Учалы ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре барланды, фекер алышыуҙар булды.
Халыҡ күп йыйылғайны: йәмәғәт әүҙемселәре, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Әйтергә кәрәк, урындағы ҡоролтай үҙе лә быйылдан киңәйҙе, уның составында 38 кеше иҫәпләнә, һәр ауыл Советы биәмәһенән кәмендә бер вәкил бар. Учалы ҡалаһының өс йөҙ кешегә иҫәпләнгән Ижад һарайында буш урындар бөтөнләй ҡалманы тиерлек.
Сара заманыбыҙҙың ыңғай яңы йолаһынан башланды – ҡурайсылар башҡарған “Урал” моңон аяғүрә тороп тыңланыҡ. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар, арабыҙҙан киткән милләт йәмәғәтселәре иҫтәлегенә тынлыҡ минуты ла иғлан ителде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова съезд һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Өс йүнәлешкә айырыуса туҡталды.
Беренсенән, милләтебеҙ алдында торған оло бурыс – махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына булышлыҡ итеү. Ир-егеттәребеҙ яу ҡырында ҡаһармандарса алыша, бар халыҡ уларға нисек тә ярҙам күрһәтергә тырыша, шул уҡ ваҡытта, һуғыштан ҡайтҡан һалдаттарға тыныс тормошҡа йәнә ҡушылып китеү мөмкинлектәре булдырыу ҙа – барыбыҙ алдында торған күләмле һәм оҙайлы бурыс, тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Уның: “Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. 2025 йыл – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, икеләтә Еңеү билдәләргә яҙһын!” – тигәне алҡыштарға күмелде.
Икенсе ҙур мәсьәлә – туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү. Президиум рәйесе был эште балалар баҡсаһынан, башланғыс синыфтарҙан башлау яҡлы. Шул иҫәптән әүҙем оло быуын вәкилдәрен дә балалар учреждениеларына осрашыуҙарға йәлеп итеү фарыз. Тел юғалмаһын өсөн һәр балалар баҡсаһында кәмендә бер башҡорт төркөмө булырға тейеш. Быға өлгәшеү юлы – ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен йәйелдереү, сөнки тап уларҙың ихтыяжы, теләге буйынса башҡорт төркөмдәре асылыуы ихтимал. Бындай мөрәжәғәттәр була икән, власть органдары ла булышлыҡ итәсәк.
Халҡыбыҙ алдындағы өсөнсө бурыс – милләт-ара һәм милләт эсендәге татыулыҡты һаҡлау. Рәсәй дошмандарының маҡсаты – илебеҙ эсендә бола-низағ ҡуптарып, дәүләтебеҙҙе көсһөҙләндереү, юҡҡа сығарыу. Мәғлүмәт даирәһендә лә алыш ҡыҙа бара.
“Башҡорттар ихлас, эскерһеҙ, ә интернетта таратылған мәғлүмәт хаҡмы, әллә яуыз хөсөтмө икәнен кинәт кенә аңлауы анһат түгел. Әлеге мәлдә барыбыҙ ҙа айырыуса сабыр, айыҡ аҡыллы булырға тейешбеҙ, – тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы һәм бик тә үҙенсәлекле миҫал килтерҙе. – Татыулыҡ, берҙәмлек – милләтебеҙҙең асылы. Беҙҙең өсөн был, һулаған саф һауа һымаҡ, шул тиклем тәбиғи хәл, шулай булғас, әһәмиәтен аңлап та еткермәйбеҙ. Иркен тын алғанда кеше был хаҡта уйлап та бирмәй бит, ә тонсоға башлаһа, тап һауа иң кәрәке ғәмәл икәнлегенә төшөнә. Татыулыҡ менән дә шул уҡ хәл. Ыҙғыш-низағтар таралыуға юл ҡуябыҙ икән, туҡтатып та булмаҫ, башҡа бер ғәмәлдең дә кәрәге һәм ҡәҙере ҡалмаҫ. Төп йортобоҙҙағы тәртипте, тыныслыҡты һаҡлау ҙа тап беҙҙең иңде”.
Фәлсәфәүи, стратегик йүнәлеште билдәләргә тейеш ике һорау ҙа күтәрелде: “Заман башҡорто кем ул?” һәм “Милләт булараҡ алдыбыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?” Беренсе һорауға иң йыш ишетелгән яуап – милли тамырҙарына тоғро, әммә заманса фекерләгән һәм эш иткән, конкуренция шарттарында ла ҡаушап ҡалмаған уҡымышлы кеше. Ә милләт булараҡ – юғалып ҡалыу түгел, халыҡ-ара кимәлдә үҙебеҙҙе танытыу, абруй һәм яҡшы дан яулау бурысы торалыр. Һәр башҡорт был һорауҙарҙы тап үҙенә бирергә һәм яуап табырға тейештер.
Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров 2024 йылдағы эшмәкәрлек тураһында һөйләп үтте. Күп эш башҡарылған, район ҡоролтайы эшмәкәрлеге Эльвира Айытҡолова тарафынан бик тә ыңғай баһаланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезд делегаттары тәьҫораттары менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индерҙе. Салауат хәҙрәт Рәсүлев, оҙаҡ йылдар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан абруйлы мәғариф ветераны булараҡ, башҡорт теленең ифрат бай булыуын, уның көсө – тап диалекттар төрлөлөгөндә икәнлеген, уларҙы халыҡ яҡшы аңлауын һәм ғәҙәти тип ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Башҡортостанға көслө рухлы, белемле, халҡым тип янған милләттәшебеҙ етәкселек итә, беҙ – уның, ул – халҡыбыҙҙың таянысы булырға тейеш, берҙәмлекә – көс”, – тине Салауат Хәйретдин улы.
Фәнүр Шаһиев, үҙе съезда индергән һәм унда йылы ҡабул ителгән инициативаһы тураһында бәйән итте: милли герой ғына түгел, башҡорт халҡының ҡотона әйләнгән, образы рәсми рәүештә дәүләт символдарында ҡулланылған Салауат Юлаевтың данын яҡлау һәм һаҡлау тураһында ниндәйҙер дәүләт хоҡуҡ акты ҡабул ителергә тейеш. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса әсбаптарҙың саманан тыш ҡатмарлы булыуын да билдәләне. Был тәҡдимдәр ҙә алҡыштарға күмелде.
Район ҡоролтайы улытрышына йыйылыусылар Оло йыйында ҡабул ителгән резолюцияны айырыуса диҡҡәт менән тыңланы: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтте, әммә күләмле һәм
әһәмиәтле эштәр башлана ғына.