Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2024, 13:54

Трасса кәрәк

Берсә мәргән, берсә һыбай йөрөргә маһир спортсылар ярышында  Учалы районын вәкилләгән Илдар Исхаҡов 2-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

Трасса кәрәк
Трасса кәрәк

Архангел районының Күмерле ауылында "Ир ҡанаты ат була" исемле ҡышҡы ат сабышы байрамы үтте.  Башҡаһынан тыш  һыбай уҡсылар үҙҙәренең мәргәнлеген Корея стилендә уҙғарылған ярышта күрһәтте.   Әбйәлил,Баймаҡ,Бөрйән,Учалы,Кырмыҫҡалы,Салауат райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан  берсә мәргән, берсә һыбай йөрөргә маһир спортсылар ҡатнаша. Учалы районын вәкилләгән Илдар Исхаҡов 2-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!

-Тейешле күнекмәләр үткәрмәйенсә, ҡәнәғәтләнерлек уңыштарға бер нисек тә өлгәшеп булмай. Былтыр ямғыр күп булғас, Иманғол янында һыбай уҡ атыу буйынса  трассабыҙ ат тояҡтарынан ныҡ убылмаланды. Нисектер дренаж системаһын хәстәрләр кәрәк инде. Ә бына спонсор табып, трассаны  тамам еренә еткергәндә, тап бына төбәк-ара, хатта, халыҡ-ара ярыштар ҙа үткәреп булыр ине!- ти  район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Илдар Иршат улы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: