Ҡатай ауылында йәшәгән ҡатын аҡса урлауҙары тураһында полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә. Пенсионер әйтеүенсә, уға мессенджерҙа энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәре шылтыратҡан. Шылтыратыусы уның счетчигы тикшерелергә тейешлеген әйтә һәм уңайлы булһын өсөн был хеҙмәткә электрон сиратҡа яҙылырға тәҡдим итә. Бының өсөн ул хәбәрҙә килгән кодты әйтергә ҡуша.
Ҡатын хәйләгә шикләнмәйенсә кодты хәбәр итә, ә тиҙҙән уға ялған дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күңелһеҙ яңылыҡтар менән банк вәкилдәре шылтырата башлай. Мутлашыусылар әйтеүенсә, код йәшерен булған һәм уны тапшырырға ярамай, ә хәҙер ҡатындың банк иҫәбендәге бөтә аҡса хәүеф аҫтында. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн шылтыратыусылар “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итә һәм ҡатын уларҙың күрһәтмәһе буйынса эшләй. Һөҙөмтәлә ул мутлашыусылар иҫәбенә 3 миллион һумға яҡын аҡса күсерә. Аҡса уның шәхси тупланмаһы һәм туғанының аҡсаһы була. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.