкһөҙ республиканың позицияларын нығытыуға, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға, халҡыбыҙҙы, туған телен һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтте һаҡлауға хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бөгөн әүҙем ағзаларыбыҙ республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында эшләй, тотош илдә йәшәй һәм һәр ерҙә йолаларҙы хөрмәт итә, телде һаҡлай, был залда Рәсәйҙең 31 төбәгенән һәм һигеҙ сит илдән делегациялар йыйылған. Был – ҙур байрам һәм етди һөйләшеү, – тине Эльвира Айытҡолова.
Ҡунаҡтарҙы Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Башҡортостан рустары соборы етәксеһе, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов сәләмләне. Павловтың шундай һүҙҙәре оҡшаны: “Рус милләттәштәремә мөрәжәғәт иткем килә. Белегеҙ, балаларығыҙҙың башҡорт телен белеүе уның конкурентлы өҫтөнлөгө! Шуға күрә бөтәһе лә башҡорт телен белһен”, – тине ул.
Ҡоролтай съезы айҡанлы бик күп телеграммалар алынды. Улар араһында Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин, Сыуашстан Республикаһы Башлығы Олег Николаев, Ырымбур өлкәһенән вице-губернатор вазифаһын башҡарыусы Юрий Мироненко, Чечня Республикаһының милли сәйәсәт, тышҡы бәйләнештәр, матбуғат һәм мәғлүмәт министры Әхмәт Дудаевтан тәбрикләү һүҙҙәре булды. Ҡоролтайҙы ҡотлап махсус хәрби операция биләмәһенән дә видеомөрәжәғәт килде. Ул “Башҡортостан” полкының 31-се мотоуҡсылар хәрбиҙәренән булды. Егеттәр съезд ҡунаҡтарын сәләмләне, Башҡортостан халҡына гуманитар ярҙам, посылкалар өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙәр әйтеүенсә, оҙаҡламай еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: "Башҡортостан" гәзитенән.
https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2024-12-13/bash-ort-telen-bele-t-nl-k-4051271