20 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөтә Рәсәй “Минең кешелекле бизнес” (“Мой добрый бизнес”) конкурсының региональ этап һөҙөмтәләре барланды.
Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге әҙерләгән “Туҡыусылыҡты тергеҙеп” проекты “Кәсептәр” номинацияһында 1-се урын алды!
-Сағыштырмаса ҡыҫҡа арала күп эш башҡарылды – станоктар ҡайтартылды, балалар һөнәргә өйрәтелә, оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ, төрлө фестиваль-конкурстарҙа уңышлы ҡатнашабыҙ һәм туҡтарға уйыбыҙҙа ла юҡ! – ти үҙәк директоры Динара Мөжәүирова. – Финалға бик тә лайыҡлы кешеләр сыҡты, улар барыһы ла – “ Изгелек ҡыл да, һыуға һал”, “ Мин тотонмаһам, кем эшләр һуң?” принцибы менән йәшәүсе, йөрәктәре дөрләп янған, шөғөлдәренә йәне-тәне менән бирелгән ижади шәхестәр. Ошондай бәйгелә юғары баһа алыуыбыҙ, әлбиттә, күңелгә илһам тултырҙы, артабан тағын да нығыраҡ тырышырға дәрт-дарман өҫтәне.
Конкурсты 2015 йылдан алып РФ Иҡтисади үҫеш мнистрлығы үткәрә, быйылдан алып – әлеге исем аҫтында. Маҡсаты – бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары, коммерцияға ҡоролмаған ойошмалар араһында социаль яуаплы эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү, был йәһәттә алдынғыларҙы дәртләндереү. Төп асылы: эшҡыуарлыҡ һәм йүнселлек аҡса хаҡына түгел, эшҡыуарлыҡ һәм йүнселлек – кеше хаҡына, тигән хәҡиҡәтте пропагандалау.
Ә Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге базаһында тормошҡа ашырылған “Тамырҙарға ҡайтыу –Туҡыусылыҡты тергеҙеү” ("Возвращение к истокам - Возрождая ткачество") проекты тураһында гәзитебеҙҙә һуңғы ике йыл даими яҙа килдек. Иҫегеҙгә төшөрәйек: туҡыусылыҡ шөғөлөнә мөкиббән бирелгән кешеләр“Игелек хаҡына” ( “Во благо” ) исемле автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаға берегеп, Мәҙәни инициативалар буйынса РФ Президент фонды грантын алыуға ирешкәйне. Был аҡсаға кәрәкле материалдар һатып алына, станоктар яһатыла, кабинеттар йыһазландырыла. Балаларҙы ғына түгел, бар теләүселәрҙе милли туҡыусылыҡ тарихы менән таныштыралар, һарыҡ йөнөн таҙартырға һәм эшкәртергә өйрәтәләр, балаҫтарҙың схемаларын әҙерләү серҙәренә төшөнәләр һәм башҡа. Келәм һуғыу нескәлектәренә Ижад үҙәге хеҙмәткәре, махсус курстарҙа әҙерлек үткән мәғариф отличнигы Дина Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова өйрәтә. “ Эш рәтен аңлатыу менән сикләнмәй, тарихи экскурстар, фольклор тамашалар ойоштора килде. Ауылыбыҙҙың аҫыл ҡатындары – “Йәйғор” төркөмө һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары арыу-талыу белмәйенсә һәр яҡлап булышлыҡ иттеләр!- тип билдәләй был инициативаның башында торған Динара Рәис ҡыҙы. – Һәм ошо грнант биргән ҡеүәтле импульс хәҙер килеп “Минең кешелекле бизнес” проектында дауам итә. Исем нисек кенә аталмаһын, боронғо шөғөлөбөҙ һаҡлана һәм тергеҙелә, артабан камиллаша, гүзәл оҫталыҡ быуындан-быуынға күсә килһен, мәҙәни ҡомартҡыбыҙ булған башҡорт балаҫ-келәмдәренең быға тулы хаҡы бар!”
Ғөмүмән, “Ирәмәл” ижад үҙәгендә баларға тәрбиә биреү, нәфис яҡтан үҫештереү бик юғары кимәлдә ойошоторлған. Йәш сәхнә йондоҙҙарының еңеүҙәре тураһында йыш яҙып торабыҙ, ошо арала иһә оҫтабикәләре йәнә танылыу тапты. “Нәфис бәйләү һәм сәйлән сигеү” бүлексәһендә шөғөлләнгән Йәзилә Үҙәнбаева һәм Варвара Рябцева остаздары менән Ҡазанда ойошторолған Vll Бөтә Рәсәй һөнәри педагогик оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты. Уңған һылыуҡайҙарҙың ҡаҙаныштары тураһында яҙғаныбыҙ булды, был тапҡырҙа иһә буялған һәм натураль һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙ һүрәттәре (фелтинг техникһы) федераль кимәлдә Гран-при дипломдары менән баһаланды, остаздары Аида Әнүәр ҡыҙ Кинйәбаева һәм Дина Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтовалар ҙа айырым дипломдар менән билдәләнә. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, алда бындай уңыштар күп булһын!