Аймара Әхмәтйән ҡыҙы Шакирова 1935 йылдың 15 ғинуарында (паспорт буйынса – 1 февралендә) Өргән ауылының колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә. 1942 йыл Өргән башланғыс мәктәбендә уҡыуға төшә. 1946-1952 йылдарҙа Учалы урта мәктәбендә белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ мәктәбендә китапханасы сифатында башлап ебәрә. 1953 йыл Бөйҙө ете йыллыҡ мәктәбенә өлкән пионервожатый итеп тәғәйенләнә. 1956-1958 йылдарҙа уңған, зирәк һәм егәрле ҡыҙ комсомолдың Учалы район комитетында инструктор, уҡыған йәштәр менән эш бүлеге мөдире вазифаларында хеҙмәт итә. Мәскәүҙә, ВЛКСМ Үҙәк комитеты эргәһендәге Комсомол мәктәбе (ЦКШ) курстарын тамамлай, Ҡыҙыл майҙанда, Бөйөк Октябрь революцияһының 40 йыллығына бағышланған демонстрацияла ҡатнашыу бәхете тейә.
1958 йыл Һартытау юридик институтына уҡырға инә. Диплом алғас өс йыл Учалы нотариаль контораһында эшләй. Һөнәри абруй яулағас, 1965 йылдың 19 декабрендә БАССР-ҙың Учалы халыҡ судының халыҡ судьяһы итеп һайлана. Ҡабаттан 1970, 1976, 1982, 1987, 1990 йылдарҙа ла һайлана. Ошо яуаплы вазифала өҙлөкһөҙ 29 йыл эшләй, шул иҫәптән һуңғы биш йылда – Учалы халыҡ суды рәйесе вазифаһында. 1994 йылдың 15 сентябрендә отставкаға сыҡты. Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн БАССР Юғары Советы Президиумы указы менән Аймара Әхмәтйән ҡыҙы Шакироваға 1988 йыл “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы” дәрәжәһе бирелә. Был - Учалыла тәүге осраҡ. Учалы район суды тарихында Аймара Әхмәтйән ҡыҙы иң оҙайлы дәүер (29 йыл) судья вазифаһында эшләгән хеҙмәткәр. 1957 йыл “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, 1985 йыл – “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләнә.
Наградаларҙа ғына эш түгел инде, Аймара Шакирова вазифа исеме буйынса ғына түгел, иң тура мәғәнәлә халыҡ судьяһы булды! Халыҡ тарафынан һайланды һәм гел халыҡ мәнфәғәттәре һағында торҙо. Үҙебеҙ ҙә шаһит, пенсияға сыҡҡас та ҡала урамдары буйлап шым ғына үтә алмай: мотлаҡ берәйһе туҡтатып ниҙер һөйләй башлай, һис юғында ихлас йылмайып сәләмләшәләр. Ә бит законды теүәл күҙәтеп, ҡаты хөкөмдәр ҙә сығарырға тура килә уға! Бының серен берҙе ошолай иҫкә алғайны:
--Кешеләр менән һәр саҡ ғәҙел булыр кәрәк! Нахаҡҡа ғәйеп яғылмаһа, енәйәтселәр ҙә ни ҡылғандарын, язаның ҡотолғоһоҙ икәнен бик яҡшы аңлай бит ул! Нисек кенә булмаһын, бер тапҡыр ҙа миңә янаусылар-үсләшеүселәр булманы, ә бына төрмәгә ултыртылғандар араһынан да һуңынан рәхмәт әйтеп китеүселәр табылды.
Хеҙмәт карьераһының тәүге йылдарында айырыуса ҡатмарлы була. Ҡулайлы бина юҡ, бик тығыҙ шарттарҙа эшләйҙәр. Халыҡ менән осрашыуҙар, консультациялар үткәреү, хеҙмәт коллективтары алдында отчет биреү алымдары ныҡ киң ҡулланыла. Күсмә судтар ҙа бик йыш үткәрелә, айырым транспорт юҡ. Хатта, енәйәттә ғәйепләнеүсе, уны ҡарауыллаусылар менән судьяға бер конвой автомобиле кузовында йөрөргә лә тура килгеләй. Көндө төнгә, эште ял көндәренә ялғап хеҙмәт итергә тура килә. Ә иң ауыры – көн һайын тиерлек яҡташтар тарыған хәл-ваҡиғаларҙы тикшереү, байтағы ҡайғы-хәсрәт менән мул һуғарылған була бит улар.... Барыһын да йөрәге аша үткәрә. Олоғайған көнөндә генә бер серен систе: йыш ҡына суд ултырышынан һуң кабинетына бикләнеп, үкһеп-үкһеп илар булған икән. Битараф ҡалыуы мөмкин дә түгел инде. Бер ҡатынды суд алдына баҫтыралар. Ябыҡ, алама кейенгән, тормоштан тамам төңөлгән, күҙҙәрендә өмөт сатҡыһы ла юҡ. Ауыр енәйәттә ғәйепләнә - ирен үлтергән. Уныһы торғаны бер ҡәбәхәт – бар ғаиләһен туҡмап, мыҫҡыллап, үлтереү менән ҡурҡытып көн бирмәгән. Шул саҡ суд залына нисектер малай йүгереп инә лә, илай-илай Аймара Әхмәтйән ҡыҙына ялбара: “ Апай! Зинһар әсәйемде төрмәгә ултыртма!” Бөтә хәл-шарттар теүәл асыҡланғас, законлы ғына түгел, ябай кеше күҙлегенән дә ғәҙел хөкөм сығарыла.
Бындай осраҡтар күп була. Юҡҡа ғына түгел, әле лә Аймара Әхмәтйән ҡыҙы Учалы яҡтарында иң тәрән абруй ҡаҙанған кешеләрҙең береһе. Халыҡ барыһын да күрә бит ул, барыһына ла тейешле баһа бирә һәм хәтерҙә һаҡлай.
Ысын халыҡ судьяһын оло юбилейы менән ҡотлап, хәйерле ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ, был ҡотлауҙарға бик күп “Яйыҡ” уҡыусылары ҡушыласағына семтем дә шәбһә юҡ!
P.S. Урман хужалығында эшләгәндә үҙебеҙгә лә ул үткәргән судта ҡатнашырға тура килде. Законһыҙ ағас ҡырҡыусыны язаға тарттырып булманы, дәлилдәре-беҙ етмәне. Судья иһә, бындай хәлгә башҡа ҡалмаҫ өсөн ни-сегерәк эш итергә кәрәкле-ге тураһында йәш белгескә яҡшылап аңлатырға һис тә иренмәне.