20 ғинуар инаугурация үтеп, Америкала Дональд Трамп президент вазифаһын үтәй башланы. Беҙҙең өсөн дә мөһим ваҡиға, сөнки 24 сәғәт эсендә Рәсәй-Украина һуғышын туҡтатасаҡмын, тип алдан шәбәйә ине. Тәүге аҙымы өмөтлө күренә, беренсе указдарында уҡ сит илдәргә ярҙамды 90 көнгә туҡтатып торорға бойорҙо. СВО башланғандан алып АҠШ Украинаға 200 миллиард долларға ҡорал тотторған бит! РФ Президенты В.В.Путин менән шәхсән осрашырға ниәтләнеүе тураһында ла белдерҙе. Әммә алдан шатланмай торайыҡтыр, Трамп: “...Мәскәү конфликт буйынса килешеүгә килмәй икән, етди проблемалары пәйҙә буласаҡ”, - тип тә ысҡындыра. Ләкин быға ла әлегә артыҡ иғтибар итмәҫкә кәрәктер, бәлки, эт үсектермәйем тип кенә әйтәлер, сәйәсмән бит – һуғыш сарсыған Рәсәй дошмандарының да фекерен асыҡтан-асыҡ инҡар итә алмай. Ҡыҫҡаһы, ни булырын тормош үҙе генә яҡын киләсәктә күрһәтер. Һәр хәлдә лә РФ Президенты В.В.Путин үҙенең генә түгел, бәтә халҡыбыҙҙың позицияһын асыҡтан-асыҡ бәйән итте: “ Рәсәй менән тура бәйләнеште тергеҙеү, Өсөнсө донъя һуғышына юл ҡуймау тураһында ниәттәрен хуплайбыҙ”, “... Украина конфликтын хәл итергә беҙ һәр саҡ әҙербеҙ. Әммә тағын ҡабатлайбыҙ – тәү сиратта көрсөккә илткән сәбәптәрҙе хәл итеү тураһында һүҙ барырға тейеш. Килешеү ҡаршы яҡтың хәл алып, көс туплауына ғына булышлыҡ итмәҫкә тейеш! Беҙ Рәсәй, халҡыбыҙ именлеге һағында торабыҙ, тап ошо сәбәпле МХО башланды ла инде”. Әйткәндәй, Украинаны НАТО-ға алырға йыйыныу сәбәпле Рәсәйҙең хәүефләнеүен аңлайым, тип тә сығыш яһағайны яңы Америка президенты. Һүҙҙә генә ҡалмаһын инде!