“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Учалы район дауаханаһы ике “Лада Гранта” автомобиле алды. Уларҙың береһе Ахун табиплыҡ амбулаторияһын хеҙмәтләндерәсәк. Автомобилдәр кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙән тыш, пациенттарҙы дауаханаға илтеү һәм алыҫ ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа дарыуҙар алып барыу өсөн дә файҙаланыла. Өс ай эсендә автомобилдәргә 500 тапҡырҙан ашыу ярҙамға сығырға тура килгән.
Яңы “Лада”лар кондиционер менән тәьмин ителгән, алғы ултырғыстары йылытыла. Ҡаты һыуыҡтар ҙа водителдәргә ҡурҡыныс түгел, юлдар яҡшы күренһен өсөн транспорт тышҡы көҙгөләрҙе йылытыу системаһы менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ пассажирҙар өсөн хәүефһеҙлек мендәре ҡаралған. Автомобилдәр ауыл ерҙәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыуға лайыҡлы өлөшөн индерә, артабан да медицина сифатын яҡшыртыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.