Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
22 Ғинуар 2025, 09:25

Урыны менән -33 гадусҡа хәтлем һыуытасаҡ

Алдағы өс көндә ҡаты һыуыҡтар һәм көслө ел көтөлә.

Урыны менән -33 гадусҡа хәтлем һыуытасаҡУрыны менән -33 гадусҡа хәтлем һыуытасаҡ
Урыны менән -33 гадусҡа хәтлем һыуытасаҡ

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һыуыҡтар һәм көслө ел фаразлана.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөҙ һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй, көнсығышта бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -15,-20°тәшкил итәсәк.

23 ғинуарҙа шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -22,-27°, аяҙытҡанда -32°, көндөҙ -12,-17°күрһәтәсәк.

Йома урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -14, -19°, аяҙытҡанда -24°тиклем, көндөҙ -9, -14°.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас