Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Ғинуар 2025, 09:35

Йәш белгестәргә 750 мең һум

 Башҡортостанда ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә 750 мең һум түләнә.

Йәш белгестәргә 750 мең һумЙәш белгестәргә 750 мең һум
Йәш белгестәргә 750 мең һум

Башҡортостанда ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә 750 мең һум түләнә.

Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтар ҡабул итә. Конкурста агросәнәғәт ойошмаларында эшләгән йәш белгестәр ҡатнаша ала.

Ғаризаларҙы 5 февралдән 14-нә тиклем тапшырырға кәрәк.

Дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыусылар ауыл ерендә урынлашҡан Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы ойошмаларына эшкә урынлашырға тейеш. Ғариза һәм һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар 2025 йылдың 22 ғинуарынан 7 февраленә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт, 306-се бүлмә, 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, тәнәфес 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем).

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте һәм документ өлгөләрен һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-40, 218-05-44.

Белешмә:

Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итеүсе йәш белгес түбәндәге талаптарға тап килергә тейеш:

- 35 йәштән өлкән түгел;

- әҙерлек, һөнәр һәм квалификация йүнәлештәре буйынса юғары белем йәки урта һөнәри белем алыу;

- бакалаврҙар әҙерләү йүнәлештәре буйынса: агрономия, агрохимия һәм агротупраҡ ғилемебаҡсасылыҡ, һыу биоресурстары һәм аквакультуразоотехния, ауыл хужалығы тауарын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы, үҫемлек сеймалынан аҙыҡ-түлек, хайуандарҙан алынған аҙыҡ-түлек продукттары, агроинженериятранспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау, иҡтисад, юриспруденция;

магистрҙар әҙерләү йүнәлештәре буйынса: агрономия, үҫемлек сеймалынан аҙыҡ-түлек, хайуандарҙан алынған аҙыҡ-түлек, агроинженериязоотехнияиҡтисад, юриспруденция;

- агрономия, ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, зоотехния, ветеринария, ауыл хужалығын механизациялау, автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы, бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит, предприятиела иҡтисад һәм идара итеү, юриспруденция һөнәрҙәре буйынса;

- әҙерлек йүнәлешенә, һөнәренә һәм квалификацияһына ярашлы төҙөлгән хеҙмәт килешеүе булыуы;

- йәш белгестең агросәнәғәт комплексын ойоштороуҙа алты айҙан кәм булмаған өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы булыуы;

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән (хәрби бурысы булғандар өсөн)шулай уҡ хәрби хеҙмәттән азат ителеү тураһында белешмә;

– үҙ өҫтөнә агросәнәғәт комплексы ойошмаһында кәм тигәндә өс йыл эшләргә йөкләмә алған;

- йәш белгес быға тиклем Указға ярашлы дәүләт ярҙамы алмаған булырға тейеш.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-15/y-sh-belgest-rg-750-me-um-bir-l-r-4083979
Автор:Алия Даутова
Читайте нас