Учалы районы Балбыҡ ауылында йәшәүсе Иҡсанова Нурҙиҙә Әхмәҙиә ҡыҙы ошо көндәрҙә 100 йәшен тултырҙы.
Ауыл клубына юбилярҙы ҡотларға яҡындары, ауылдаштары, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һәм район депутаты Мозафар Ҡадиров, Тунғатар ауыл Советы башлығы Алмас Ғиззәтуллин килделәр.
Күп тиҫтерҙәре һымаҡ, бала сағынан ауыр тормош һынауҙары үткән ағинәй бер быуат ғүмерен бик матур ҡаршылай.
Ғаиләлә 9 бала тыуып, шуларҙың дүртәүһе генә үҫеп етә. Нурҙиҙә әбей шуларҙың иң ҙуры була. 1936 йылда аталары үлә. 11 йәшенән генә эшләй башлаған ҡыҙ торф та сығара, утын да ҡырҡа, һал да ағыҙа, алтынын да йыуа.
- Кеше башына 150 грамм икмәк өсөн йөрөнөк инде, тырышып эшләһәң, 400 г өҫтәп бирә торғайнылар. Астан үлмәҫ өсөн башаҡ сүпләнек, серек бәрәңгеһен дә йыйҙыҡ, - тип әсенеп һөйләй Нурҙиҙә Әхмәҙиә ҡыҙы.
Үҫә төшкән ҡыҙға умартасылыҡ эшен дә йөкмәтәләр. 6 йыл эшләй умартасы булып. Умарталыҡ Балбыҡ ауылынан алыҫ түгел Түсәй тигән тау итәгендә урынлашҡан була. Ауыл халҡы тыныс, тыйнаҡ булған, умарталарға теймәгәндәр. Күрше ауылға күсергәндең икенсе көнөнә үк, татлы ризыҡты тәмләп ҡарарға теләүселәр табыла. Һаҡлап алып ҡала умартасы балын. Кешеһен дә таный ул, әммә ошаҡлашып йөрөмәй.
Тура һүҙле, егәрле булғаны өсөн 1959 йылда Нурҙиҙә Әхмәҙиә ҡыҙын Мәскәүгә 2 айлыҡ курстарға уҡырға ебәрәләр. Ҡош-ҡорт үҫтереү серҙәрен өйрәнеп ҡайтҡан ҡыҙҙы ҡошсолоҡ фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ул 1959 йылдан 1963 йылға тиклем намыҫ менән башҡара. Ағинәйҙең хәтерләүе буйынса, унда 9000-ләп тауыҡ үҫтерелә. Йомортҡаларҙы Учалы инкубаторына, тауыҡ итен Мейәс ҡалаһына оҙатыр булғандар. Һуңғараҡ өйрәктәр ҙә үрсеткәндәр. “900-гә яҡын инә өйрәк, 100-ләп ата өйрәк бар ине”, - тип иҫләй заманында гөрләп торған “Поляковка” совхозының Балбыҡ бүлексәһендәге хеҙмәт йылдарын ағинәй. Ҡошсолоҡ фермаһы мөдире булып эшләгәнендә Нурҙиҙә Әхмәҙиә ҡыҙы бер мәл үлемдән саҡ ҡотолоп ҡала. Тауыҡтарҙың өйкөмләшкәнен күреп, уларҙы таратырға ашыға. Шул ваҡытта һушын юғалтып та йығыла. Уға арттан һеләүһен ташланған була. Тауыҡтар ҡытҡылдашып таралышҡан ваҡытта йыртҡыс иғтибарын уларға йүнәлтә. Шулай итеп, тауыҡтар хужаларын үлемдән алып ҡалалар.
- Йөҙләгән тауыҡты ҡырып һалғайны һеләүһен, - тип хәтерләй Нурҙиҙә әбей.
Торф сығарған мәлдәрен дә ағинәй яҡшы иҫләй. Бәләкәй Балбыҡҡа Уй йылғаһы аша йөрөгәндәр. Ағып киткән саҡтары ла булған. “Хәтифә апайҙы, ағып киткәс, Әүәл Ишбаев тигән ағай ағып барған боҙҙар араһынан баһрау менән эләктереп алып ҡалды”, - тип хәтер ебен һүтә күпте күргән әбей.
Мейәс ҡалаһында автозаводта ла эшләргә тура килә уға. 40 йыллап хеҙмәт стажы булған әбейҙең Маҡтау ҡағыҙҙары ла, миҙаалдары ла бихисап. Улар араһында күкрәген «Тыл ветераны», 2013 йылда тапшырылған «Һуғыш ветераны” тигән наградалар биҙәй.
Ғаиләлә баш бала булғас, өйҙә лә эш етәрлек була уға. Һеңлеләрен, һуңғараҡ ауырыу инәһен, инәһенең туғанын ҡарау ҙа ул ваҡытта үҙе йәш кенә булған Нурҙиҙә иңенә ята. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, зарланмай, рухи ныҡлығын һаҡлап ҡалған әбейебеҙ күптәргә өлгө. Йәштән ярҙамсыл, кешелекле булғаны өсөн хөрмәт итәләр ауылда ағинәйҙе.
Тормош иптәше Мөрхәметдин Нурлығаян улы менән 44 йыл бергә йәшәп өлгөрәләр. Ул 1959 йылда Иркутск яҡтарынан килгән була. Драганы йыйыу эштәрендә ҡатнаша, һуңынан унда иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Рәшит исемле ул үҫтерәләр. Ул бөгөн ғаиләһе менән Учалы ҡалаһында йәшәй. Бер ейән һәм ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре бар ағинәйҙең.
Ауылда Нурҙиҙә әбей яңғыҙы көн күрә. Яңғыҙ тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер. Сөнки яҡындары, ауылдаштары һәр ваҡыт хәлен белеп торалар. Абруйлы ағинәйҙе Ҡөрьән аштарынан ҡалдырмайҙар. Нурҙиҙә әбейҙең бер туғаны Хәтимә әбейгә быйыл 96 йәш тула. Уның ҡыҙы Зәһинә, үҙе оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, апаһына ярҙам итеп тора. Шулай уҡ Нурҙиҙә әбей социаль хеҙмәткәр Гөлнара Йәнбирҙинаның ярҙамынан да бик ҡәнәғәт. Әбейҙең ҡурсаҡтай матур донъяһы иртә яҙҙан гөл-сәскәгә күмелә. Сәскә үҫтереү, йәшелсә тәбиәләү - уның яратҡан шөғөлө. Ҡөрьән сүрәләрен, доғалар уҡып, тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын, һуғыш бөтөүен теләй.
Ауылдаштарының, яҡындарының хөрмәтенә, ҡәҙеренә төрөнөп йәшәй Нурҙиҙә әбей. Алдағы йылдарҙа ла ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүен теләйбеҙ.
Автор: Венера СӘҒИТОВА.