Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
15 Января 2025, 09:40

Фейерверктан зыян күргән

17 йәшлек үҫмер фейерверк арҡаһында комаға киткән

Фейерверктан зыян күргәнФейерверктан зыян күргән
Фейерверктан зыян күргән

Фажиғә Бишбүләк районында теркәлә. 17 йәшлек үҫмер дуҫтары менән ауыл клубында Иҫке Яңы йылды билдәләгән булған. Фейерверк шартлатҡанда залп уның башына килеп тейгән һәм үҫмер комаға киткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә,  үҫмер ауыр имгәнеүҙәр алған һәм Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына килтерелгән.

Тәүге ярҙам күрһәтелгәндән һуң баланы артабан дауалау өсөн санавиация ярҙамында  Өфөгә оҙатҡандар.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алия Даутова
Читайте нас