Йыл башынан әлегә тиклем дәүерҙә Учалы районында 213 янғын теркәлде, ут бәләһендә 2 кеше һәләк була, 1 кеше имгәнә. Бөтә был күрһәткестәр буйынса ла былтырғы ошо осорҙан хәл күпкә яҡшыраҡ. 2024 йылдың декабрь урталарына 237 янғын теркәлеп, 5 кеше һәләк булған, 6 кеше имгәнгән ине.
Күҙ теймәһен тип ҡат-ҡат һул иңбаш аша төкөрөп кенә хәбәр итәбеҙ – балалар янғында һәләк булыуға районда юл ҡуйылманы. Әммә күрше Әбйәлилдең Асҡар ҡасабаһында торлаҡ йортта 14 декабрь төнөн янғын сығып, 2013 һәм 2015 йыл тыуған ике бала вафат булдылар. Фажиғәнең хәл-шарттары асыҡлана, әле тәфтиш бара. Ғөмүмән, Яңы йыл байрамдары дәүерендә янғын хәүефе бермә-бермә арта, балалар ҡарауһыҙ ҡалыу ихтималы ла юғарыраҡ. Шуға ла һәр малай-ҡыҙға түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе аңдарына һеңдерер кәрәк, тип өндәй белгестәр.
Һәр сабый яттан белһен!
-юл ҡалған икән, янғынды абайлау менән тиҙерәк урамға сығырға;
-бинаны төтөн солғаһа, еүешләнгән туҡыма аша тын алырға;
-ут сығыуҙы күреү менән ололарға хәбәр итергә тейештәр, шулай уҡ 01 йә 112 телефон номерҙары аша янғын һағына шылтыратырға, адресты әйтергә, ни булған тураһында һөйләр кәрәк;
-тәҙрәне йә ишектәрҙе асһаң, һауа килеп, янғын нығыраҡ ҡоторасаҡ икәнен белһендәр;
-бер осраҡта ла карауат аҫтына, шкафҡа йә өй эсендә башҡа урынға йәшенергә ярамай! Эйе, юғиһә, ниҙәндер ҡурҡһалар, тәбиғәт инстинктына бойһоноп йәшеренәләр, һуңынан ҡотҡарыусылар ҙа ваҡытында табып өлгөрмәүе ихтимал...
Учалыла йыл башынан теркәлгән ут бәләһе урындары: торлаҡ йорттар (41), мунсалар (19), баҡса йорттары (4), гараждар (4), автомобилдәр (11), фатирҙар (2).
Төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ тотоноу (115 осраҡ), мейес ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү (23), электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү (42), транспорт саралары төҙөкһөҙлөгө (9), тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ (5, былтырғынан 3 осраҡҡа күберәк!), яуыз ниәттә ут төртөү (11). Һуңғыһына бер нисек тә күнегеп тә, килешеп тә булмай, уйлап ҡына ҡарағыҙ әле – 11 осраҡта золомсолар ут төртә, янғын тураһында һүҙ барғас, кеше үлтерергә маташыуға тиң енәйәт һәм ғонаһ бит – сөнки, янғын ҡупһа, ниндәй фажиғәләр менән тамамланыуын күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Ҡораллы юлбаҫар бер генә ҡорбанының ғүмеренә янай, ут төртөүселәр иһә бихисап кешенең именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына был проблемаға нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк!
Һуңғы хроника:15.12.2024 йыл. Учалы ауылында төндә мунсала ут тоҡана. 44 йәшлек ир һәләк була. Хәл-шарттар асыҡлана. 15.12.2024 йыл. Учалы ҡалаһының Горький урамында төндә “Лада Ларгус” һәм “Черри Тигго” автомобилдәре яна. Был осраҡта ла әлегә хәл-шарттар асыҡланыу өҫтәндә.
Ошо статистика менән таныштырған район-ара дәүләт янғын надзорының төп белгес-эксперты Гөлназ Ураҙ ҡыҙы Хужиәхмәтова өс урынға айырым туҡталды:
-Янғындарҙың төп өлөшө төнгө, кеше йоҡлаған ваҡытҡа тура килә. Барыһына ла автоном төтөн тураһында белдерткес ҡоролмалар (“извещатель”) ҡуйыуҙы хәстәрләр кәрәк! Бушлай алыу мөмкинлектәре тураһында үҙегеҙ ҡараған ауыл ултырағы хакимиәттәрендә тулы белешмә бирерҙәр. Шулай уҡ районыбыҙҙа торлаҡты янғындан страховкалау күрһәткестәре бик түбән. Шуны ғына аңлағыҙ, бер кем дә фәҡәт минең өйҙә ут сығыр, урамда тороп ҡаласаҡмын, тип көтмәй, әммә бәлә һис тә һорамайынса һәр кемгә килеүе мөмкин! Страховка зыянды тулыһынса ҡапламаған осраҡта ла, яңынан донъя ҡороуҙа терәк булып хеҙмәт итәсәк. Байрамдар ваҡытында фейерверк-фәлән менән үтә һаҡ булығыҙ! Магазиндан сертификацияланған тауар ғына алығыҙ, инструкцияһын теүәл үтәгеҙ, бала-үҫмерҙәр ҡулына тоттормағыҙ, торлаҡ йорттарҙан 50 метрҙан да яҡыныраҡ арала атырға ярамай һәм башҡа. Ә иң яҡшыһы – утҡа бәйле хәүефле уйындар менән бөтәнләй булмаҫҡа, яҡты байрам ҡара ҡайғығы әйләнмәһен!
Фотоларҙа - Учалыла декабрь айында теркәлгән янғындар, береһендә кеше үлде.....