Декабрь башынан Миндәк мәҙәниәт йортонда милли уғатарлыҡ буйынса түңәрәк эшләй башланы. Алып барыусылар – Наурыҙ ауылынан Нилә Жәүҙәт ҡыҙы һәм Юнир Ибраһим улы Исламовтар. Икеһе тураһында ла гәзиттә яҙылғаны булды, күптән инде милли хәрби сәнғәтебеҙҙе тергеҙеү һәм йәйелдереүгә күп көс һалған аҫыл шәхестәр, төрлө кимәлдәге ярыш призерҙары һәм еңеүселәре.
Күнекмә алырға, хатта, 94 йәшкә яҡынлашҡан Харис Иҙрис улы Мөхәмәтов та килә, үҙен бик тә лайыҡлы итеп күрһәтә. Харис ағайҙың ғүмере хеҙмәттә үттә, 11 йәшенән үк торф сығарыу эштәрендә эшләй башлаған. Германияла артиллерист булып хеҙмәт итә. 1955 йыл Зәйтүнә Әхмәҙей ҡыҙына өйләнеп, алты баланы аяҡҡа баҫтыралар, 14 ейән-ейәнсәр, 26 бүлә-бүләсәр, 1 тыуа ( бүлә-бүләсәрҙең балаһы) иҫәпләнә! Барыһы ла олатай-ҡарт олатайҙарынан үрнәк ала икән..... Ғөмүмән, ҡулына уҡ-һаҙаҡ тотоп та ҡарамаған бар Учалы үҫмер-егеттәренә һәм ирҙәренә хөрмәтле аҡһаҡал алдында ояттыр!
Әйткәндәй, балалар үҙҙәре ихлас шөғөлләнер ҙә ул, ата-әсә яғынан да булышлыҡ кәрәк шул. Был түңәрәккә шундуҡ 15 бала яҙылған, тип ишеттек, әммә остаздар: “ Уҡтарҙы, исмаһам, үҙ аҡсағыҙға алыр кәрәк ине”, -тигәстәре, киләһе күнекмәләргә икәү генә килгән, ти.... Ирекмәндәр шөғөлдәренә ни тиклем тоғро булмаһын, уларҙың да матди мөмкинлектәре сикһеҙ түгел, шул хаҡта ла онотмаҫҡа ине!
П.С. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең Алтынсы съезында Этник спорт төрҙәрен үҫтереүгә һәм йәйелдереүгә айырыуса иғтибар бирелде, тимәк, бындай башланғыстарға булышлыҡ итеү ҙә тос булырға тейеш!