Баймаҡ районынан МХО-ла ҡатнашҡан яугир алғы һыҙыҡта иҫ киткес хәлгә тарый. Уның ғүмерен хәрби билет эсендә ятҡан икона ҡотҡарған.
Һалдат видеояҙмала кейемендәге пуля эҙен күрһәтә – снаряд кеҫә тәңгәлен тишеп ингән, әммә хәрби билет эсендә ятҡан икона аша үтә алмаған.
«Шунан, Хоҙай юҡ, тип әйтегеҙ инде... Бына ошо икона пуляны үткәрмәгән», – тип күрһәтә һалдат видеояҙмала.
Республиканың хәрби комиссариаты «Башинформ» агентлығына был мәғлүмәтте раҫланы һәм видеояҙмалағы яугирҙың ысынлап та Баймаҡ ҡалаһынан булыуын хәбәр итте.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостандан робот техникаһы буйынса уҡытыусының МХО-ға китеүе хаҡында хәбәр иткәйне.