Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Ғинуар 2025, 03:57

Бар сәбәп - “мәхәббәт”...

Ысын Брэд Питт – донъяла иң бай актерҙарҙың береһе, үҙемә өйләндереп кенә алһам, артығы менән кире ҡайтарырмын, тип өмөтләнгәндер бахыр ҡатын.

Бар сәбәп  - “мәхәббәт”...Бар сәбәп  - “мәхәббәт”...
Бар сәбәп - “мәхәббәт”...

Кешенең мин-минлегенә иҫ китерлек!  Францияла 53 йәшлек Анна-ханым  ирен ташлай, балалары менән  үпкәләшә. Бар сәбәп  - “мәхәббәт”, йәнәһе лә данлыҡлы Америка киноартисы Брэд Питт менән бер-береһенән айырым йәшәй алмайҙар.  Алдаҡсылар оҫта эш иткән була шул. Башта Аннаға йәнәһе лә “Питтың әсәһе” яҙа – һинең кеүек ҡатын улым өсөн ҡалай шәп кәләш булыр ине, тип һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра. Оҙаҡламай “Питт” үҙе лә бәйләнешкә сыға башлай,  һоҡланып-маҡтап иҙрәтә,  ситтән тороп ғашиҡ булыуы тураһында тытылдай, нейросеть ярҙамында әтмәләгән фотоларҙы ебәрә. Әүрәтеп алғас, банктағы счетыма ваҡытлыса арест һалдылар, ашығыс операцияға аҡса кәрәк тип ялбара.  Ахмаҡбикә  беҙҙең аҡсаға 87 миллион һум күсерә! Ысын Брэд Питт – донъяла иң бай актерҙарҙың береһе бит, үҙемә өйләндереп кенә алһам, артығы менән кире ҡайтарырмын, тип өмөтләнгәндер бахыр. Юҡ шул, ысын актерға ул үҙе һуҡыр тингә лә кәрәкмәй, ә үҙенең ғаиләһе һәм бар  аҡсаһынан тороп ҡалды. Күктәге торналарға әүрәй башлаһаң, аҙағы шулай була инде. Ғөмүмән, интернет аша кеше талаусылар яңынан-яңы алымдар уйлап таба. Оҙаҡламай беҙҙең ҡатындарға ла, мәҫәлән, Элвин Грей исеменән, фотоңды күреп ғашиҡ булдым, тигән хәбәрҙәр килә башлаһа, ышанмаҫ кәрәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас