Быйыл бәтә Рәсәйҙә – Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы. Быға бәйле саралар күп буласаҡ әле. Районыбыҙҙа иһә сағыу старт бирелде: яуҙа баштарын һалған һалдаттарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, “Zа наших!” девизы аҫтында кикбоксинг буйынса республика турниры үткәрелде. Теүәл генә әйткәндә, төбәк-ара ярыш та тиерлек, сөнки башҡа тарафтарҙан да йөҙҙән ашыу спортсы көс һынашты – Силәбе, Златоуст, Аша, Ҡыштым, Ульяновск һәм башҡа.
-Бындай турнир тураһында күптән уйланып, ләкин нисек тотонорға белмәй йөрөгәндә кикбоксинг буйынса тренерҙар Денис Ямалетдинов, Тимур Заманов, Артем Бобров менән осраштыҡ. Уларға рәхмәт инде, ниәтте хупланылар, ойоштороу эштәренә ихлас ҡушылдылар. Мин әле эшләп йөрөгән “ЭКРА” төҙөлөш компанияһы масштаблы сараға бағыусы булды. Урындағы власть органдары, спорт комитеты, автомәктәп, ирекмәндәр тырышлығы менән ярыш үҙе генә түгел, бөтә сара тулайым көйөнсә лә бик йөкмәткеле, әһәмиәтле килеп сыҡты!- ти турнирҙың инициаторы, МХО ветераны Ринат Хөснийәров. Ул үҙе, әйткәндәй, был сарала ашнаҡсы булыуҙан да тартынмай. Йәш спортсыларға ысын “һалдат бутҡаһын” ашатып күрһәтеү өсөн.
-Беҙ уның менән иртәнге етенән йүгерекләнек! – тип йылмайҙы Робер Таштимеров (элекке сик һаҡсылары йәмәғәт ойошмаһы вәкиле үҙе лә ҡат-ҡат МХО зонаһына гуманитар ылауҙар алып барған кеше).
-Бик тәмле, бутҡаның бутҡаһы ла шулай тел йоторлоҡ була ала икән! Өҫтәүенә миңә бөгөн 10 йәш тулды, ярыш та бик оҡшай! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ульяновск ҡалаһынан килгән Кирилл. Фамилияһы ла ниндәй бит әле – Матросов! Уның һүҙҙәрен яҡташтары Әхмәт Ҡужаев менән Андрей Санниковтар ҙа ҡеүәтләне. Беҙгә тағын да килергә теләк белдерҙеләр. Бала саҡтан ҡәҙерҙең ҡәҙерен белеп үҫәләр икән, бик мәслихәт.
Ҡыштым ҡалаһынан 2013-2017 йылғы өйрәнсектәрен килтергән Александр Тепляков та турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен, тәрбиә әһәмиәтен билдәләне: “ Ҡоро һүҙ менән ниҙер аңлатыу, телевизорҙан ҡарау – бер эш, бында иһә малайҙар фронттан ҡайтҡан һалдаттар менән тура аралашты, һалдат бутҡаһы менән һыйланды, автомәктәптәге музей экспонаттарын ҡапшап ҡараны – күҙҙәре баҙлап яныуға ҡарағанда, был көндәр хәтерҙәренә мәңгегә уйыласаҡ!”
Ярыш, әлбиттә, яу ҡырында баштарын һалған яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә тынлыҡ минутынан башланды. Гимн башҡарыу ҙа бик тулҡынландырғыс килеп сыҡты: аппаратура көйһөҙләнеп музыка тәғәйен ваҡытта ҡабынмағайны, йәштәр бер ҙә аптырап ҡалманы – үҙҙәре йырлай башланы. Был мәл ололарҙың күҙҙәре йәштәрҙән дымланды...
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Астанова, хәрби комиссар Сергей Симонов телмәр тоттолар, Учалы автомәктәбе етәксеһе Александр Вәлиев бик тә килештереп гитара аҫтында “Фронт шоферы йырын” башҡарҙы. БР Кикбоксинг федерацияһы президенты Константин Шестаков Учалы спортсылары дан тотоуҙарын (донъя чемпиондары ла бар!), Айҙар Ямалетдинов 2024 йылдың иң яҡшы тренеры булып танылыуын телгә алды. Ә адвокаттарҙың Учалы филиалы етәксеһе Артур Насиров, был төр спортҡа ҡалала нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, спорт майҙансығында ғына түгел, яу ҡырында ла ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, йәндәрен фиҙа ҡылған атаҡлы спортсыларҙы иҫкә алды – Айҙар Әхмәтов, Владислав Носратуллин. Дөйөмләштереп әйткәндә, фронттағы бөтә уландарыбыҙ ҙа үҙ ваҡытында спорт әҙерлеге үткән инде ул, кире осраҡта әлегесә оҫта һуғыша, фронт ауырлыҡтарын күтәрә алмаҫтар ине. Йәштәр бихисап спорт төрҙәре менән шөғөлләнә бит. Бына Ахун ауылынан 10 йәшлек Малик Атаманов ҡатнаш алыштар менән мауыға. Сығыштарын диҡҡәт менән күҙәттек, бик тә өмөтлө спортсы нығынып килә.
-Яңы дисциплинаны һынап ҡарауҙа ғына эш түгел, турнир МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышланыуы ҡатнашырға этәргес көс булды, - ти атаһы Марат Флүр улы. ....Атамановтарҙың өлкән улдары 20 йәшлек Рөстәм 2023 йылдан десант-штурм ротаһының танктарға ҡаршы ракеталар операторы вазифаһында нацистарға ҡаршы алыша, былтыр йәй батырҙарса башын һалды, йәне йәннәттә булһын һәм мәңгелек хәтер! Һәләк булған һалдаттарҙың яҡындары иң ҡәҙерле ҡунаҡ булдылар был турнирҙа, әсәләлренә сәскәләр тапшырылды. Ялға ҡайтҡан йә демобилизацияланған МХО ветерандарының күплеге лә бөтә сараға өҫтәмә ҡот һәм йәм бирҙе.
-Был турнир ике яҡ өсөн дә файҙалы, -ти «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Артур Ғайназаров.- Күкрәктәренә орден-миҙал таҡҡан, ҡайһы саҡта яралы ветерандарҙы яҡындан күреү үҙе генә лә ҡеүәтле тәрбиә факторы! Яуҙан ҡайтыусыларға ла анһат түгел. Ошолай ветерандар бергәрәк булып, файҙалы эш менән шөғөлләнеп, күберәк кеше менән аралашыу үтә кәрәк. Бик тә хаҡ рәүештә ҡат-ҡат әйтелде бит: бәтә йәмәғәт алдында ҙур бурыс тора - фронттан ҡайтыусыларға тыныс тормошҡа ылығып китергә булышлыҡ итеү.
Матур, дәррәү үтте был ярыш. Теүәл кемдәр чемпион булғанлығы тураһында төпсөнөүҙең дә кәрәге юҡтыр: барыһы ла сая алышты, ирекһеҙҙән бәреп сыҡҡан күҙ йәштәре лә дәрт-дармандарын кәметә алманы. Ошо ғына йәштә техник оҫталыҡтары тамам хайран ҡалдыра.
-Ир балалар мотлаҡ спорт менән шөғөлләнеп, рух һәм тән менән көслө булып үҫергә тейеш! – тигән фекерҙә Ринат Хөснийәров. – Алда ни булырын белеп булмай бит. Бына беҙҙең быуын тыныс шарттарҙа үҫте, атыш-үлтерештәрҙе телевизорҙан ғына күрҙек. Ҡасандыр беҙгә лә ҡулға автомат алырға, туп уты аҫтында ятырға, ауыр йөкләнеп тиҫтә-тиҫтә саҡрымдар үтергә тура килер тип уйлау түгел, ҡурҡыныс төшкә лә инмәй ине. Йәш быуынды беҙҙеке кеүек һынауҙарҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын, әммә әҙер булырға кәрәк.
“Хоҙай тураһында телгә алыуығыҙ осраҡлы түгелдер?” – тигән һорауға бик тә мәғәнәле яуап ишеттек:
-Беренсе алыш кисәнгеләй иҫтә. Һай ғына окопҡа һыйынып ятыла. Бер ҡырҙан миномет менән дөмбәҫләйҙәр, икенсе флангтан – дошман танкы. Өҫтән иһә дрондар мыжғылдай, береһенең гранатаһы туп-тура баш өҫтөндәге плащ-палаткаға эләкте, ниңәлер шартламауы арҡаһында ғына иҫән ҡалдынды. Шартлауҙарҙан ер менән күк бутала торғас, тупраҡ аҫтында күмелеп ҡалынды. Ҡул да ҡыбырлатырлыҡ түгел, ундай мәлдә Аллаһтан башҡа кемдән ярҙам һорайһың инде... Минең күҙәтеүемсә, ут аҫтында динһеҙҙәр бөтөнләй ҡалмай. Һәр кем үҙенсә ялбарһа ла, барыбыҙ өсөн дә Аллаһ бер икәнлегенә йәһәт төшөнәһең.
Күпте күргән инде разведротаның бүлексә командиры, әлеге ваҡытта демобилизацияланған. Әйткәндәй, берҙе роталарын Мариинка янында торған полкка ярҙамға ебәрәләр. Бер емерек бинала алыштар араһында тын алған һалдаттар менән һөйләшеп китәләр. “Хохол” позывнойы таҡҡан яугир Волгоградтан, әммә төп сығышы менән беҙҙең Ишмәкәй ауылынан икәнде белгәс, икеһе лә бындай хәбәргә ышана ла алмай торалар, һуңынан бер туғандай ҡосаҡлашып, хәбәрҙәре бөтмәй....
Ринат Хакимйән улына 37 йәш. Хәләл ефете менән 11 йәшлек ул үҫтерәләр. Атаһы иретеп йәбештереүсе, әсәһе – ветеринар булып хеҙмәт итеп, әле хаҡлы ялдалар.
Йәш ветеран нисек тә булһа тыныс тормошта ла яуҙаштарына булышлыҡ итергә ынтыла. Был турнир – бик сағыу миҫал. Дан килеп сыҡты, рәхмәт!