+20 °С
Ямғыр
Борай районында 24 йәшлек ир мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Былтыр ноябрҙә уға енәйәтселәр шылтыратып, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән идара итеүгә консультация вәғәҙә итә. Егет ҙур табыш алыуға өмөт итеп ике миллион һум кредит ала һәм курьер аша мутлашыусыларға ебәрә. Кредит буйынса түләргә ваҡыт етеп, “брокерҙар” бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағас, егет үҙен алдағандарын аңлай. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.