Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
15 Ғинуар 2025, 09:30

“Уның төрмәлә сереүен теләйем”

Яҡташыбыҙ, Учалы ауылы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолованы алыҫ Маврикий утрауында фәхшиҙәрсә үлтерелеүе тураһында яҙғайныҡ. Ваҡиға барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе, был хәлгә хәҙер инде бишенсе ай китте. Тик ҡыҙҙың яҡындары һаманғаса тыныслана алмай. Баҡтиһәң, утрау властары үлтереүсегә һаман яза бирмәгән һәм тикшереү эшен ни сәбәптәндер һуҙа.

“Уның төрмәлә сереүен теләйем”“Уның төрмәлә сереүен теләйем”
“Уның төрмәлә сереүен теләйем”

“Уның төрмәлә сереүен теләйем”

Яҡташыбыҙ, Учалы ауылы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолованы алыҫ Маврикий утрауында фәхшиҙәрсә үлтерелеүе тураһында яҙғайныҡ. Ваҡиға барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе, был хәлгә хәҙер инде бишенсе ай китте. Тик ҡыҙҙың яҡындары һаманғаса тыныслана алмай. Баҡтиһәң, утрау властары үлтереүсегә һаман яза бирмәгән һәм тикшереү эшен ни сәбәптәндер һуҙа. Был хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа.

Фажиғә 17 августа булғайны. Яҡташыбыҙҙы 29 йәшлек урындағы программист Пурявирсингх Сундур көнләшеп үлтерә. Ҡыҙ бәйләнешкә сыҡмай башлағас, уның дуҫтары, яҡындары эҙләй башлай. Ахырҙа енәйәтсенең эҙенә төшәләр, индус  енәйәт ҡылыуын таныған һәм полицияға кәүҙәне күмгән урынды күрһәткән. Тәфтишселәр фекеренсә, ир Зәлиәне ҡыҙғанған һәм шуға үлтергән. Ә ысынбарлыҡта улар араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш, йылы мөнәсәбәттәр булмаған.  Август аҙағында Зәлиәнең кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтып ерләнеләр.

Зәлиәнең әсәһе был фажиғәне бик ауыр кисерә, ә үлтереүсенең һаман суд хөкөмө алдына баҫмауы тағы ла хәлен ауырлаштыра. Ҡыҙҙың яҡындары фекеренсә, Маврикий полицияһы ни сәбәп буйынсалыр тикшереүҙе һуҙа.

– Беҙ әле һаман был хәлгә күнә алмайбыҙ. Зәлиәне Учалыға алып ҡайтып, ата-бабаларыбыҙ ятҡан зыяратҡа ерләнек. 16 декабрҙә ҡыҙыбыҙға 30 йәш тулырға тейеш ине. Бөтә ғаиләбеҙ менән бергә йыйылып, ҡәберенә барып, сәскәләр һалдыҡ. Уның әсәһе шул тиклем борсола, ғазаплана. Ошо айҙарҙа ул ҡоро һөйәккә ҡалды тиерлек, ҡан баҫымы даими күтәрелеп тора. Шәмбе көн етеү менән хәле насарлана, сөнки был хәл тап шәмбе көндө булды. Беҙ уны бындай мәлдәрҙә яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ул мәктәпкә эшкә йөрөүен дауам итә. Кәүҙәһе менән һөнәрҙәштәре һәм уҡыусылары янында булһа ла, бөтә уйҙары яратҡан ҡыҙы тураһында хәтирәләр менән тулған. Был ваҡиғаны беребеҙҙә күңелебеҙ менән ҡабул итә алмайбыҙ, - тип әсенеп һөйләй ҡыҙҙың апаһы Гөлназ.

Бөтә үҙ-ара эш итеү Рәсәйҙең республикалағы консуллығы  аша бара, уның хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиерлек урындағы полицияға тикшереү барышы тураһында һорау ебәрә. Әммә биш ай үтеүгә әлегә һөҙөмтәләр юҡ. Ғаилә уларҙың ниндәй медицина тикшереүе һығымтаһы яһағанын, унда нимә яҙғандарын да белмәй.

- Минең ҡыҙым Зәлиә бындай ҡот осҡос үлемгә лайыҡ түгел ине. Ул бөтөн донъяға асыҡ изге күңелле кеше. Мин ҡыҙымды юғалттым, әммә минән башҡа уны бында, Рәсәйҙә, күптәр юғалтты. Ул уңышлы белгес, уңышлы эшҡыуар булды, уны байтаҡ металлургия предприятиелары етәкселәре белә ине. Университетта уҡыта, үҙенең авторлыҡ программалары буйынса эшләне. Дуҫтары, студенттары һәм коллегалары уны юғалтты. Миңә әле лә нимә булғанын яңы ғына белгән кешеләр яҙа. Эште йәшереп ҡалдырырҙар тип борсолабыҙ. Сөнки ул уларға файҙа килтермәй. Илдең абруйы бар, ул туризм өсөн хәүефһеҙ урын тип һанала, ә бында үлтереү, - тип һөйләй әсәһе “КП-Өфө” журналистарына.

Әле Зәлиәнең әсәһе берҙән-бер нәмә тураһында хыяллана – ҡыҙын үлтереүсегә ҡәтғи яза биреүҙәрен көтә. Ул Рәсәйҙең Маврикиялағы консуллығына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә, ләкин урындағы полицияны эште “ҡуҙғатыу” өсөн көс һалып етмәй, тип иҫәпләй.

- Ниндәйҙер вәхши минең ҡыҙымдың тормошон селпәрәмә килтерҙе. Уға үлем язаһы бирелеүен теләр инем. Әммә Маврикий Республикаһында ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу тигән нәмә генә бар. Әлбиттә, бер яза ла ҡыҙымды ҡайтармаясаҡ. Үлем язаһы булмаһа ла, мин уның төрмәлә сереүен теләйем, - ти әсә кеше.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас