Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь , 09:00

Ун дүрт йәшлек бригадир

Республикабыҙ менән күрше Силәбе өлкәһе сигендә, мәшһүр Урал тауҙары ҡосағындағы ифрат гүзәл тәбиғәтле төбәктә, ҡасандыр мул һыулы булған, һуңғы йылдарҙа ныҡ һайыҡҡан Ирәмәл йылғаһы ярында уынлашҡан минең тыуған ауылым. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ауылыбыҙға 280 йыл самаһы элек Мулдаш исемле кеше нигеҙ һалған. Ауылыбыҙ ҙа  шулай атала. Мулдаш тоҡомдарының бер вәкиле булыуым менән ғорурланыуым урынлылыр тип уйлайым.

Республикабыҙ менән күрше Силәбе өлкәһе сигендә, мәшһүр Урал тауҙары ҡосағындағы ифрат гүзәл тәбиғәтле төбәктә, ҡасандыр мул һыулы булған, һуңғы йылдарҙа ныҡ һайыҡҡан Ирәмәл йылғаһы ярында уынлашҡан минең тыуған ауылым. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ауылыбыҙға 280 йыл самаһы элек Мулдаш исемле кеше нигеҙ һалған. Ауылыбыҙ ҙа  шулай атала. Мулдаш тоҡомдарының бер вәкиле булыуым менән ғорурланыуым урынлылыр тип уйлайым.

Яҙмыш еле ҡайҙарға ғына илтһә лә, йыл һайын тыуған төйәгемә ҡайтып, атайым менән инәйем, туған-тыумасаларым, зат-зәүерем ерләнгән зыяратты күреп, үҙем белгәнсә әруахтарыма доға ҡылып йөрөп килеүҙе изге бурысым тип һанайым.  Мулдашта һуңғы тапҡыр булғанымда оло еңгәм – ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлфирә Шәрип ҡыҙы Абыҙгилдина минән, бер аҙ үпкәләгәндәй итеп:

- Ниңә һин үҙеңдең атайың тураһындаяҙмайһың ул? – тип һорағайны.

Әлеге хәтирәләрем – ниндәйҙер кимәлдә уға булған яуабым да...

Минең атайым – Мофассал Мөхәммәтғәле улы Абыҙгилдин үҙ заманында тирә-яҡта ярайһы уҡ билдәле, абруйлы  шәхес ине. Утыҙ һигеҙ йыл элек, ҡәҙерлемде һуңғы юлға оҙатҡандан һуң, миңә ауылыбыҙҙағы иң өлкән әбейҙәрҙең береһе, Фатима Ғәйнуллина:

- Хужа китте, ауылдың йәме бөттө, - тигәйне.

Тормошта күпте күргән, күпте кисергән аҡыллы әбейҙең ни тиклем хаҡлы икәнлеген йылдар уҙған һайын нығыраҡ төшөндөм.

...Бөйөк Ватан һуғышы башланған йәйҙә атайыма ун дүрт  йәш  тә тулмаған булған.  Ауылыбыҙҙағы  бәлиғ йәштәге ир-егеттәрҙең бөтәһе лә һуғышҡа киткәндәр. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар ғына тороп ҡалғандар. Яу яланына йыйынған хужалыҡ етәкселәре балалыҡтан да сығып етмәгән үҫмерҙәрҙе үҙҙәренең урындарына  яуаплы эштәргә ҡушып киткәндәр.

- Минең Шәмсетдин Һөйөндөков тигән класташым һәм дуҫымды алтын приискыһына ебәрҙеләр. Ә миңә хужалыҡты етәкләргә тура килде, - тип иҫкә ала торғайны атайым.

Әйткәндәй, атайымдың хеҙмәт кенәгәһендә уның ошо эшкә - комплекслы малсылыҡ фермаһының бригадиры итеп тәғәйенләнеүе хаҡында ғына - бер генә яҙма. Вафатына тиклем, ҡырыҡ дүрт йыл дауамында, шул вазифаны башҡарҙы ул.

- Ун ете йәшебеҙ тулғас, Шәмсетдин дуҫ менән икәүләшеп хәрби комиссариатҡа барҙыҡ, беҙҙе һуғышҡа ебәреүҙәрен һораныҡ. Бик ныҡ үтендек. Ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең һүҙе ҡыҫҡа булды: “Илгә икмәк тә, алтын да кәрәк. Икегеҙҙең дә һуғыш яланы – әлеге эшегеҙ. Һеҙҙе фронтҡа ебәрһәк, кем иген игер, кем алтын сығарыр?” Әммә беҙ, ун һигеҙебеҙ тулғас, тағы ла унда барҙыҡ. Тағы кире борҙолар. “Беҙҙең ваҡытыбыҙҙы әрәм итеп, бүтән килеп йөрөмәгеҙ!” - тинеләр. Хәйер, беҙ үҙебеҙ ҙә иңдәребеҙгә йөкмәтелгән яуаплы вазифаларҙың яу яландарындағы  ватандаштарыбыҙ өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлағайныҡ инде. Ҡанлы һуғышта йәндәрен-тәндәрен аямайынса дошманға ҡаршы торған һалдаттар ас-яланғас һуғыша алмайҙар бит - уларҙың ашарҙарына ла, кейерҙәренә лә кәрәк! Тотош илдәге беҙҙекеләй хужалыҡтарҙа эшләгән халыҡ кеүек үк, әлеге лә баяғы ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға менән бергәләшеп, бөтә көсөбөҙҙө биреп, фронтты тәьмин итергә тырыштыҡ, - тип һөйләгәйне ул миңә ҡасандыр.  

Атайымдың бик аҡыллы кеше булғанлығын һәм, өҫтәүенә, яҡшы ойоштороусы ла  икәнлеген  халыҡ яҡшы аңлай торғайны. Шулай булмаһа, ул етәкләгән хужалыҡ  тиҫтәләрсә йылдар дауамында районда ғына түгел, тотош республикала иң алдынғыларҙан һаналыр инеме һуң?   

Ҡасандыр тормош ҡайнап торған ауылыбыҙҙа клуб, кибет биналарын, йылға аша күпер һалыуҙы ла атайым башлап, төҙөлөштәрҙә үҙе лә, дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләп йөрөгәйне.   

Оҫта етәксе булғанға күрә лә атайымды олоһо-кесеһе ихтирам итте. Ниндәйҙер сетерекле хәл килеп тыуһа, ә улар, билдәле, юҡ-юҡ та ҡайҙа ла булғылап тороусан,  хатта түрәләр ҙә иң тәүҙә уның менән кәңәшләшә торғайнылар. Атайымдың бер ваҡытта ла, бер кемгә ҡарата ла тупаҫ ҡыланғаны булманы. Ҡул аҫтында эшләгән һәр кемде иғтибар менән тыңларға, аңларға тырышты, һәр ҡайһыһының мәнфәғәтен яҡларға ынтылды ул. Хужалыҡта ниндәйҙер низағ килеп тыуа ҡалһа, итәғәтле генә итеп һөйләшеп, хәлдең айышын, асылын хеҙмәттәштәрен тынысландыра белде.    

Әммә атайымдың башҡа һыймаҫлыҡ хәлгә тарығаны ла булды. Бер ҡышҡы кистә ул өйгә бөтөнләй ҡайтманы, беҙ уны иртәгеһен иртәнсәк кенә көтөп алдыҡ. Үҙенең юғалып тороуын:

- Малҡайҙарҙың береһе ауырып китте лә, шуны ҡарауылларға тура килде, -  тип кенә аңлатты.

Ысынбарлыҡта нимә булғанлығын мин осраҡлы ғына – атайымдың үҙенән өлкәнерәк кәңәшсеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы  Уразаев Вәлит Әхмәтша улына һөйләгәнен ишетеп кенә белдем. Баҡтиһәң, оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып ҡайтҡан бер йүнһеҙ әҙәм мал һарайына урлашырға килгән икән. Эштә тотҡарланыбыраҡ ҡалған атайым уны күреп ҡалған да, юлына ҡаршы сыҡҡан. Ә тегеһе атайыма һунар мылтығы тоҫҡап, әллә нисә сәғәт ебәрмәйенсә торған. “Бер үгеҙҙе бир миңә, юғиһә үҙеңде атып үлтерәм, - тип янаған. - Шәхси малың түгел бит!” Атайым уға: “Хөкүмәт малын юғалтырға хаҡым юҡ”, - тип яуаплаған. Таң һыҙылғанда малсылар эшкә килә башлағас ҡына, мылтығын тотоп, шылған теге енәйәтсел әҙәм. Өлкәндәрҙең үҙ-ара әңгәмәләшкәндәрен шым ғына тыңлап тороуым өсөн уңайһыҙланһам да, атайымдың теге әҙәмдең мылтығынан да ҡурҡмағанлығы, батыр булыуы менән эстән генә ғорурлыҡ тойғоһо кисергәйнем мин шул саҡта.  

Ете генә класты тамамлаған атайымдың ифрат белемле булыуына ла иҫем китә торғайны. Йыл һайын яҙҙырып алдырған ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар араһында ауыл хужалығына ҡағылышлылары – үҫемлекселек, малсылыҡ тармаҡтарындағы эш алымдары тураһындағылары ла бар ине. Төрлө кимәлдә уҙғарылған агросәнәғәт белгестәренең квалификациһын күтәреү курстарында ла бер нисә тапҡыр уҡып ҡайтҡанын хәтерләйем.

Хужалыҡ эшмәкәрлеген генә түгел, ғаиләбеҙҙәге тормош-көнкүреште лә ифрат оҫта ойоштора белде минең атайым. Ҡышҡы оҙайлы кистәрҙә матур йолаға әйләнгән күмәкләшеп билмән эшләүҙәребеҙҙе оноторлоҡмы һуң! Атайым үҙе ит үткәрә, инәйем ҡамыр баҫып йәйә. Беҙ – өс бала, һәр ҡайһыбыҙҙың алдына бер үк  ҙурлыҡтағы өс таҡта һалалар.

- Кемегеҙҙең таҡтаһы тиҙерәк тула, шуға инәйегеҙ билмәнде иң алда һалып бирәсәк, - тип дәртләндерә атайым.

Ағайым, ҡустым, мин кемуҙарҙан ярыша-ярыша билмән эшләйбеҙ...

Тотош ғаиләбеҙ менән мал-тыуарға бесән әҙерләргә йөрөүҙәребеҙ ҙә күңелемдә мәңге һаҡланыр. Бик күңелле була торғайны шул саҡтарҙа! Күмәкләшеп “Йондоҙ” ҡушаматлы атыбыҙға егелгән арбаға тейәләбеҙ ҙә, алыҫтағы сабынлыҡҡа юлланабыҙ. Юлда атайым дилбегәне алмаш-тилмәш беҙгә тоттора.

- Атты уң яҡҡа борорға кәрәк булғанда дилбегәнең уң яҡ ҡулығыҙҙағы өлөшөн “ҡыҫҡараҡ” тоторға кәрәк, - тип аңлата ул. – Һул яҡҡа борғанда дилбегәнең һул ҡулығыҙҙағы осон  тартыңҡырағыҙ.

Сабынлыҡҡа барып еткәс, атайым өсөбөҙгә өс төрлө салғы тарата. Салғыларҙы бик оҫта итеп үҙе эшләй торғайны ул. Ғөмүмән, уның ҡулынан килмәгән эш юҡ ине.  Миңә, еләк-емешкә йә иһә бәшмәккә йөрөгәндә еңел һәм уңайлы булһын тип,   талдан үреп эшләп биргән кәрзинде мин әле булһа ла күҙ ҡараһылай һаҡлайым.  Ҙурыраҡ салғы ағайыма, ыҡсымырағы – миңә, иң бәләкәйе ҡустыма эләгә.

- Иң алда ҙур улым сабынлыҡҡа төшһөн, уның артынан ҡыҙым барыр, ә иң арттан бәләкәй малайым йөрөр, - тип аңлата. - Ҡыҙымды ҡабаландырмағыҙ, ул бер юл уҙғансы һеҙ ике, хатта өс ураһағыҙ ҙа була... 

Бәрәңгене утағанда ла, күмгәндә лә, сығарғанда ла шундайыраҡ уҡ “ярыштар”.  Уларҙан һуң атайымдың мотлаҡ рәүештә беҙҙе маҡтауы, һәр ҡайһыбыҙ өсөн яҡшы һүҙ табып дәртләндереүе лә үҙенә күрә тәрбиәүи сара булған бит!

Йыш ҡына беҙгә – балаларға:

- Инәйегеҙҙе ихтирам итегеҙ, - тип әйтә торғайны ул. – Мин бит уны ҡырыҡ һауынсы араһында иң аҡыллы һәм иң уңған булғанлығы өсөн һайлап алдым.

Әллә бәләкәйемдә сырхауыраҡ булғанға, атайым мине айырыуса ҡурсалап үҫтерҙе. Яҙыу эшенә өйрәтергә тырышты. Айлыҡ отчеттарын эшләгәнендә гел үҙенең  эргәһенә ултыртып ҡуйыр булды.

- Һинең хәрефтәрең тигеҙ, һандарың да матур, - тип әйтә торғайны, сәстәремде һыйпай-һыйпай. – Мин әйтеп ултырайым, һин яҙып бар. Тик иғтибарлы бул, йәме. Дөрөҫ яҙ, хаталанмаҫҡа тырыш. 

Атайымдың үҙе “һә” тигәнсе эшләп ҡуя торған отчеттарын миңә яҙырға ҡушыуының  маҡсатын үҫә төшкәс кенә аңланым. Яратҡан ҡыҙының киләсәген хәстәрләгән бит ул! “Ауыр эшкә тиҙ бирешер”, - тип уйлаған. Шуға ла яҙыу-һыҙыуға ылыҡтырырға    тырышҡан да инде. Ҡайҙа ғына кәңәшмә-фәләнгә юлланһа ла мотлаҡ миңә ниндәй ҙә булһа китап һатып алып ҡайта торғайны. Унынсы класта уҡығанымда атайым Өфөгә ауыл хужалығы алдығыларының семинарына барғанында алып килгән  Мостай Кәримдең “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” повесы әле лә китап кәштәмдә.

Бер йәйҙә атайым беҙ йәшәгән хәрби ҡаласыҡҡа килде.

- Өфөлә университетта уҡығаныңда - тимер юл станцияһынан, ғаиләле булып, төрлө тарафтарҙа көн иткәнеңдә – Силәбе аэропортынан ғына оҙатып ҡала торғайным, - тине ул миңә. – Исмаһам бер тапҡыр һинең нисек йәшәгәнеңде үҙ күҙҙәрем менән  күрергә теләнем.

Беҙҙә бер  нисә көн генә торҙо ла:

- Ауылда эш тауыҡ сүпләһәлә бөтөрлөк түгел, инәйеңдең бер үҙенә ҡыйындыр, - тип, ҡайтып та китте.  

Бер көн мин атайыма ҡола далала урынлашыуына ҡарамаҫтан, йәшеллеккә сумып ултырған ҡаласығыбыҙҙы күрһәтеп алып йөрөнөм. Юл ыңғайы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен хеҙмәтләндерә торған махсус кибеткә лә кереп сыҡтыҡ. Уның бер яғында – кейем-һалым һәм хужалыҡта кәрәкле әйбер-ҡара, икенсеһендә – аҙыҡ-түлек һатыла. Булмаған нәмә үҙе юҡ төҫлө.

- Бында коммунизм икән дә! – тип хайран ҡалды шунда атайым. - Беҙ ҡасандыр тотош илебеҙҙә шундай уҡ мул тормош булыр тип хыялланабыҙ бит, ҡыҙым.

Ысын коммунист ине шул ул. Яҡты киләсәккә ышанып йәшәне. Шул киләсәкте яҡынайтыу өсөн үҫмер сағынан алып, ал-ял белмәйенсә, яуаплы вазифала эшләне.  Бәғзелә мин: “Ярай әле атайым бөйөк илебеҙҙең тарҡалыуын, үҙҙәренең изге маҡсаттарының юҡҡа сығыуын күрмәне”, - тип фекер йөрөтәм... 

Атайым тураһында әллә күпме һөйләргә мөмкин. 1985 йылда, илле һигеҙ генә йәшендә, яҡты донъя менән хушлашты минең ҡәҙерлем. Фатима Ғәйнуллина әбейҙең һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты - атайымдың вафатынан һуң, 1991 йылда Советтар союзы тарҡалғанға тиклем, ни бары алты йыл эсендә, ауылыбыҙҙа дүрт кеше бригадир булып эшләп ҡаранылар, булдыра алманылар. Ауылыбыҙ яйлап ҡына ташландыҡ хәлдә ҡалды. Хәйер, һуңғы осорҙа оҙаҡ йылдар сит ерҙәрҙә көн иткән кешеләр тыуған төйәгебеҙгә ҡайта башлағас, ауылыбыҙҙа тормош бер ни тиклем йәнләнгәндәй төҫлө. Кем белә, бәлки, Мулдашыбыҙ ҡасан да булһа яңы һулыш та   алыр әле...

Хөриә АБЫҘГИЛДИНА,

Өфө ҡалаһы.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: