Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 09:49

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезд резолюцияһы

Әлеге ваҡытта фронтта көслө, татыу, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәү хоҡуғыбыҙҙы яҡлап алышҡан яугирҙарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирәбеҙ. Беҙгә асыҡтан-асыҡ дәүләтте тарҡатыу, милләт-ара ҡанҡойош һәм сыуалыштар менән янайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя тарихында, милли тойғоларҙа уйнап, тотош илдәрҙең тарҡалыуына килтергән миҫалдар байтаҡ. Әммә башҡорт халҡы милләтебеҙҙең киләсәге берҙәм Рәсәй Федерацияһы составында ғына булғанлығын, бар һәм буласағын яҡшы аңлай, тип яуаплы белдерәбеҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезд резолюцияһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезд резолюцияһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең  VI съезд резолюцияһы

Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең  Алтынсы съезы делегаттары,  күп милләтле Рәсәйҙең бер өлөшө булараҡ,  халҡыбыҙ исеменән шуны белдерәбеҙ: беҙ дөйөм йортобоҙҙа тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау, дәүләтебеҙҙе көслөрәк һәм нығыраҡ иткән  ғәмәлдәрҙе арттырыу яҡлы. Киләсәгебеҙҙе быуаттар дауамында нығынған дуҫлыҡ,  йолаларыбыҙҙы һаҡлау һәм башҡа халыҡтарға хөрмәт нигеҙендә төҙөйәсәкбеҙ.

Беҙ ғаилә, ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе һаҡлау кеүек төп ҡиммәттәрҙе һәм Ватаныбыҙҙы ҡурсалау өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Олатайҙарыбыҙ  ҙа, ҡанбабаларыбыҙ ҙа шулай эшләгән.

Әлеге ваҡытта фронтта көслө, татыу, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәү хоҡуғыбыҙҙы яҡлап алышҡан яугирҙарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирәбеҙ. Беҙгә асыҡтан-асыҡ дәүләтте тарҡатыу, милләт-ара ҡанҡойош һәм сыуалыштар менән янайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя тарихында, милли тойғоларҙа уйнап, тотош илдәрҙең тарҡалыуына килтергән миҫалдар байтаҡ. Әммә башҡорт халҡы милләтебеҙҙең киләсәге берҙәм Рәсәй Федерацияһы составында ғына булғанлығын, бар һәм буласағын яҡшы аңлай, тип яуаплы белдерәбеҙ.

Бөгөн, илебеҙ Президенты Владимир Путин һәм илебеҙҙе һаҡлау бурысы тирәләй йәмғиәттең бөтә көстәре берләшкәндә, Ҡоролтай, донъяның ниндәй ҡитғаларында ғына йәшәмәһендәр, барлыҡ башҡорттарҙы һәр ваҡыттағыса бергә тупларға тейеш.

Башҡорттар һәр ваҡыт үҙ бурыстарына тоғро булды һәм беҙ тотош халыҡ менән Рәсәй Федерацияһын һаҡлау өсөн яуаплыбыҙ. Беҙ милләттәштәребеҙҙең халыҡ ополчениеһы составындағы поляк интервенцияһына ҡаршы Рәсәйҙең үҙаллылығын яҡлауын, Наполеон Бонапарттың баҫып инеүенә ҡаршы сығыуын,  шулай уҡ Салауат Юлаевтың Рәсәй дәүләте халыҡтарына ҡарата ғәҙеллекте яҡлап сығыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Шуға күрә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда милли геройыбыҙҙың исемен танкыға ҡаршы истребитель полкы һәм легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзите йөрөткән,  бөгөн дә Салауат Юлаев исемендәге ике мотоуҡсылар батальоны махсус хәрби операцияла ил алдындағы бурыстарын ҡаһарманлыҡ менән үтәй. Һәр башҡорт ғаиләһе ҡасандыр үҙенең яугирҙарын кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғышҡа оҙатҡан һәм беҙ нацизмды еңдек, сөнки барыһы ла иҫ киткес берҙәмлек күрһәтте, халыҡтар дуҫлығы дөйөм цивилизациябыҙҙың төп ҡиммәттәренең береһенә әүерелде.

Бөгөн дә махсус хәрби операция фронттарында Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының берҙәмлеге һәм дуҫлығы нигеҙендәге бик күп батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрәбеҙ.

Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлегенең Алтынсы съезы делегаттары, башҡорт йәмғиәте араһында ғына түгел, тотош  Башҡортостан Республикаһында хәлде тотороҡһоҙландырыуға һәм радикализациялауға ынтылыштарға һис юл ҡуймаясаҡбыҙ, тип яуаплы белдерәбеҙ. Һуңғы йылдар башҡорт халҡы өсөн тышҡы мәғлүмәт һөжүменә, сепаратистик йүнәлешле провокацияларға, радикализм һәм башҡа халыҡтарға ҡарата түҙемһеҙлек идеяларын алға этәреүгә дусар итеү йәһәтенән ысын мәғәнәһендә һынау булды. Был ҡатмарлы геосәйәси саҡырыуҙар һәм заман хәүефтәре янаған ваҡытта башҡорт халҡы көслө лидерҙар – Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбиров тирәләй берләште.

Тарихта һәм хәҙерге заманда ла үҙ лидерҙарын хөрмәт итеүҙән һәм яҡлауҙан туҡтаған халыҡтарҙың дөйөм халыҡ булараҡ, ихтирамын юғалтыуына һәм ошонан сыҡҡан кире эҙемтәләргә килтереүенә  миҫалдар күп. Тап ошолай Украинала көрсөк башланды, Көнсығыш Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә лә аяныслы миҫалдар бар.

Данлы үткәнебеҙ һәм ныҡлы киләсәгебеҙ хаҡына, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау маҡсатында, беҙ, съезд делегаттары, түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәбеҙ:

  • ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеп, халҡыбыҙ берҙәмлеге, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн шарттар булдырыу һәм быуаттар буйына дауам иткән тәжрибәбеҙҙе киләсәк быуындарға тапшырыу;
  • «Башҡортостан –  Ватанды һаҡлауҙа» халыҡ тикшеренеү проектын тормошҡа ашырыу. Бының өсөн махсус хәрби оперция яугирҙары хаҡындағы тарихтарҙы туплап, уларҙың батырлығы тураһында бөтә халыҡҡа еткереү фарыз. Башҡортостандың һәр тораҡ пунктында Ватанды һаҡларға киткән атайҙар, ирҙәр, ағайҙар һәм дуҫтар тураһында нимәлер әйтергә була. Был батырлыҡ тураһындағы тарихтарҙы махсус хәрби операциялағы башҡорт подразделениелары һәм Башҡортостан яугирҙары тураһындағы хроник баҫмаларға туплаясаҡбыҙ, ә яҡынлашып килгән 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итәсәкбеҙ;
  • төп миссияһы – диалекттары һәм һөйләштәренең бөтә төрлөлөгөндә туған башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан тапшырыу булған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын яңыртыу. Беҙ был процеста мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының  ролен көсәйтергә һәм Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә балалар баҡсалары өсөн уникаль һәм һөҙөмтәле методикалар эшләү, һынау һәм индереү буйынса пилот проекты сиктәрендә ғалимдарҙың, IT-белгестәрҙең, педагогтарҙың тырышлығын берләштереүҙә уларға ярҙам күрһәтергә тәҡдим итәбеҙ;
  • мәғлүмәти, лидерлыҡ, спорт, тикшеренеү, хәрби-патриотик һәм ял итеү проекттарын булдырыуҙы күҙ уңында тотоп, башҡорт, полилингваль гимназияларын һәм инновацион мәктәптәрҙе берләштергән мәктәп үҙидараһын үҫтереү буйынса йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеү.
  • әүҙемселәребеҙҙең башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарына комплекслы ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан календарь планы ҡушымтаһы менән Башҡортостан Республикаһы һәм башҡа төбәктәр араһында яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу;
  • республика власть органдары менән берлектә сәләмәт күп балалы ғаилә традицияларын нығытыуға, өлкәндәрҙе хөрмәтләүгә, туған мәҙәниәтен, телен һәм илен хөрмәт иткән балаларҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт компанияларын һәм проекттарын формалаштырыу һәм тормошҡа ашырыу;
  • беҙҙең фильмдар, картиналар, музыка һәм әҙәбиәт аша донъя һәм ил кимәлендә танылған башҡорт мәҙәниәте феноменын формалаштырыу; Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле уның яңы визит карточкаһы буласаҡ. Коллективтың концерттарын федераль концерт майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән “Спасс башняһы”  халыҡ-ара фестивалендә күрһәтеү фарыз;
  • туристик яҡтан популяр объекттарҙы иҫәпкә алып, Этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәген булдырыу буйынса концепция әҙерләргә һәм Башҡортостан спортты үҫтереү институты ҡарамағында этноспорт буйынса кафедра булдырыу аша был үҙәкте фәнни яҡтан оҙатыуҙы тәьмин итергә;
  • Башҡортостан эшҡыуарҙарын милли брендлы тауарҙарҙы күрше төбәктәргә таратыу буйынса кооперацияға йәлеп итеү, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан һәм Удмуртия республикалары сигендә бүлеү һәм логистика үҙәктәре булдырыу;
  • Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәрен асыу, унда оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәктәр, психолог консультациялары үткәреү. Шулай уҡ бында Санкт-Петербург госпиталдәрендә дауаланған хәрбиҙәрҙең туғандары осраша аласаҡ һәм уларға оҙатыу ойоштороласаҡ.

 

                                        12-14 декабрь, 2024 йыл, Өфө.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: