Гөр килеп Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтте. Унда Рәсәйҙең төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән ярты меңләп делегат ҡатнаша. Аҡһаҡал, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев асты. Ҡабул ителгән ҡарарҙар, резолюциялар гәзитебеҙҙә айырым да баҫыласаҡ, әлегә үҙебеҙгә иң әһәмиәтле булып тойолған урындарға туҡталабыҙ. Тел – нигеҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар һаны 2010 йылда 1 172 287 кеше булһа, 2020 йылда – 1 268 806 кеше. Инеш телмәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Республика етәксеһе башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына айырым туҡталды: «Быйылғы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 80% тиерлек башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләк белдерҙе. Яңы методикалар, мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде. Йыл һайын телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар бүләбеҙ. Быйыл 33 ойошма 50 миллион һум алды. Ә 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар асабыҙ.. Хәҙер донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙәр мең кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаша һәм башҡа саралар күрелә”. БР хөкүмәте премьер-министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев мәғариф өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһын булдырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ Урал Таһир улы телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программала, БР Башлығының тел гранттарында ғаиләлә телде үҫтереү йүнәлештәрен дә булдырыу яҡлы. Йыл һайын Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын үткәреү тәҡдиме лә хупланды. Урал Таһир улы башҡорт телен уҡытыуҙың методик базаһын яңыртырға, заманға яраҡлаштырырға өндәне: “Башҡорт телен һаҡлау ғына түгел, ә үҫтереү, көсәйтеү мөһим”. Ватан һағында Киләһе 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итеү тәҡдиме бер тауыштан хупланды. МХО темаһы бар яҡлап күтәрелде, ошо хәҡиҡәт лейтмотив булып яңғыраны: “Рәсәй булмай икән, Башҡортостан да булмаясаҡ”. 2019 йылғы ҡоролтай ҡарары менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылғайны. “Был традицияны дауам итербеҙ – быйылғы Ҡоролтайҙа Өфөлә махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Әҙерлек эштәрен башлап, конкурс иғлан итербеҙ. Һәйкәлдең урыны билдәле. Билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ярҙам итергә әҙе”, -тип сығыш яһаны был хаҡта Радий Хәбиров. Бейеү көнө «21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем», – тип белдерҙе Радий Хәбиров. Йыл һайын Милли кейем көндәре билдәләнә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Бөгөн республикала күптәр рәхәтләнеп этно-стилдәге кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөй.Быға йыл да иң яҡшы милли кейем оҫталарын йыйған «Тамға» конкурсы булышлыҡ итә. “Быйылдан башлап 10 октябрь – Ҡурай көнө. Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә мөһим аҙым тип иҫәпләйем»,– тип билдәләне Радий Хәбиров. Был яңылыҡтар ихлас алҡыштар менән ҡабул ителде. Юлбашсылар һайланды Сара һуңында ҡоролтай резолюция ҡабул итте, яңы президиум һәм башҡарма комитет составы һайланды. Алдағы эшмәкәрлеккә ыңғай баһа бирелеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе итеп ҡайтанан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп – Юлдаш Йосоповтар һайланды. Яҡташыбыҙ Эльвира Ринат ҡыҙы Салауат Юлаев ордены менән дә бүләкләнде. Шулай уҡ башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар. Тәьҫораттар, һығымталар Заһир Вәлиев, майор, МХО-ла ҡатнашыусы: -Бала саҡтан халҡыма, туған телемә ихтирам мөхитендә үҫтем. Ҡоролтайға һайланыуым менән ғорурланам! Иманым камил – беҙ ҡабул иткән ҡарарҙар башҡорт халҡының үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк, күп милләтле Рәсәйебеҙҙе лә артабан нығытасаҡ. Яуҙашыңдың ниндәй милләтән булыуы мөһим түгел, әммә йәшермәйем, ҡаһармандар араһында башҡорттарҙың күплеге күңелгә кинәнес бирә: ата-бабаларыбыҙ борон-борондан Ватан һағына дәррәү баҫыр булған, талап ителгәйне, беҙҙең быуын да һынатманы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел инде – бөтә Башҡортостан яугирҙәрҙең ышаныслы рухи һәм матди терәгенә әйләнде. Был ҡоролтайҙа ла БР Башлығы МХО һорауҙарына бик ентекләп туҡталыуы күп нәмә тураһында һөйләй, һәр һүҙе аҫтына үҙ ҡултамғамды ла ҡуйырға ризамын. ....Әле кресло менән генә хәрәкәт итә алам, йыйын барышында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы үҙе этәреп йөрөттө, тиҫәтәләгән-йөҙәрләгән милләтебеҙҙең аҫыл ир-ҡатындары ҡул ҡыҫып, хәл һорашып, рәхмәт әйтеп китте, ныҡ тулҡынландырғыс – бындай кешеләр именлеге өсөн ҡан түгергә лә мөмкин! (Белешмә: Заһир Вәлиев – разведбатальон командиры урынбаҫары. Сүриә, МХО ветераны, күп орден-миҙалдар кавалеры. Һуңғы алышта һиҙҙермәҫтән дошмандың нығытылған оборона һыҙатына бәреп инәләр. Яҡташыбыҙ ике штурм төркөмө менән оҫта етәкселек итә, миномет расчеты, БМП, тиҫтәләгән һалдатты юҡ итәләр. Аяғына ҡаты яралар алыуына ҡарамаҫтан, майор эвакуациянан баш тарта, дошман ҡоралын, яралыларын ташлап ҡасҡансы алыш менән идара итә. Иптәш Вәлиевтың подразделениеһы яңы позицияла нығына, был, үҙ сиратында, беҙҙең ғәскәрҙәр ошо йүнәлештә алға барыуға булышлыҡ итә. Ауыр яраларҙан һуң дауаланғанда Р.Ф.Хәбиров ғаиләһенә килеп хәл белә, башҡаһынан тыш, үҙ командаһында эшләргә тәҡдим яһай. Әлегә ҡаһарман һаулығын нығыта). Салауат хәҙрәт Рәсүлев ,“Хаммат” мәсетенең имам-хатибы: -Миңә, йәшем буйынса етмештең артына ауышҡан кешегә, делегат булып ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс һәм бәхет булды. Иң мөһиме – үҙем ышанған, инанған фекерҙәрҙе сығыш яһаусыларҙың ауыҙынан ишетеү кинәнес һәм ышаныс уятты. Ҡыҫҡаса әйткәндә, беренсенән, әлеге ҡатмарлы заманаларҙа барыбыҙ ҙа Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тирәһендә тупланырға, ойошорға, берләшергә тейешбеҙ, тырым-тыраҡай йүнле бер ни сығарып булмаҫ, юҡҡамы ни “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ” девизы йыйында бик йыш яңғыраны! Икенсенән, бөтә кимәлдәге урындағы етәкселәргә республиканың дәүләт телдәренең береһе тип танылған башҡорт телен өйрәнергә һәм ҡулланырға ваҡыт . Был йыйында президиумыбыҙ рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова бик тә сағыу өлгө күрһәтте – ике телде лә һыу кеүек эсә, ихлас һоҡланып ултырҙым. Ә өсөнсөнән, белемле, рухлы йәштәребеҙ күплеге, республика етәкселегенең һәр башланғысҡа ыңғай тороуы халыҡ киләсәгенә ҡарата өмөт уятты. Бөйөк әҙибебеҙ Мостай Кәримдән дә тапҡырыраҡ әйтеү мөмкин түгелдер: “Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар, Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ, Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, Тарих арбаһында барасаҡбыҙ”. Амин! Фәнүр Шаһиев, уҡытыусы: -“Тарих” секцияһы эшендә ҡатнашып, тәҡдим яһарға насип булды. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының ҡото һәм символы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҡты исемен бысратырға ҡул һуҙыусылар юҡ түгел. Берҙәмлегебеҙгә хыянат итеп, Украин милләтселәренең ҡотҡоһо менән эш итәләр, тип тә уйларлыҡ! Тимәк, милли геройыбыҙҙың яҡшы данын яҡлау һәм һаҡлау тураһында дәүләт хоҡуҡ акты ҡабул ителергә тейеш. Юридик ғәмәлдә бындай алым ҡулланыла. Икенсенән, ни тиклем мәшәҡәтле булмаһын, заман шарттарына ярашлы,С.Юлаевтың символы һәм образына рәсми рәүештә бренд теркәтер кәрәк. Бар йәһәттәрҙән дә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап булһын өсөн. Тағын да бер тәҡдимем Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музей комплексы төҙөлөүгә бәйле. Тап унда, популяр Бөтә донъя күскенсе уйындарына оҡшатып, даими рәүештә Башҡорт уйындары ла үткәрә башларға ине. Музейҙың үҙенә лә, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли спортты, сәләмәт йәшәйеште пропаганда эшенә лә берсә файҙалы буласаҡ. Тәҡдимдәремде диҡҡәт менән тыңланылар, хупланылар, ғәмәлгә индерелеүенә өмөт уянды. Зилә Шәрәфетдинова , мәғариф бүлегенең баш белгесе: -Туған телебеҙҙе артабан үҫтереү маҡсатында аныҡ йүнәлештәр, туған телдең нигеҙен ғаиләлә булдырыуҙың ни тиклем мөһимлеге һыҙык өҫтөнә алынды. Мәғариф үҫешендә күп теллелектең нигеҙендә туған тел булған яңы полилингваль мәктәптәрҙә телдәрҙе заманса өйрәнеүҙең һөҙөмтәле булыуы өмөтлө. Ғөмүмән,телде һаҡлау йүнәлеше генә түгел, ысын мәғәнәһендә, уны артабан үҫтереү маҡсатында эште йәнләндереү мөһимлеге телебеҙҙең киләсәген билдәләй. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа Туған телдәрҙе һаҡлау буйынса ойошторолған комиссияларҙың эшен яңы форматта эшләй башлауы ла ҡыуаныслы. Ғөмүмән, башҡорт ҡоролтайының да ойошторолоу йәһәтенән дә ,ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ла заман менән бергә атларға ынтылышы, донъяның бар төбәктәренән дә милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплап, кәңәш ҡороп, алға яңы юлдар билдәләүе һәр кемдең күңелендә тик шатлыҡлы, өмөтлө,яҡты уйҙар тыуҙырған иҫ китмәле күренеш. Афарин,милләттәштәребеҙ, афарин ошо ҙур ҡорҙо һәр кемдең күңелендә дәрт-дарман уятып, яңы үрҙәргә, яңы уңыштарға әйҙәп торорлоҡ итеп ойоштороусыларыға. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумының етәксеһе Эльвира Ринат ҡыҙының маһирлығы, Республикабыҙ етәкселегенең оло иғтибары, барлыҡ саралар ҙа донъяның төрлө төбәктәренән килгән милләттәштәребеҙҙә иң йылы тәьҫораттар һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы һис шикһеҙ. Мозафар Ҡадиров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: -Хәҙер инде икенсе тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында шәхсән ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Ни әйтәһең инде, ойоштороу кимәле бик юғары, йәнле фекер алышыу бара, ә иң мөһиме – ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, тормошҡа ашырыла бит. Шул иҫәптән БР Башлығы Радий Хәбиров сығышында Учалы һәм Баймаҡ райондарында алтын сәнәғәтселәре вәхшиҙәрсә эш иткән булыуҙары, ошо сәбәпле халыҡ ризаһыҙлығы тураһында айырым туҡталды. Үҙебеҙ ҙә был проблема тураһында яҡындан белгәс, раҫлай алам – эйе, республикабыҙҙа махсус ведомство-ара комиссия ойошторолғаны бире ҡомһоҙ эшҡыуар шәрәмәттәренә кәртә ҡуйыла, яуапҡа тарттырылалар. Артабан был йүнәлеш көсәйтеләсәк кенә, тип ышанам: тыуған еребеҙҙең гүзәл тәбиғәтен һаҡлау барыбыҙҙың мөҡәддәс бурысы. Әммә икенсе яҡҡа ла сикте үтергә кәрәкмәҫ – лайыҡлы йәшәйеш тәьмин ителһен өсөн заманса сәнәғәт (шул иҫәптән ҡаҙылма байлыҡ табыу) һәм ауыл хужалығы мотлаҡ үҫешергә тейеш. Әйткәндәй, бер факт күңелгә кинәнес бирмәүе мөмкин түгел. Район делегацияһынан тыш, башҡа төбәк вәкилдәре булып йә яуаплы вазифаларына ярашлы байтаҡ Учалы ул-ҡыҙҙары Бөтә Донъя ҡоролтайы эшмәкәрлегендә ҡатнашты. Камса Мортазин, Ләйсән Фазлетдинова, Арслан Шәһәретдинов, Зөһрә Гордиенко, Динә Бүләкова, Альбина Шаймәрҙәнова, Фәнил Бүләков, Морат Лоҡманов, Гүзәл Балтабаева, Айгиз Ураҙбахтин, Морат Солтанов, Вилдан Яруллин, Айнур Бирғәлин, Арсен Ғәзизов, Рәшиҙә Солтанова, Илнур Лоҡманов, Луиза Шәптиева, Гөлназ Мортазина, Илнур Ғарипов һәм башҡа – эш бик тығыҙ режимда барғас, меңдән ашыу кеше араһында кемдәрҙелер абайламай ҙа ҡалғанмындыр. Ә делегациябыҙ ағзаһы майор Заһир Вәлиев тураһында Радий Фәрит улы айырым да телгә алды. Эйе, Учалыбыҙ менән ғорурланырға тулы хаҡыбыҙ бар! Мозафар Харис улы әйткәнгә шуны ла өҫтәйек әле – 12 декабрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында матур концерт ойошторолдо, дөрөҫөрәге «Ырыҫлы бишек» исемле театрлаштырылған тамаша. Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Һағынбаева, ижади үҫештәре Учалыға тығыҙ бәйле булған Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова һәм башҡа артистар сәхнә биҙәге булдылар. Филармонияның художество етәксеһе лә Сораман егете икән – БР халыҡ артисы Мәхмүт Нәҙершин яҡташтарынан хәл-әхүәлдәрҙе һорашып китте. Мәҡәләнең аҙағында яҡташыбыҙ, БР Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндың беҙҙең үтенес буйынса белдергән фекерен яҙайыҡ: -Тел, милли мәҙәниәт һәм сәнғәт, ғөрөф-ғәҙәттәр – былар барыһы ла һәр башҡорт өсөн үтә мөһим.Әммә кеше асылының нигеҙ ташы тураһында һәр саҡ иҫтә тотор кәрәк: иман бар икән, әҙәм балаһы һис манҡортҡа әйләнмәҫ, рухи тамырҙарына тоғро ҡалыр, ғәҙел йәшәр. Минең фекергә, тап иман һәр айырым кешенең дә, тотош милләт-халыҡтарҙың да беркеткес ҡоршауы ул. Шуға ла, милләтәштәремә тәү сиратта хаҡ мосолман булыуҙарын теләйем! Нәҡ шулай, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, иманлы булайыҡ, башҡорттар! Илфат ЯНБАЕВ, делегат