Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь , 08:35

Ныҡлы ғаилә - ил терәге

Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ҡарар ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Әйткәндәй, Ғаилә йылы беренсе тапҡыр 2008 йылда үткәйне.

2024 йыл - Ғаилә йылына

Ныҡлы ғаилә - ил терәге

Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ҡарар ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Әйткәндәй, Ғаилә йылы беренсе тапҡыр 2008 йылда үткәйне.  

Районыбыҙҙа, ҡалабыҙҙа өлгөлө ғаиләләр бик күп. Уларҙы күреп, күңел һөйөнә. Ҡаланың Әхмәтғәлин урамында йәшәүсе Мөлөковтар ҙа - ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе. Был ғаиләлә алты бала буй еткерә. Бер-береһен хөрмәтләүҙәре уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәренән, яғымлы күҙ ҡараштарынан һиҙелеп тора.

Гәүһәр Рафаэль ҡыҙы 1982 йылда Ҡунаҡбай ауылында тыуа. Атаһы сығышы менән Ульяновск ҡалаһынан булғас, бала сағында шунда күсеп китәләр. Цельнинск урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Ульяновск колледжына уҡырға кереп, ашнаҡсы-кондитер һәм кассир-контролер һөнәрҙәрен үҙләштерә. Каникулда олатаһы менән өләсәһенә Учалыға ҡайтып йөрөгән Гәүһәр дискотекала Орск ҡалаһынан каникулға туғандарына ҡайтҡан Ринат менән таныша. Йәштәр каникул ваҡыттарында осрашып, хаттар аша аралаша башлай. Ҡыҙ егетте армияға оҙата. Әрменән һуң Ринат контракт буйынса Выборг ҡалаһында хеҙмәт итә.

2005 йылдың 1 ғинуарында йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Шул уҡ йылда Данил улдары донъяға килә. Ул ошо көндәрҙә 18 йәшен билдәләгән, тау сәнәғәте колледжында архитекторға уҡый, әле икенсе курста. Икенсе улдары 16 йәшлек Денис, тау сәнәғәте колледжының беренсе курс студенты. Тимерлан 2014 йылғы, 9-сы мәктәптә белем ала. 5 йәшлек Сөләймән менән 4 йәшлек Айша балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Ә иң кескәй Асманға бер генә йәш. “Баштехтранс” йәмғиәтендә водитель булып эшләгән ғаилә башлығы Ринат уҙған йылдың ноябрь айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған.

- Тормош иптәшем хәрби операцияға киткәндә төпсөк улыбыҙға ни бары бер генә ай ине. Әсәйем, ҡәйнәм, өлкән улдарым ныҡ ярҙам итә. Мин үҙем дә ишле ғаиләлә (алты бала) үҫкәнгәлерме, күп балалы әсә булырға хыялландым. Хыялдар тормошҡа ашты: фатир һатып алдыҡ, балаларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып үҫә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет­тең булыуы мөмкинме ни?! Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен ҡарап, ярҙамла­шып үҫә, эш һөйөүсән була. Беҙҙең ғаиләлә йылы, дуҫтарса мө­нәсәбәт урынлаштырылған. Тормош мә­шәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙ­ҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шат­лыҡ­ҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ, - ти бәхетле әсә.

Балаларының тамағы туҡ, өҫтәре бөтөн булһын өсөн бар көсөн хеҙмәткә һала ғаилә. Дәүләт тә күп балалы ғаиләләргә төрлөсә ярҙам итә. Алтынсыға әсәй булғас, Гәүһәр ханым «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә.

Ысынлап та, Мөлөковтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ғаиләнән һис тә айырыл­маған кеүек, әммә, мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урынын таба алған, алты балаға ғүмер биргән, донъяларын матур һәм нурлы иткән. Үҙҙәре уңған, эшсән ғаиләнең бәләкәй дәүләт нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө.

Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: