Яйыҡ
-19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 16:05

Картуф үҫтереүҙән башланған шөғөл

Атайҙың “сире” миңә лә күсте.

Картуф үҫтереүҙән башланған шөғөл
Картуф үҫтереүҙән башланған шөғөл

Һәр кешенең үҙ яҙмышы, үҙ булмышы. Шулай уҡ “һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа” тиҙәр. Учалы районында командировка мәлендә эшҡыуар Булат Кәримов менән танышҡас, ҡала егетенең бөгөн фермер булып иген үҫтереүен белгәс, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы ла инандым.

 – Атайым Илсенеке, шуға ла бала сағыбыҙ ауылда үтте. Атайым үҙе лә фермер ине, – тип һөйләне Булат Марат улы.

Ул – белеме буйынса юғары белемле юрист, ике йыл тәфтишсе булып эшләгән. “Был һөнәр минеке түгел”, – тип был эшен ҡалдырған.

– Атайҙың “сире” миңә лә күсте. Әсәйемдең ҡустылары Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ауыл хужалыҡтары тота. Шуға ла был эш ҡанға һеңгән, – тип белдерҙе эшҡыуар.

Булат Кәримов 2008 йылда эшен картуф үҫтереүҙән башлай. Атаһының иҫке “Белоаусь” тракторы менән бер гектар майҙанға картуф ултырта һәм уңышты ҡул менән йыйып алалар.

– 2009 йылда яҡшы уңыш алдым. Сәсеү майҙанын киңәйтә башланыҡ. Марс Сәхийәр улы Мөхәмәтовтан ер алып торҙом. 2010 йылда Илсе ауыл биләмәһенән аукцион аша туғыҙ гектар ер алдым. Яртыһына куртуф сәстек, пар баҫыуы итеп ҡалдырҙыҡ. Бер нисә йылдан картуф майҙанын 30 гектарға еткерҙек. 2016 йылда 100 гектарға иген сәстек. Әле май һәм иген культураларын үҫтерәбеҙ, –  тип һөйләне Булат Марат улы.

Эшҡыуар 2022 йылда “Ғаилә фермаһын үҫтереү” федераль программаһында ҡатнашып, 4,5 миллион һумлыҡ кредит алды, Хөкүмәттән 6,5 миллион һум ярҙам алған.

– Яңы комбайн алғас, рәхәт булып ҡалды. Уңышты һаҡлау өсөн урын бар. Иген тогын 2017 йылда һатып алдым. Миҙгел эштәре мәлендә дүрт-биш кешене йәлеп итәбеҙ. Әлеге ваҡытта 1000 гектар самаһы еребеҙ бар. Унда бойҙай, һоло, арпа, етен сәсәбеҙ, – тине Марат Кәримов.

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Шөғөлөн бер гектарҙан башлаған Марат Кәримов – бөгөн районда уңышлы фермерҙарҙың береһе. Урындағы халыҡ, ышаныс белдереп, уны Илсе ауыл биләмәһе советына депутат итеп һайлауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур, уңыштар теләйбеҙ.

Белешмә:

2024 йылда Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркы ике меңдән ашыу берәмеккә яңыртылған. Аграрийҙар төрлө класлы тракторҙар, иген һәм мал аҙығы йыйыу комбайндары, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, һиптергестәр һәм сөгөлдөр йыйыу комбайндары һатып алған. Быға 10 миллиард һум самаһы йүнәлтелгән. Иң күп яңы ауыл хужалығы техникаһын Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондары хужалыҡтары һатып алған.

2030 йылға тиклем республикала тағы ла 3000 трактор, 1200 иген йыйыу һәм 250 берәмек мал аҙығы йыйыу комбайны алыу планлаштырыла. Был иген йыйыу комбайндарына йөкләмәне берәмегенә 350 гектарға тиклем еткерергә, энергия менән тәьмин ителеште арттырырға һәм сәсеү эштәрен 8-10 көндә башҡарырға мөмкинлек бирәсәк, иген һуғыу 30 көндән артмаясаҡ.

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй. Уның нигеҙендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға тотонолған сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар. Биш йыл эсендә, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем, республика ауыл хужалығы етештереүселәренә программа буйынса 7,2 миллиард һум субсидия түләнгән.

Автор:Рәмилә Мусина.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.
 
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: