Гәзитебеҙҙә “Ҡоҙаш һылыуҙары” футбол командаһы тураһында телгә алған булды. Тик бына бер уйынға ғына тупланғандар тип яңылыш уйлағанбыҙ. Баҡһаң, ысын клуб икән, өҫтәүенә бер уйынсылары (Юлиә Усманова) ошо арала ил кимәлендә барған конкурста «Миссис футбольная мама России-2024» дәрәжәһен алып иҫ килтерҙе. Эҙмә-эҙлекле яҙайыҡ .
-Башҡа ауылдарҙа волейбол, хоккей, футбол командалары бар, беҙ ни еребеҙ менән кәм, тип уйлана инем. Депутатыбыҙ, башҡорт ҡоролтайы ағзаһы Әлиә Мәсәлимова Ҡотой ауылында “Олотау турниры” тураһында положениены күреп ҡалған дә, әйҙә команда төҙөйөк, тип һүҙ сығарҙы. Йәштәрҙе йыйып, кәңәшләшеп, команда барлыҡка килде.Ҡаланан, Иманғол, Рәсул ауылдарынан да ҡатын-ҡыҙ ҡушылды. Футбол яланы эшләп алдыҡ, үләнен сабып, ҡапкалар яһаныҡ. Йәйен көн дә күнекмәларгә сыҡтык. Малайҙар ҙа команда төҙөп алды, Ҡотой турнирына барып ҡайттык күмәкләп. Унан һуң ауылыбыҙҙа Закиров Айгиз иҫтәлегенә футбол турниры ойошторҙоҡ. Ҡалала, Йәштар көнөнә арналған ярышта ҡатнаштыҡ. Ҡыҙҙар ике тапҡыр Өфөлә, “Футбольные мамы” турнирында ҡатнашты. Һөҙәмтәләрҙән дә нығыраҡ күмәкләп, файҙалы һәм күңелле ял итеү мөмкинлеге әүрәтә барыбыҙҙы ла. Иң мөһиме – беҙҙең ыңғайға балалар ҙа даими күнекмәләр алырға, туп тибергә өйрәнә. Кемелер спортсы ла булып китер, ә барыһы ла – сәләмәт йәшәйеш тәмен тойорға өйрәнә, һау-сәләмәт булып үҫерҙәр! - тип яуап бирҙе һорауҙарыбыҙға Ҡоҙаш китапханасыһы Гүзәл Рәхмәтуллина.
Ошондай үҙенсәлекле һәм яҡшы эш менән мәшғүл ханымдарҙың исем-шәрифтәрен атап китәйек: капитан, әлбиттә, Әлиә Мәсәлимова; Эльза Дәүләтшина, Әлфиә Ғәлиева, Азалия Вәлиева, Гөлшат Йәнтүрина, Илмира Йәнтүрина, Юлия Усманова, Әлфидә Фәғәмуллина, Илүзә Юнысова, Алина Вилданова, Гүзәл Рәхмәтуллина, һуңыраҡ Гүзәлиә Динмөхәмәтова, Регина Тажетдинова һәм Гүзәлиә Әһиловалар ҡушыла. Состав үҙгәреп тора, ти, кемдер өҫтәлә, кемгәлер, төрлө сәбәптәр менән, ҡомарҙан баш тартып торорға тура килә – тормош бит.
15 декабрь Өфөлә “Ҡоҙаш һылыуҙары” туп тибеп, 2-се урын алып ҡайттылар. Ошо сарала Бөтә Рәсәй корнкурсы йомғаҡланып, «Миссис футбольная мама России-2024» тажына Юлиә Усманова лайыҡ булды! Был ярышта, бәйге шарттарына яуап биргән йөҙләп ҡатын көс һынаша, көнсығышта Амур өлкәһенән алып көнбайышта Смоленск ҡалаһына тиклем тарафтарҙан. Финалға 16 конкурсант сыға, әммә иң шәбе бары беҙҙең Юлиә. Ярыш 5 этапта бара, ғәҙеллектә семтемдәй шик юҡ, сөнки еңеүсене, олпат жюри ҡарауҙан тыш, интернет ҡулланыусылар ҙа тауыш биреп билдәләй.
Юлиә Салауат ҡыҙы Ҡоҙаш ауылында тыуып үҫкән, әле лә ата-әсә янына йыш ҡайтып йөрөй. 2015 йыл Магнитогорск университетын тамамлап, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының химия лабораторияһында инженер вазифаһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше, Рәсүл ауылы егете Илшат менән Шамил исемле ул үҫтерәләр. 1-се класта уҡыған малай өҫтәл теннисы һәм бейеүҙәрҙе ярата, әммә әсәһенән күреп, футболға ла тартыла, ярты йыллап клубта шөғөлләнә. Атай кеше Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләгән ваҡытта малай кешегә әсәйҙең бындай сағыу өлгөһө бик мәслихәт күренеш!
Эх, гәзиткә видео ҡуйып булмай шул, ижади конкурста Юлиә башта футбол тубын аяҡта уйнатып, һуңынан милли кейемдә башҡорт бейеүен башҡарғанын күрһәгеҙсе икән! Сәхнәлә лә түгел - ауылының Ҡыҙҙар тауының ҡарлы битләүендә. Был видеояҙма өсөн генә лә беренсе урын бирерлек. Ә һынауҙар ҡатмарлы була.Әйтәйек, аяҡта туп һикертеп уйнатып күрһәтеү. Заманында беҙ ҙә йәш булдыҡ, футбол уйнаныҡ, әммә, исмаһам, бер тиҫтер малай-егеттең дә бындай күнекмәләрҙе шулай оҫта башҡарғанын күргән булманы. Һәр шөғөлдә уңышҡа өлгәшер өсөн һәләтле генә түгел, ныҡышмал һәм егәрле лә булыу талап ителә шул. “Футболсы өсөн иртәнге аш” этабы ла ҡыҙыҡ тойолдо. Спортсы балаға бер яҡтан туҡлыҡлы матдәләр күп булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта организмға заралы булмауы һәм тәмлелеге шарт. Юлиә өс тауыҡ йомортҡаһынан (береһенең генә һарыһын алып!) спортсылар өсөн тәғәйен ҡоймаҡ бешереп күрһәтте. Йәшелсә менән бергә бирелә, әлбиттә, бындай ризыҡтан баланың көс-ғәйрәте ташып торасаҡ.
Эйе, футболдан тыш, йәш ҡатын фәҡәт аш-һыу әҙерләү менән мауыға. Китап уҡырға, велосипедта йөрөргә, туҙ менән һаламдан төрлө ҡул эштәре яһарға ярата.
Ошондай уңған ҡыҙ тәрбиәләүселәр тураһында ла әйтеп китер кәрәктер, Юлиә уларға ныҡ рәхмәтле һәм икеһен дә ныҡ ярата. Гөлзифа Шамил ҡыҙы тегеү фабрикаһында эшләй, абруй ҡаҙанған хеҙмәткәр, яғымлы, хәстәрлекле әсәй һәм тел йоторлоҡ тәмле аш-һыу бешергән хужабикә икән. Ә заманында тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән Ғалип Өлфәт улы әле хаҡлы ялда, әммә дәрт-дарманы ташып торған уҙаман өйҙә сыҙап ултыра алмай, ти. Мал-тыуар, бесән әҙерләү, көтөү көтөү һәм башҡаһын ихлас башҡара. Ә иң сағыу һыҙаты – еләк-емеш, бәшмәк йыйырға бик әүәҫ икән, көнөнө ике-өс тапҡыр урманға сығырға иренмәй. Шулай уҡ балыҡ та тота, һай ғына Ҡандыболаҡтан суртан ҡармаҡлап бар халыҡтың иҫен килтерә. Бер һүҙ менән, алма ағасынан йыраҡ төшмәй, Юлиәнең кемгә оҡшап шулай уңған, егәрле һәм сос булыуы тураһында баш ватаһы юҡ!
Ихлас кңүелдән ҡотлайбыҙ!
Илшат ӘҒЛӘМОВ
P.S. Кисәнге БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа Спорт буйынса эксперт советы ултырышы үтеп, йыл һөҙөмтәләре йомғаҡланды. “Футбольная мама Башкортостана” иң яҡшы спорт проекты тип таныла. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев шәхсән рәүешттә беҙҙең Юлиәне "Миссис футбольная мама России-2024" конкурсында еңеүе менән ҡотланы.