Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2024, 10:06

Ҡаш төҙәтәм тип...

-Сит ил граждандары ауыр енәйәт ҡылыу, хатта, террорсылыҡ, экстремизм менән шөғөлләнеү осраҡтары булғылай. Әлеге заманала һәр сит ил гражданы (гражданлыҡһыҙ әҙәм)  Рәсәй Федерацияһына тик законлы рәүештә инеүе һәм йәшәүе, ни менән булыуына тейешле контроль башҡарылыу үтә мөһим талап.  Кемдер тегене-быны уйламайынса  берәйһен фиктив рәүештә үҙ адресы буйынса теркәткән йә бындай осраҡтар тураһында хәбәрҙар, үҙ ваҡытында тейешле инстанцияларға хәбәр итегеҙ. Закон буйынса, был төр енәйәтте асыҡларға булышлыҡ иткән граждандар  үҙҙәре яуаплылыҡтан азат ителә, -ти  Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция  һорауҙары буйынса бүлексә начальнигы майор Динара Фәсхетдинова.

Ҡаш төҙәтәм тип...
Ҡаш төҙәтәм тип...

Бер заман бындай осраҡтар   районыбыҙҙа күбәйеп киткәйне: яҡташтарыбыҙ ҡасан йәлләп, ҡасан аҙ-маҙ һөйөнсөгә өмөтләнеп, гастарбайтер сифатында килгән сит ил граждандарын исем өсөн үҙ адрестарына теркәтә ине. Иҫәр аҡылға  әллә ни ғонаһы ла юҡ һымаҡ бит. Тик был хилафлыҡ өсөн  үҙҙәрен енәйәт язаһына тарттыра башлағастары,  аҡылға төшөнгәйнек буғай. Үкенес, һаман да аңламағандар ҡалған икән.

Быйыл Ахунда була был хәл.  Бер ҡатын ауылда күләмле  ремонт эштәрен башҡарғанда Азербайжан гражданы менән таныша, яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаша улар араһында. Бында эш бөткәс, ир Өфөгә сығып китә. Быйыл иһә беҙҙең яҡташҡа шылтырата, әллә ысын, әллә ялған рәүештә, Өфөлә теркәлеү ваҡыты ғәмәлдән сыға, үҙеңдә пропискаға ҡуйып тор, тип ялбара.  Тығыҙ өйҙә, күп балалар янында ысынында ла йәшәп мәшәҡәтләмәйәсәк бит, яҡшы танышыма ярҙам итәйем,  тип хәйләһеҙ ҡатын ризалаша. Килешелгән ваҡытта Учалы ҡалаһында осрашалар, миграция һорауҙары буйынса бүлексәлә бөтә документтарға ҡултамғаларын ҡуя, азербайжанды фиктив рәүештә үҙенең милкендәге, әммә әле буш торған йортҡа теркәттерә.

...Һәм ҡаш төҙәтәм тип күҙгә төрткән, мәҡәлендәге һымаҡ килеп сыҡты. Азербайжан гражданы бында ысынында ла йәшәмәгәс, тейешле органдар закон менән ҡаралған күҙәтеүҙе башҡара алмай. Беҙҙең ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 322.3-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Был төр  хоҡуҡ боҙған өсөн ғәйеплегә  100-500 мең һум  штраф һалыныуы, хатта (ауыр һөҙөмтәләргә килтергән осраҡта)  5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.

-Барыбыҙ ҙа  федераль мәғлүмәт сараларынан күреп-ишетеп торабыҙ, сит ил граждандары ауыр енәйәт ҡылыу, хатта, террорсылыҡ, экстремизм менән шөғөлләнеү осраҡтары булғылай. Әлеге заманала һәр сит ил гражданы (гражданлыҡһыҙ әҙәм)  Рәсәй Федерацияһына тик законлы рәүештә инеүе һәм йәшәүе, ни менән булыуына тейешле контроль башҡарылыу үтә мөһим талап.  Законды теүәл күҙәтәйек, яҡташтар, ә кемдер тегене-быны уйламайынса  берәйһен фиктив рәүештә үҙ адресы буйынса теркәткән йә бындай осраҡтар тураһында хәбәрҙар, үҙ ваҡытында тейешле инстанцияларға хәбәр итегеҙ. Закон буйынса, был төр енәйәтте асыҡларға булышлыҡ иткән граждандар  үҙҙәре яуаплылыҡтан азат ителә, -тип белдерҙе Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция  һорауҙары буйынса бүлексә начальнигы майор Динара Фәсхетдинова. Эйе, уйындан уймаҡ сыҡмаһын!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: