Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Ғинуар 2025, 10:09

Катюша-Зәйтүнәкәй

Айҙар Марат улы – һөнәре буйынса медиатор (хоҡуҡ өлкәһендә аралашсы, килештереүсе), шул уҡ ваҡытта Учалы филармонияһында концертмейстр булып та эшләй. “Катюша-Зәйтүнәкәй” йырын башҡарғанда, уға бөтә зал ихлас ҡушылды, тип белдерә сараны ойоштороусылар.

Катюша-ЗәйтүнәкәйКатюша-Зәйтүнәкәй
Катюша-Зәйтүнәкәй

Әбйәлил районында  “Ватан даны өсөн йырлайбыҙ” асыҡ район конкурсы үтте.  Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар башҡарыла. Маҡсаты - йәш быуынды патриотик рухта тәрбәләү, махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә теләктәшлек белдереү. Конкурстың бағыусыһы һәм инициаторы –Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" фонды һәм етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Шулай уҡ, БР  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәлил  Зәйтунов, урындағы “Хәрби-патриотик спорт үҙәге” булышлыҡ итәләр.

Күрше ҡала-райондарҙан да, һәммәһе 400-ләп кеше ҡатнаша.  Шул иҫәптән учалылар ҙа. Гран-прины Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан  Рәхим Баязитов яулаһа (“Эскадрон” халыҡ йыры), 1-се урынға  беҙҙең Айҙар Әхмәтйәнов сыҡты.  Айҙар Марат улы – һөнәре буйынса медиатор (хоҡуҡ өлкәһендә аралашсы, килештереүсе), шул уҡ ваҡытта Учалы филармонияһында концертмейстр булып та эшләй. “Катюша-Зәйтүнәкәй” йырын башҡарғанда, уға бөтә зал ихлас ҡушылды, тип белдерә сараны ойоштороусылар.

“Катюша” – Бөйөк Ватан һуғышынан алып әлегә тиклем яугирҙарҙы оҙата йөрөгән иң билдәле рус йыры, рәсми булмаған гимн. Баҡһаң, башҡортсаға  тәржемәне билдәле шағир, яугир Ҡадир Даян башҡарған икән.  Һүҙҙәрен ятлап ҡуяйыҡ, бигерәк тә килешеп кенә тора!

“Зәйтүнәкәй”

1.Алмағастар сәскә атҡан саҡта

Йылға өҫтөндә томандар ятты.

Сығып текә бейек яр башына

Зәйтүнәкәй алыҫҡа баҡты.

 

2.Сыҡты ла ул дәртле йырын һуҙҙы

Сал бөркөттәй егет хаҡында.

Пар күңелдән өҙөлөп һөйә уны

Һис юғалтмай һаҡлай хатында.

 

3.Ос һин, әйҙә, гүзәл ҡыҙҙың йыры

Алыҫтағы ҡояш артынан.

Ил сигендәге батыр егеткә

Хәбәр осһон һәр бер хатынан. 

 

4.Онотмаһын ябай һылыу ҡыҙҙы

Хәтерләһен нисек йырлауын.

Һаҡлаһын ул бөйөк тыуған илде,

Зәйтүнәкәй һаҡлар һөйөүен.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас