2024 йылдың сентябрендә Учалы тау сәнәғәте колледжында «Профессионалитет» проекты сиктәрендә алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге асылды. Уның барлыҡҡа килеүендә Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының өлөшө ҙур. Инновацион киңлек шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡатнашлығында "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә булдырылған. Ул тау-байыҡтырыу тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә уҡыу йортоноң төп партнеры булып тора.
Нимә ул ЦОПП? Ул төбәктә иң кәрәкле һөнәрҙәргә тиҙ уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү өсөн мөмкинлектәр биреүсе учреждение. Был үҙәктәр Рәсәй Президентының «Мәғариф» милли проектына ҡағылышлы указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөтә ил буйынса эшләй башлай. Рәсәйҙә ошондай 16 платформа асыу планлаштырыла, уларҙың һәр береһе билдәле бер тармаҡҡа йүнәлтеләсәк.
- Беҙҙең колледж нигеҙендә тау-байыҡтырыу өлкәһенә махсуслашҡан алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге асылды, - тип һөйләне Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры Дмитрий Абдрахманов. - Уның сиктәрендә урындағы предприятиеларҙың, шулай уҡ үҙ кадрҙарын әҙерләү менән ҡыҙыҡһынған республика һәм башҡа төбәктәр ойошмаларының талаптарына яуап биргән белем биреү программалары булдырыласаҡ. Төрлө йәштәге кешеләр үҙҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм һайлаған һөнәре буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Балалар һәм өлкәндәр өсөн киләсәктә һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүсе махсус программалар ҙа тәҡдим ителәсәк.
ЦОПП етәксеһе Тамара Норикова үҙәк менән таныштырҙы. Коворкинг, лекция залы, проект эшмәкәрлеге өсөн урын, медиастудия һәм трансформация мөмкинлеге менән эшләнгән аудитория - барыһы ла берҙәм стилдә башҡарылған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Иркен һәм уңайлы бүлмәләрҙә уҡыусылар өсөн Python телендә видеояҙмалар төшөрөүгә һәм программалауға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
- Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙың барыһы ла оҫтаханаларыбыҙҙа имтихандарын тапшыра. Бында барыһы ла ябай: заданиены үтәне икән – диплом алды, үтәй алманы икән – алманы, - тип һөйләне колледж етәксеһе. - Майҙансыҡтарҙа предприятиеларҙа ҡулланылған ҡорамалдар бар. Уҡыуҙы тамамлағас, эшкә урынлашыусы ҡыҙ-егеттәр үҙҙәренә нимә менән шөғөлләнергә тура киләсәге менән алдан яҡшы таныш була.
Мәҫәлән, интерактив уҡытыу оҫтаханаһында ер аҫты техникаһы симуляторҙары бар. Бында балалар тау машиналары менән идара итеүҙең практик өлөшөн үҙләштерә. - 18 йәшкә тиклемге йәштәргә шахтаға инергә рөхсәт ителмәгәнлектән, бында беҙ тау эшселәрен әҙерләүҙең үҙ системаһын һынайбыҙ. Ул өс этаптан тора: симуляторҙар, полигон шарттарында хәүефһеҙ техника һәм реаль шарттарҙа реаль машиналар, - тип аңлатты Дмитрий Игоревич.
Виртуаль ысынбарлыҡ шарттарында студенттар быраулау ҡоролмаһы, карьер самосвалы йәки йөк тейәү-ташыу машинаһы менән идара итергә өйрәнә ала.
Гүзәл ЛАТИПОВА.